Сәнкем-Биктимер
Ауыл | |
Сәнкем-Биктимер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
Сәнкем-Биктимер (рус. Чанким-Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға Биктимер ауылы кешеләре нигеҙ һала. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[1]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 | 1816 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
114 | 240 | 379 | 437 | 127 | 256 | 238 | 273 | 630 | 115 |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы (3.12.1932), яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 2,0 2,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.