Эстәлеккә күсергә

Шагал Марк Захарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шагал Моисей Хацкелевич битенән йүнәлтелде)
Марк Захарович Шагал
Марк Хацкелевич Шагал[1]

1920-се йылдар
Исеме:

Мовша Хацкелевич Шагал[2][3]

Тыуған:

7 июль 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Витебск губернаһы [4] Витебск ҡалаһы

Үлгән:

28 март 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (97 йәш)

Үлгән урыны:

(Франция) Прованс Сен-Поль-де-Ванс коммунаһы

Ил:

 Франция[5]
 Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
апатрид[d]

Жанр:

рәссам, шағир

Стиль:

примитивизм, кубизм экспрессионизм нигеҙендә үҙенсәлекле стиль

Наградалары:

Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры

Сайт:

marcchagall.com

 Работы

Марк Захарович (Моисей Хацкевич) Шагал (франц. Marc Chagall, идиш מאַרק שאַגאַל‎; 7 июль 1887 йыл28 март 1985 йыл) — Рәсәй, белорус һәм француз рәссамы, сығышы менән йәһүд ир-аты. Графика һәм рәсем сәнғәтенән тыш, ул сценограф булған, идиш телендә шиғырҙар яҙған. XX быуат авангард сәнғәтенең иң танылған вәкилдәренең береһе[1][6].

Йәш Шагал, уҡытыусыһы Пэн һүрәте (1914)

Мовша Хацкелевич (һуңынан Моисей Хацкелевич һәм Марк Захарович) Шагал 24 июнь (6 июль1887 йылда Витебск ҡалаһының Песковатик районында тыуған [7], приказчик Хацкель Мордухович (Давидович) Шагал (1863—1921)[8][9] һәм уның ҡатыны Фейга-Ита Менделевна Чернина (1871—1915)[1][10][11] ғаиләһендә беренсе бала була[12].

Өйҙә ғәҙәти йәһүд белемен ала, боронғо йәһүд телен, Тора һәм Талмудты өйрәнә.[1] 1898 йылдан 1905 йылға тиклем Шагал 1-се Витебск дүрт класслы училищела уҡый[13][14]. 1906 йылда Юдель Пэндың[1] сәнғәт мәктәбендә уҡый, унан Петербургка күсә.

1911 йылда Шагал, стипендия алып, Парижға китә[1]. Бында ул тәү тапҡыр исемен Марк тип йөрөтә башлай. 1914 йылдың йәйендә рәссам туғандарын, һөйгән ҡыҙы Белланы күрер өсөн Витебсҡа ҡайта[1]. Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, Европаға әйләнеп ҡайтыу тотҡарлана. 1915 йылдың 25 июлендә Шагал менән Белла өйләнешә[15]. 1916 йылда уларҙың Ида исемле ҡыҙҙары тыуа, артабан ул атаһының ижадын өйрәнеүсе булып китә.

Дача, 1917. Әрмәнстандың милли галереяһы

1915 йылдың сентябрь айында Шагал Петроградҡа китеп, Хәрби-сәнәғәт комитетына хеҙмәткә инә. 1916 йылда Шагал Йәһүд сәнғәтен дәртләндереү йәмғиәтенә инә, 1917 йылда ғаиләһе менән Витебсҡа әйләнеп ҡайта. Революциянан һуң Витебск губернаһының сәнғәт эштәре буйынса тулы хоҡуҡлы комиссар итеп тәғәйенләйҙәр. 1919 йылдың 28 ғинуарында Шагал Витебск сәнғәт училищеһын аса[1].

1920 йылда Шагал Мәскәүҙә урынлаша, А. М. Эфрос кәңәше буйынса Мәскәү йәһүд камера театрына эшкә төшә. Театрҙы биҙәү, һүрәттәр төшөрөү, костюмадр, декорациялар менән мәшғүл була[1]. 1921 йылда театр Гранов асылды «спектакле менән Кисәһе Шолом Алейхем» оформление Ағала. 1921 йылда Марк Шагал Малаховкалағы ҡарауһыҙ балалар өсөн йәһүд хеҙмәт мәктәп-колонияһында уҡытыусыбулып китә.

