Чумаков Фёдор Иванович
Чумаков Фёдор Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1782 |
Тыуған урыны | Пенза, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1832 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | геометрия, механика, астрономия һәм математика |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Чумаков Фёдор Иванович (24 декабрь 1782 йыл (4 ғинуар 1783 йыл) [1] — 22 ғинуар (3 февраль) 1837 йыл} [2]) — Мәскәү университетының физика һәм математика фәндәре бүлеге деканы һәм ординар профессоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ротмистр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү университеты ҡарамағындағы университет гимназияһында ҡаҙна иҫәбенә өс йыл уҡығандан һуң (12.02.1801—30.08.1804), Мәскәү университетына студент итеп ҡабул ителә. 1807 йылдың 9 июлендә физика-математика бүлеге курсын кандидат дәрәжәһе менән тамамлағас, ул Мәскәү университетының Педагогия институты кандидаты, ә һуңынан магистры итеп алына.
1808 йылдың 11 сентябрендә университет гимназияһы уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә: тәүҙә арифметика уҡытыусыһы, артабан алгебра һәм алгебраның геометрияға ҡушымтаһы уҡытыусыһы. 1812 йылдың башында, 9 ғинуарҙа, математика фәндәре докторы дәрәжәһе ала. Мәскәү университеты эвакуациянан ҡайтҡандан һуң, 1813 йылда ғәмәли математика кафедраһы адъюнкты булып раҫлана. 1814 йылдан алып — экстраординар профессор, 1818 йылдан — ординар профессор. Фёдор Иванович механиканы, оптиканы, математиканы, астрономияны уның геодезияға, навигацияға һәм гномоникаға ҡушымталары менән уҡыта.
1819 йылдан 1827 йылдың 11 майына тиклем университет ҡарамағындағы училище комитеты ағзаһы булып тора һәм Мәскәүҙә, шулай уҡ Смоленск, Тверь, Ярославль, Кострома, Вологда, Тула һәм Орел губерналарында ҡаҙна һәм шәхси уҡыу йорттарын күҙәтә. 1827—1833 йылдарҙа ике тапҡыр физика-математика бүлеге деканы була (1827—1828 һәм 1830—1832).
1832 йылдың 15 июнендә үтенесе буйынса эштән китә.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Беллавен тарафынан хәрби мәктәптәрҙә ҡулланыу өсөн француз телендә баҫтырып сығарылған математика курсын» урыҫ теленә тәржемә итә (ч. I: «Арифметика и алгебра», Москва, 1817; ч. II: «Геометрия, начертательная геометрия, плоская и сферическая тригонометрия, нивелирование и правила съемки планов», 1819, 9 таблиц; ч. III: «Аналитическая геометрия и механика», 1821, 3 таблицы)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Чумаков, Федор Иванович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- ↑ Московские профессора, 2003
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мичатек Н. Чумаков, Федор Иванович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- Чумаков, Федор Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- «Биографический словарь профессоров и преподавателей Имп. Московского университета 1756—1855». — Ч. II. — M., 1855. — С. 556—557.
- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 268—269. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
- Императорский Московский университет: 1755-1917 : энциклопедический словарь / А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 827—828. — 894 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чумаков Фёдор Иванович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 7 октября 2017.маков Фёдор Иванович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 7 октября 2017.
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1782 йылда тыуғандар
- Пензала тыуғандар
- 1832 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1837 йылда вафат булғандар
- 3 февралдә вафат булғандар
- 1783 йылда тыуғандар
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлаусылар