Эстәлеккә күсергә

Юлий Цезарь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Цезарь Юлий битенән йүнәлтелде)
Гай Юлий Цезарь
Gaius Iulius Caesar
Гай Юлий Цезарь
Рим респупликаһының диктаторы, Боронғо Рим
октябрь б. э. т. 49 йыл — 15 март б. э. т. 44 йыл
Алдан килеүсе: Луций Корнелий Сулла
Дауамсы: вазифа юҡҡа сығарыла
 
Дине: древнеримская религия[d]
Тыуған: 12 июль б. э. т. 100({{padleft:-100|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Рим
Үлгән: 15 март б. э. т. 44({{padleft:-44|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (55 йәш)
Рим
Ерләнгән: Храм Цезаря[d]
Династия: Юлии, Юлии-Клавдии
Атаһы: Гай Юлий Цезарь Старший
Әсәһе: Аврелия Котта
Ҡатыны: 1. Корнелия Цинилла
(б. э. т. 83 йылб. э. т. 69 йыл)
2. Помпея Сулла
(б. э. т. 68 йылб. э. т. 62 йыл
3. Кальпурния Пизонис
(б. э. т. 59 йылб. э. т. 44 йыл
Балалары: 1. Юлия Цезарис (Цезарь ҡыҙы)
(беренсе никахтан)
2. Птолемей XV Цезарион
((шик аҫтында) никахһыҙ тыуған Клеопатра ҡыҙы)
Партия: популяры[d][1][2]

Гай Ю́лий Це́зарь (Ҡайсар) (лат. Gaius Iulius Caesar}} [ˈgaːjʊs ˈjuːljʊs ˈkae̯sar]; 13 июль, башҡа мәғлүмәт буйынса, 12 июль б. э. т. 100 йыл йә б. э. т. 102 йыл[3] — 15 март [[Б. э. т. 44 йыл|44 йыл б. э. т. — Боронғо Румдың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Боронғо Рум диктаторы [4], ғәскәр башлығы, яҙыусы. Б. э. т. 59, 48, 46, 45 һәм 44 йылдарҙа Консул, б. э. т. 49, 48—47 һәм 46—44 йылдарҙа диктатор, б. э. т. 63 йылдан бөйөк понтифик. Галлияны яулап алып Цезарь Рум державаһы сиктәрен төньяҡ Атлантик океанға тиклем киңәйтә һәм Рум дәүләтенә хәҙерге Франция ерҙәрен буйһондора, шулай уҡ Британия утрауҙарына һөжүм итә. Цезарь эшмәкәрлеге Көнбайыш Европаның мәҙәни һәм сәйәси ҡиәфәтен тамырҙан үҙгәртә һәм киләсәк европалылар күңелендә юйылғыһыҙ эҙ ҡалдыра. Бөйөк Гней Помпей менән берлектә Рум йәмғиәтен реформалай башлай, һәм уның был эше үҙе үлгәндән һуң да, Рум империяһы ойошоуға булышлыҡ итә.

Һуңыраҡ күп кенә монахтар үҙҙәрен легендар Цезарь менән бәйләргә теләй. Алман телендә нем. Kaiserкайзер») һүҙе шунан килеп сыҡҡан, шулай уҡ рус һүҙе «царь» «Цезарь» һүҙенә ҡәрҙәш булып тора.

Килеп сығышы һәм бала сағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гай Юлий (Ҡайсар) Цезарь Юлийҙарҙың боронғо патрициан ғаиләһендә тыуа. Беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарҙа. Юлийҙар Рум тормошонда һиҙелерлек роль уйнаған. Атап әйткәндә, был ғаиләнән бер диктатор, бер атлы ғәскәр магистры (диктаторҙың урынбаҫары) һәм бер Децемвирҙар коллегияһы ағзаһы сыға. Децемвирҙар ун таблица закондарын — данлыҡлы Ун ике таблица закондарынның тәүге вариантын уйлап таба[5]. Боронғо тарихы булған ғаиләләрҙең күпселегендәге кеүек үк, Юлийҙар үҙҙәренең килеп сығышы тураһында дөйөм мифҡа таяна. Үлар үҙҙәренең ырыуын Эней аша алиһә Венераға тоташтыра. Беҙҙең эраға тиклем 200 йылда уҡ Юлийҙарҙың килеп сығышының мифик версияһы яҡшы билдәле була[6], һәм Өлкән Катон Юлийҙарҙың ырыу исеменең этимологияһы тураһындағы фаразды яҙып ҡалдыра. Уның фекеренсә, Юл исемен тәүләп йөрөтөүсе атаманы грек һүҙе "ἴουλος"тан (мамыҡса, сикәләрҙәге һәм эйәк аҫтындағы тәүге төктәр) алған тигән һығымта яһай[7].

Беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарҙа бөтә Юлийҙар ҙа Юл когноменын йөрөтә[5]. Юлий Цезарҙарҙың тармағы, моғайын Юлий Юлдарҙан башланалыр, әммә бер бәйләнеш тә билдәле түгел[7]. Беҙҙең эраға тиклем 208 йылда йәшәгән претор тәүге танылыу алған Цезарь була, уның хаҡында Тит Ливий яҙып ҡалдыра[8][9]. «Caesar» когноменының этимологияһы бик үк билдәле түгел һәм Рум дәүерендә онотола. Элий Спартиан, Августарҙың тормошон тасуирлап яҙыусы авторҙарҙың береһе беҙең эраның IV быуатына тиклем һаҡланған дүрт төрлө версияны яҙып ҡалдыра.

Әлеге көнгә тиклем исемдең дөрөҫ этимологияһы билдәле түгел, йышыраҡ когномендың этрус теленән алыныуы фаразлана (aisar — Алла; Цезий, Цезоний һәм Цезенний кеүек рум исемдәре лә шул һүҙҙән килеп сыҡҡан)[10].

Беҙҙең эраға тиклем I быуат башына Румда Юлий Цезарҙарҙың ике тармағы билдәле була. Улар бер-береһенә яҡын торһа ла, үҙ-ара туған булмауҙары билдәле. Ике тармаҡ төрлө трибаларҙа теркәлгән, ә беҙҙең эраға тиклем 80-се йылдарға улар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған сәйәси билдәләнештә була, үҙ-ара дошманлашҡан ике сәйәсмәнгә ышана. Буласаҡ диктаторҙың яҡын туғандары Гай Марийға йөҙ тота (Гайҙың инәһе Юлийҙың ҡатыны була), ә икенсе тармаҡтағы Цезарҙар Луций Корнелий Сулланы хуплай. Һуңғы тармаҡ, Гай тармағына ҡарағанда, йәмәғәт тормошонда ҙур роль уйнай[11]. Гайҙың әсәһе һәм өләсәһе буйынса туғандары Аллалар менән туғанлыҡта булыуҙары менән маҡтана алмай, әммә улар бөтәһе лә Рум йәмғиәтенең элитаһына — нобилитетына ҡарай. Цезарҙың әсәһе — Аврелия — бай һәм абруйлы плебей ғаиләһенә ҡарай. Гайҙың өләсәһенең ырыуы — Марцийҙар — үҙҙәренең килеп сығышын Румдың дүртенсе батшаһы Анк Марцийға алып барып тоташтыра[12].

Цезарь үҫкән йорт Румдың әллә ни абруйлы булмаған районы Субурҙа урынлаша[13]. Бала сағында ул грек теле, әҙәбиәт, риторика буйынса йорт дәрестәре ала. Физик күнегеүҙәр, йөҙөү, һыбай йөрөү менән шөғөлләнә[12]. Гайҙың уҡытыусылары араһында Цицерондың уҡытыусыларының береһе булған танылған риторика уҡытыусыһы Гнифон була[14]. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 85 йылда Цезарь атаһын юғалта[15]. Атаһы үлгәндән һуң, инициация йолаһын үтеп, Цезарь ғәмәлдә бөтә Юлийҙар ғаиләһенең башлығына әйләнә, сөнки унан өлкәнерәк булған барлыҡ яҡын ир туғандары ла мәрхүм була[16]. Тиҙҙән Гай һыбайлылар ҡатламының бай ғаиләһе ҡыҙы Коссуцияны йәрәшә[17] (икенсе фаразы буйынса, улар өйләнешергә өлгөрә; см. раздел «Семья. Личная жизнь»).

Сәйәси карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никах һәм Азияла хеҙмәт итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем 80-се йылдар уртаһында[18], Светоний тәғәйенләүҙе ойоштороусы тип Циннаны атай[19], ә Плутарх Сулла диктатураһына фламин булырға ынтылышты атап үтә (беҙҙең эраға тиклем 82—79 йылдар)[20]. Луций Корнелий Цинна Цеҙарҙы Юпитерҙың фламины тигән почётлы вазифаға тәҡдим итә. Был ҡанбаба магистратураны биләү мөмкинлектәренә етди рәүештә ҡамасаулаған күп һанлы сакраль сикләүҙәр менән бәйле була. Вазифаны алыу өсөн уға тәүҙә патрициан ғаиләһенән булған ҡыҙға confarreatio боронғо йола буйынса өйләнеү талап ителә, һәм Цинна Гайға үҙенең ҡыҙы Корнелияны тәҡдим итә[21]. Йәш Юлий, Коссуцияға йәрәшеүен өҙөргә тура килһә лә, тәҡдим менән ризалаша. Әммә Цезарҙың вазифаны алыуы шик аҫтына ҡуйыла. Лили Росс Тейлор (Lily Ross Taylor) фекеренсә, бөйөк понтифик Квинт Муций Сцевола (Мария һәм Циннның дошманы) Гайҙың инаугурацияһы церемонияһын үткәреүҙән баш тарта[22]. Эрнст Бэдиан фекеренсә, шулай ҙа Цезарь вазифаға тәғәйенләнә[21]. Ҡағиҙә булараҡ, тарихнамәлә Цезарҙы тәғәйенләү артабанғы сәйәси карьераһы юлындағы йырып сыға алмаҫлыҡ кәртә булараҡ ҡарала. Бөтөнләй икенсе төрлө фекер ҙә бар: шундай ихтирамлы вазифаны биләү Цезарҙарҙың был тармағы өсөн боронғо ырыу абруйын нығытыу мөмкинлеге булараҡ ҡарала, сөнки ырыуҙың бөтә вәкилдәре лә консулдың юғары магистратураһына өлгәшә алмай[21].

Корнелия менән туйҙан һуң Циннаны баш күтәргән һалдаттар үлтерә, ә киләһе йылында граждандар һуғышы башлана, күрәһең, Цезарь унда ҡатнашмағындыр[22]. Луций Корнелия Сулланың диктатураһы урынлаштырылып, проскрипциялар башланғас, Цезарҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала: диктатор сәйәси оппоненттарын һәм шәхси дошмандарын аямай, ә Гай Марийҙың ағаһының улы һәм Циннаның кейәүе булып сыға. Сулла Цезарҙан ҡатыны менән айырылышыуҙы талап итә, был уның лояль булыуын раҫлар ине, әммә Цезарь ҡатынын айырыуҙан баш тарта. Аҙаҡ килеп, Сулла Цезарь исемен проскрипцион исемлеккә индерә, һәм ул Румды ташлап китергә мәжбүр була. Гайҙың Румдағы абруйлы туғандары, төрлө юлдар табып юллап, Цезарҙы ярлыҡауға өлгәшә. Цезарҙың патрицийҙар ҡатламынан булыуы ла диктаторҙың ҡарарын йомшартыу сәбәбе була, сөнки консерватор Сулла патрицийҙар вәкилдәренең береһен дә бер тапҡыр ҙа язаламаған була[19][23].

Тиҙҙән Цезарь Италиянан сығып китә һәм Азия провинцияһы наибы Марк Минуций Терм ярандары составына ҡушыла. Цезарҙың исеме был провинция халҡына яҡшы таныш була: яҡынса ун йыл элек уның атаһы бында наиб булып хеҙмәт иткән була. Гай Терманың контуберналдарының береһенә әйләнә — сенаторҙар балаларын һәм йәш һыбайлыларҙы ғәмәлдәге магистрат күҙәтеүе аҫтында хәрби эшкә һәм провинциаль идаралыҡҡа өйрәтеү эшенә тотона[24]. Тәүҙә Терм йәш патрицийға Вифиния батшаһы Никомед IV Филопатор менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙы йөкмәтә. Беренсе Митридаттар һуғышы йомғаҡтарын танымаған һәм румдарға ҡаршылыҡ күрһәткән Лесбостағы Митилини ҡалаһын наиб баҫып алыуға өлгәшһен өсөн, Цезарь батшаны флотының бер өлөшөн Терм ҡарамағына тапшырыуға күндереүгә өлгәшә[25]. Ошо бурысты уңышлы атҡарып сыҡҡандан һуң Терм ғәскәрен Митилиниға йүнәлтә, тиҙҙән румлылар ҡаланы баҫып ала. Һуғыштан һуң Цезарь Рум гражданины ғүмерен ҡотҡарған өсөн бирелә торған почётлы хәрби наградаға — граждандар тажына (corona civica) лайыҡ була. Митилиниҙы яуланғандан һуң, Лесбостағы кампания тамамлана[26]. Тиҙҙән Терм полномочиеларын һала, һәм Цезарь Киликияға уның пираттарға ҡаршы хәрби кампания ойошторған наибы Публий Сервилий Ватия Исаврикка (б. э. т. 79 йылда консул) бара. Әммә б. э. т. 78 йылда Италиянан Сулланың вафаты тураһында хәбәр килеү менән, Цезарь кисекмәҫтән Румға ҡайта[27].

