Эстәлеккә күсергә

Шакиров Сабир Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шакиров Сабир Шакир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 21 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 5 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө архитектор
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Шакиров Сабир Шакир улы (21 май 1921 йыл — 5 март 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, автоматсылар взводы командиры, һуңынан дивизия командиры генерал Беловтың адъютанты, гвардия капитаны. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Сабир Шакиров 1921 йылдың 21 майында Асҡын районы Ҡашка ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. 19371939 йылдарҙа Дыуан ауыл хужалығы техникумында белем ала.
19391940 йылдарҙа халыҡ хужалығы иҫәбенең Асҡын районы бүлегендә участка инспекторы булып эшләй башлай.
1940 йылда Ҡариҙел районы Үрге Һөйән ауылында десятник булып эшләй.

Сабир Шакиров 1940 йылда Эшсе Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла,19401942 йылдарҙа Хабаровск хәрби-пехота училищеһы курсанты була.
1942 йылда фронтҡа китә һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһында автоматсылар взводы командиры булып хәрби юлын башлай, шунан дивизия командиры адъютанты булып дауам итә. «Батырлыҡ һәм дан юлы» тигән иҫтәлектәр китабында генерал Белов былай тип яҙа:

« Дивизия частары менән идара итеүҙә минең адъютант гвардия өлкән лейтенанты Сабир Шакировтың ярҙамы ҙур булды. Кәүҙәгә ул ҙур түгел ине. Уның хәйләкәр ҡара күҙҙәре барыһын да күрә һәм хәтергә ала ине. Йыш ҡына теге йәки был бойороҡты шифрлап торорға ла ваҡыт булмаған саҡта, Шакиров уларҙы асыҡ текст менән бирә ине. Тик башҡорт телендә, сөнки һәр полк штабында башҡорт милләтенән булған офицер йәки радист бар ине. Был минең частарға биргән бойороҡтарҙың тиҙ үтәлеүенә булышлыҡ итте. Шул ук ваҡытта йәшеренлек тә һаҡланды. Сабир Шакиров миңә тәрҗемәсе булараҡ та ярҙам итте. »


1942 йылдың 12 июнендә уң ҡулы яралана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше Фәһәмиә Саҙретдин ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.

Һуғыштан һуңғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1947 йылда — Ҡыйғы район Советы рәйесе урынбаҫары.
  • 19471948 йылдарҙа Асҡын районы маслопром идарасыһы.
  • 19481950 — Асҡын район Советы секретары, Тюйное Озеро леспромхозында директорҙың сәйәси эш буйынса урынбаҫары, шунда уҡ лесопункт начальнигы.
  • 19501957 — Асҡын леспромхозы директоры.
  • 19591964 — Мичурин, XXII партсъезд исемендәге колхоздар рәйесе.
  • 19641975 йылдарҙа колхоз—ара төҙөлөш ойошмаһы рәйесе.
  • 19751981 — Асҡын районы архитекторы.
  • 19811984 — «Алға» колхозы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары.
  • 1984 йылда хаҡлы ялға сыға.

1988 йылдың 5 мартында вафат була.

  • Шакиров Сабир Шакирович. Наградной лист  (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
  • Белов Г.А. . — Уфа: Башкирское книжное издательство., 1985. — 168 с.
  • Зайдуллин Я.Р. . — Асҡын ауылы: Аскын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 29 май 2015. — № 62,63 с.
  • Асҡын тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музее материалдары менән тулыландырылды