1922 йылда ғаиләһе менән тәүҙә Литваға, унан һуң Германияға китеп бара. 1923 йылдың көҙөндә Амбруаз Воллар саҡырыуы буйынса Шагал ғаиләһе менән Парижға китә[1]. 1937 йылда Шагал француз гражданлығын ала.

1941 йылда Нью-Йорктағы Заман сәнғәте музейы етәкселеге Шагалды нацист Германияһынан АҠШ-ҡа саҡыра, 1941 йылдың йәйендә ғаилә Нью-Йоркҡа күсә. Һуғыш тамамланғандан һуң, Шагал Францияға ҡайтырға була. Әммә 1944 йылдың 2 сентябрендә Белла вафат була. Туғыҙ айҙан һуң рәссам һөйөклөһө иҫтәлегенә «Туй уттары» һәм «Уның янында» исемле картиналарын яҙа.

58 йәшендә Шагал 30 йәшлек Вирджиния Макнилл-Хаггард менән мөнәсәбәт ҡора. Улдары Дэвид Макнилл тыуа. 1947 йылда Шагал ғаиләһе менән Францияға килә. Өс йылдан һуң Вирджиния, улын алып, һөйәре менән ҡасып китә.

1952 йылдың 12 июлендә Шагал «Вава» — Валентина Бродскаяға өйләнә. Әммә рәссамгә илһам биреүсе булып ғүмерлеккә Белла ҡала.

1960 йылда Марк Шагал Эразм премияһы лауреаты була.

1960-сы йылдарҙа Шагал монументаль сәнғәт төрҙәренә күсә — мозаика, витраждар, шпалера, шулай уҡ скульптура һәм керамика менә мауыға. 1960-сы йылдар башында Израиль хөкүмәте заказы буйынса Шагал парламент өсөн мозаика һәм шпалера төҙөй. Ошонан һуң уңыш ҡаҙанып, Европа, Америка, Израильдың католик, лютеран ғибәҙәтханаларын һәм синагогаларҙы биҙәү өсөн саҡырыла.

1964 йылда Шагал Франция президенты Шарль де Голль заказы буйынса Париж Париж милли операһы плафонын биҙәй, 1966 йылда Нью-Йоркта Метрополитен-опера өсөн ике панно төшөрә, ә Чикаго Милли банкы бинаһында «Миҙгелдәр» мозаикаһын эшләй (1972)[1]. 1966 йылда Шагал Ниццаның Сен-Поль-де-Ванс провиянцияһында уның өсөн махсус төҙөлгән йортҡа күсә, ошонда уҡ оҫтаханаһы урынлаша.

Унан һуң 1973 йылда Советтар Союзы мәҙәниәт Министрлығы саҡырыуы буйынса Шагал Ленинградта һәм Мәскәүҙә була. Ул Третьяков галереяһына[1] һәм А. С. Пушкин исемендәге һынлы сәнғәт музейына үҙ эштәрен бүләк итә.

1977 йылда Марк Шагал Францияның иң юғары бүләгенә — Почетлы Легиондың Маҡтаулы тәреһенә лайыҡ була, ә 1977—1978 йылдарҙа Луврҙа рәссамдың 90 йәше айҡанлы күргәҙмә ойошторола. Луврҙың бар ҡағиҙәләренә ҡаршы, тере автор эштәре ҡуйыла.

1985 йылдың 28 мартында 98 йәшендә Сен-Поль-де-Ванста Шагал үлеп ҡала.[1] Урындағы зыяратта ерләнгән. Ғүмеренең аҙағына тиклем уның ижадында «витебск» эҙҙәре сағыла. Уның дүрт вариҫы ингән «Шагал комитеты» бар. Рәссамдың бар эштәре тупланған каталогы юҡ.

