Чавчавадзе Нина Александровна
Чавчавадзе Нина Александровна | |
груз. ნინო ჭავჭავაძე გრიბოედოვისა | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Грузия |
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1812 |
Тыуған урыны | Цинандали, Телавский уезд[d], Тифлис губернаһы[d] |
Вафат булған көнө | 28 июнь 1857 (44 йәш) |
Вафат булған урыны | Тбилиси, Рәсәй империяһы |
Үлем сәбәбе | Ваба |
Ерләнгән урыны | Мтацминда[d] |
Атаһы | Александр Гарсеванович Чавчавадзе[d] |
Әсәһе | Саломе Ивановна Орбелиани[d] |
Бер туғандары | Екатерина Александровна Чавчавадзе[d] һәм Давид Александрович Чавчавадзе[d] |
Хәләл ефете | Александр Сергеевич Грибоедов[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Чавчавадзе Нина Александровна Викимилектә |
Кенәз ҡыҙы Нино йәки Чавчавадзе Нина Александровна (груз. ნინო ჭავჭავაძე გრიბოედოვისა; 23 октябрь (4 ноябрь) 1812[1] — 28 июнь 1857) — грузин аристократ ҡатын-ҡыҙы, йәмәғәт эшмәкәре һәм шағир кенәз Александр Чавчавадзеның һәм кенәз ҡыҙы Саломея Ивановна Орбелианиның ҡыҙы, рус драматургы һәм дипломаты Александр Грибоедовтың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кейәүгә сыҡҡанға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Чавчавадзе Цинандали усадьбаһында тыуған. Үҫмер сағында уҡ ғәжәп матурлығы, манераларының зауығы һәм изге күңеле менән айырылып торған. 1822 йылда Тифлиста хеҙмәт иткән Грибоедов йыш ҡына кенәз Чавчавадзе өйөндә булған һәм ҡыҙға музыка дәрестәре бирә. Ирандан ҡайтышлай 1828 йылда Грибоедов бер нисә ай Тифлиста үткәрә. Ҙурайып киткән Нинаны күреп[2], уның матурлығына таң ҡала, уны мадонна Мурильо менән сағыштыра[3]. Н. Н. Муравьев-Карский хәтирәләре буйынса, Грибоедов башта уға ғашиҡ булған икенсе кешене — Ермолов Сергей Николаевичты, данлыҡлы генералдың ике туған ҡустыһының асыуын килтереү өсөн үҙенең Нинаға ғашиҡ булыуы тураһында имеш-мимештәр тарата[4]. 16 июндә ул Нинаға яратыуы тураһында әйтә, һуңынан атаһының ризалығын ала. 1828 йылдың 22 авгусында (3 сентябрь) Тифлистың Сиони соборында никахлашыу тантанаһы үтә. Грибоедовҡа 33 йәш, Нинаға ни бары 15 йәш була. Риүәйәттәр раҫлауынса, никахлашыу ваҡытында биҙгәктән яфа сиккән кейәүҙең ҡулынан никах балдағы төшөп китә, был насар ырым тип һанала.
Фажиғәле никах
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиҙҙән Грибоедов хеҙмәте буйынса тағы ла Персияға барырға тейеш була; йәш ҡатын уны Тәбризгә тиклем оҙата бара, ул инде йөклө була һәм йыш ауырый. Нинаны ят ерҙә йәшәтергә һәм хәүефле сәйәхәткә дусар итергә теләмәй, Грибоедов 1828 йылдың декабрендә ҡатынын бер нисә ай йәшәгән ҡалала ҡалдырып һаубуллаша ла яңғыҙ Тәһранға китә. Үҙенең һирәк бер хатында ул уға Тифлисҡа ҡайтырға кәңәш итә, сөнки Персияла миссияһы оҙаҡҡа һуҙыла. Нина атаһы ярҙамында Грузияға уңышлы ҡайта. 1829 йылдың башында Нина рус миссияһының фанатик төркөм тарафынан тар-мар ителеүе һәм иренең үлтерелеүе тураһында ишетә (уның һаулығы өсөн ҡурҡып был хәбәрҙе йәшерергә маташалар); был баланың ваҡытынан алда тыуыуына килтерә, ул бер көн йәшәй ҙә үлә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грибоедовтың кәүҙәһе Тифлисҡа килгәс, тол ҡатын, мәрхүмдең теләген үтәп, уны изге Давид сиркәүе янында ерләйҙәр (хәҙер унда Мтацминда пантеоны урынлашҡан); Был 1829 йылдың 18 июне була. Уның күрһәтмәһе буйынса Грибоедов ҡәбере өҫтөндә яҙыу менән һәйкәл ҡуйыла.
Аҡыл һәм эштәрең рус хәтерендә мәңге үлемһеҙ, әммә ни өсөн минең мөхәббәтем һине кисерҙе? |
Нина Чавчавадзе-Грибоедова бөтә ҡалған ғүмере буйына иренең яҡты иҫтәлегенә траур кейеме кейеп Цинандали йәки Тифлиста үткәрә. Шуға ла ул бер ваҡытта ла икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡмай һәм бөтә тәҡдимдәрҙе лә кире ҡаға (әйткәндәй, яуапһыҙ уға утыҙ йыл буйы ғашиҡ булған шағир һәм генерал Григорий Орбелианины). Уның фәжиғәле һәләк булған иренә тоғролоғо уның тормошонда уҡ легендар була; Нина Чавчавадзеның исеме тифлислыларҙың хөрмәте менән уратып алына, Нинаны Тифлистың ҡара раузаһы тип атайҙар. 1857 йылда Тифлиста тоҡанып киткән эпидемия ваҡытында холеранан вафат була.
1879 йылда шағир Яков Полонский уның иҫтәлегенә шиғыр арнай:
…Там, в тёмном гроте — мавзолей, |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «…Но для чего пережила тебя любовь моя?» 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Ахвердова Прасковья Николаевна
- ↑ Александр Грибоедов, его жизнь и литературная деятельность. Биографический очерк А. М. Скабичевского. Дата обращения: 3 октябрь 2008. Архивировано 19 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ А. С. Грибоедов в воспоминаниях современников. М., 1980. С. 64.
- ↑ Полный текст в Викитеке