Румға ҡайтыуы һәм сәйәси көрәштә ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем 78 йылда консул Марк Эмилий Лепид, Сулла закондарын ғәмәлдән сығарыу маҡсатында, италиктар араһында бола ҡуптарырға тырышып ҡарай. Светонийҙың хәбәр итеүе буйынса, Лепид Цезарҙы болаға ҡушылырға саҡыра, ләкин Гай был тәҡдимде ҡабул итмәй[28]. Беҙҙең эраға тиклем 77 йылда Цезарь Сулла кешеһе Гней Корнелий Долабелланы, Македонияла наиб булған сағында кеше талауҙа ғәйепләп, мәхкәмәгә тарттыра. Абруйлы мәхкәмә ораторҙары Долабелланы яҡлап сығыш яһағандан һуң, ул аҡлана. Цезарҙың ғәйепләү телмәре шул тиклем уңышлы була, хатта аҙаҡ та бик оҙаҡ ваҡыт был телмәрҙең ҡулдан яҙылған күсермәләре халыҡ араһында тарала. Икенсе йылына Гай икенсе бер Сулла кешеһе Гай Антоний Гибридҡа ҡарата мәхкәмә эҙәрлекләүен башлай, әммә ғәйепләнеүсе халыҡ трибундарынан ярҙам һорай, һәм суд булмай[28].

Антоний эше буйынса процесс уңышһыҙ тамамланғандан һуң, Цезарь үҙенең ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу маҡстында, Родосҡа танылған оратор Аполлоний Молонға — Марк Туллий Цицерондың остазына бара[28]. Сәйәхәт иткән ваҡытта Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында юлбаҫарлыҡ ҡылған киликий пираттары Цезарҙы әсирлеккә ала. Уны Додеканес архипелагындағы ҙур булмаған утрауҙа тотҡон итеп тоталар[28].


Комментарий
Сығанағтар
  1. https://www.studymode.com/essays/Gaius-Julius-Caesar-The-Populares-And-112698.html
  2. https://www.unrv.com/fall-republic/caesar-politics.php
  3. Некоторые учёные, основываясь на датах занятия им определенных магистратур (которые могли заниматься лишь по достижении определенного возраста), указывали на 101 или 102 год до н. э., но консенсусным является 100 год до н. э. Goldsworthy, 30.
  4. Вынудил Сенат дать ему права бессрочного диктатора Римской республики, вопреки конституции, которая позволяла носить этот титул не более полугода
  5. 5,0 5,1 Ҡалып:CJC
  6. Ҡалып:CJC
  7. 7,0 7,1 Ҡалып:CJC
  8. Ҡалып:CJC
  9. (Liv. XXVII, 21) Тит Ливий. История от основания города, XXVII, 21, 5.
  10. Ernout A., Meillet A. Caesar // Dictionnaire étymologique de la langue latine. 4e ed. — P.: Klincksieck, 2001. — P. 84.
  11. Ross Taylor L. The Rise of Julius Caesar // Greece & Rome, Second Series. — 1957. — Vol. 4, No. 1. — P. 10.
  12. 12,0 12,1 Этьен Р. Цезарь. — М.: Молодая гвардия, 2003. — С. 43.
  13. Ҡалып:CJC
  14. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; mfa.4556 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  15. Этьен Р. Цезарь. — М.: Молодая гвардия, 2003. — С. 44.
  16. Ҡалып:RBill
  17. Ҡалып:RBill
  18. (Vell. Pat. II, 43) Веллей Патеркул. Римская история, II, 43.
  19. 19,0 19,1 (Suet. Iul. 1) Светоний. Божественный Юлий, 1.
  20. (Plut. Caes. 1) Плутарх, Цезарь, 1.
  21. 21,0 21,1 21,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; comp.16 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  22. 22,0 22,1 Ross Taylor L. The Rise of Julius Caesar // Greece & Rome, Second Series. — 1957. — Vol. 4, No. 1. — P. 12.
  23. Ҡалып:CJC
  24. Ҡалып:CJC
  25. Ҡалып:RBill
  26. Ҡалып:CJC
  27. Ҡалып:UCaes
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 Ҡалып:UCaes



Был хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.