  • 1992 йылда Витебскиҙа Шагалдың йорт-музейы асылған .[1]
  • 2014 йылдың 28 мартында Санкт-Петербургта Шагал менән Белла 1915—1918 йылдарҙа йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған[16].
  • «Аэрофлот» авиакомпанияһының Airbus A321 (VP-BUP) лайнерына «М. Шагал» исеме бирелгән.

Китаптар һәм альбомдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Марк Шагал. альбом / вступ. ст. Д. В. Сарабьянов. — М.: Изобразительное искусство (издательство), 1988. — 46 с.
  • Апчинская Наталия. Марк Шагал. Графика. — М.: Советский художник (издательство), 1990. — 224 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-269-00300-7.
  • Марк Шагал. альбом / вступ. ст. Д. В. Сарабьянов. — Усть-Илимск: Сибирь (издательство), 1992. — 46 с.
  • Шагал. Возвращение мастера / С вступительным словом Андрея Вознесенского. — М.: Советский художник (издательство), 1988. — 326 с.
  • Шагал М. З. Ангел над крышами. Стихи. Проза. Статьи. Выступления. Письма / Сост., авт. предисл., комментар., пер. с идиша Л. Беринский. — М.: Современник (издательство), 1989. — 224 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-270-00677-4.
  • Шагал М. З. Моя жизнь. — М.: Эллис Лак, 1994. — 208 с., 50 000 экз.
  • Шагал М. З. Моя жизнь. — М.: Азбука (издательство), 2000. — 416 с. — 5000 экз. — ISBN 5-267-00200-3.
  • Марк Шагал. Здравствуй, Родина! / Третьяковская галерея. — Сканрус (издательство), 2005. — 352 с. — ISBN 5-93221-072-9.
  • Марк Шагал об искусстве и культуре / Под ред. Б. Харщава. — М.: Текст (издательство), 2009. — 320 с. — (Чейсовская коллекция). — 3500 экз. — ISBN 978-5-7516-0768-5.
  • Александр Каменский. Марк Шагал. Художник из России. — Москва: Трилистник, 2005. — 304 стр., 170 цв. ил. ISBN 5-89480-086-2
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 Шагал, Марк Захарович // Энциклопедия «Кругосвет».
  2. Владимир Денисов «Неизвестные страницы биографии Марка Шагала витебского периода»
  3. Власти Петербурга лишили Марка Шагала отчества
  4. Хәҙер Беларусь Республикаһы Витебск өлкәһе
  5. https://www.moma.org/artists/1055 (ингл.)
  6. Шагал, Марк Захарович (Chagall, Marc Zakharovich), картины Шагал, биография Шагал — Живопись, Картины Художника
  7. Шагал и Витебск. — Минск: Беларусь, 2008. — 90 с. — ISBN 978-985-01-0783-1.
  8. «Хацкель Давидович Сагал, Бабиничский мещанин Могилёвской губернии» (1874).
  9. Витебская энциклопедия
  10. Юлия Степанец «Из истории семьи Шагалов» 2014 йыл 14 июль архивланған.
  11. Воспоминания Г.(недоступная ссылка)
  12. Людмила Хмельницкая «Марьяся Шагал: до и после революции» 2016 йыл 14 март архивланған.
  13. Владимир Денисов «Неизвестные страницы биографии Марка Шагала витебского периода»: В «Списке лиц, желающих поступить в Витебское городское училище в 1898 году» под № 62 значился Шагал Мовша Хацкелев, мещанин, вероисповедания иудейского, родившийся 24 июня 1887 г.
  14. Тематический перечень документов к виртуальной выставке, посвящённой 125-летию со дня рождения Марка Шагала
  15. Сестра Беллы Шагал — Хана (Анна Наумовна) Розенфельд (1881—1956), дочь витебского купца 2-й гильдии Шмуля-Нейеха Розенфельда, вышла замуж за экономиста Абрама Моисеевича Гинзбурга.
  16. В Петербурге открыли памятную доску Марку Шагалу. Российская газета (28 март 2014). Дата обращения: 29 март 2014.