Шандор Петёфи
Шандор Петёфи Petőfi Sándor | |
Авторы Шома Орлай-Петрич (1840-сы йылдар) | |
Исеме: |
Александр Петрович |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Австрия империяһы, Венгрия короллеге, Кишкёрёш ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Австрия империяһы, Трансильвания, Шегешвар ҡалаһы янындағы Фехередьхаза ауылы (хәҙер — Румыния) |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Венгрияның милли шағиры |
Дебют: |
«Стихи» (1844) |
Ша́ндор Пе́тёфи; мадьярса Petőfi Sándor; ысын исем-шәрифе Александр Пе́трович, сер. Александар Петровић, словак. Alexander Petrovič; 1 ғинуар 1823 — 31 июль 1849) — Венгрияның милли шағиры, революцион демократ, Венгриялағы 1848—1849 йылдарҙағы революция етәкселәренең береһе.
Бала сағы һәм йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән славян булған Шандор Петёфи (Александр Петровић) үҙен венгр патриоты һәм Венгрияны ҡайнар һөйөүсе итеп таныта. Ул 1823 йылдың 1 ғинуарында элекке Австрия империяһына ҡараған Венгрия короллегенең ҙур булмаған Кишкёрёш ҡалаһында урта хәлле земан (кесе дворян титулы) ғаиләһендә тыуа: Шандорҙың атаһы Стеван (Иштван) Петрович (1791—1849), сығышы менән серб, мал һатыу менән көн күрә; әсәһе Мария Грузова (Груз) (1791—1849) ярлы словак ғаиләһендә үҫә. Малайға бер йәш булғанда, уның ата-әсәһе Кишкунфеледьхаза ҡалаһына күсенә, нәҡ уны шағир тыуған төйәге тип иҫәпләй. Үҙенең финанс мөмкинлектәренән сығып, атаһы улына иң яҡшы белем бирергә тырыша, әммә 1838 йылдағы һәләкәтле һыу баҫыу арҡаһында бөлгөнлөккә төшә, һәм Александр Петрович Банска Штьявница лицейында уҡыуын ташларға мәжбүр була.
1839 йылда артабан йәшәү өсөн бер нәмәһе лә булмаған Петёфи илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Шопрон ҡалаһы янындағы армия часына хәрби хеҙмәткә инә, тик 1841 йылда сәләмәтлеге арҡаһында хеҙмәтен ҡалдырырға мәжбүр була. Артабан Шандор ил гиҙеп йөрөүсе актёр, һуңыраҡ репетитор була. Тәржемә һәм күсереп яҙыуҙар уға ниндәйҙер өҫтәмә эш хаҡы килтерә. Уҡыуын дауам итергә түләү өсөн етерлек аҡса йыйғас, ул Папалағы коллегиумға инә, бында киләсәктә үҙенең иң яҡын дуҫына әйләнәсәк Мор Йокаи менән осраша.
Ижадының тәүге осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ шағирҙың иң беренсе ижад емеше — «Пьющий» (A borozó; һүҙмә-һүҙ тәржемәлә «Пьющий вино») тип исемләнгән тәүге шиғыры 1842 йылда Athenaeum баҫмаһында донъя күрә. Шул уҡ йылдың 3 ноябрендә баҫылып сыҡҡан әҫәрен автор Александр Петрович урынына «Шандор Петёфи» тигән исем-шәриф менән имзалай.
Үҙенең «Шиғырҙар» (русса «Стихи») тип исемләнгән тәүге йыйынтығын Шандор Петёфи 1844 йылда уның беренсе ижад емештәре менән танышҡан Михай Вёрёшмарти ныҡышмалы тәҡдиме менән нәшер итә. Был мөмкинлеккә ирешер өсөн йәш шағир Дебрецен ҡалаһынан Пештаҡа тиклем араны йәйәүләп үтә.
«Шиғырҙар» йыйынтығындағы әҫәрҙәрҙә әҙиптең халыҡҡа яҡынлығы эҙмә-эҙлекле сағылыш таба: тирә-яҡтағы тормошто ул бер яҡтан ысынбарлыҡҡа тура килтереп, икенсе яҡтан юмор һәм ирония аша ҡабул итеп, ышандырырлыҡ итеп тасуирлай. Ә был үҙ сиратында ижадының башланғыс йылдарынан уҡ Петёфи әҙәбиәттәге реализм йүнәлешен үҙ итә тиергә тулы нигеҙ бирә. Шул уҡ ваҡытта ул романтизмдың айырым фекерҙәрен дә (мотивтарын да) уңышлы ҡуллана, атап әйткәндә, йәш авторҙың урта быуат тарихына мөрәжәғәт итеүе бының асыҡ миҫалы. Петёфи шиғриәтенең тәүге өлгөләрендәге боласыл (бунтарский) киҫкен ҡаршылыҡ (протест) иң башта Австрия Габсбургтарының деспотлығына ҡаршы йүнәлтелгән һәм кисектергеһеҙ демократик үҙгәртеүҙәрҙе талап итә («Против королей», «Дикий цветок»).
Үҙенең ирониялы «Сельский молот» (1844) һәм әкиәт сюжетлы «Витязь Янош» (1844) тип аталған танылыу алған поэмаларында Петёфи дөйөм ҡабул ителгән консерватив һәм псевдоромантик ҡанундарҙан тулыһынса арына. Мәҫәлән, фольклор материалдарына нигеҙләнгән «Витязь Янош» (Janos vitez) әҫәре йөкмәткеһе яғынан да, халыҡ хикәйәттәренә яҡын булған формаһы менән дә нәҡ ошоно иҫбатлай.
Сәйәси көрәше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1846 йылдан Шандор Петёфи үҙенең яҡын дуҫы яҙыусы Янош Арань менән берлектә венгр милли-азатлыҡ хәрәкәтен берләштерергә маташа. Шундай беренсе маташыу булып радикаль кәйефле Пешта йәштәрен — әҙәбиәтте демократлаштырыу өсөн көрәш маҡсатында булған «Унауҙың йәмғиәтен» революцион ойоштороу тора. 1847 йылдан Петёфи «Йәш Венгрия» революцион ойошмаһын етәкләй. Юлия Сендреяға өйләнгәндән һуң (1847) ул үҙенең революцион эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. 1848 йылғы революция алдынан Петёфи шиғриәте йәмғиәт кәйефе эволюцияһын тулы кимәлдә сағылдыра, «Одно меня тревожит», «От имени народа», «Поэтам XIX века», «Дворец и хижина», «Герои в дерюге» шиғырҙарында революцион көрәштең бөтә төп ваҡиғаларын билдәләй, гражданлыҡ яуаплылығы хисен һәм шағирҙың милли һәм социаль революцияның кәрәклегендә инанғанлығын әйтеп бирә. Петёфиҙың граждан шиғриәте дөйөм Европа демократик хәрәкәтенең билдәле йоғонтоһо аҫтында була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петёфи // Перу — Полуприцеп. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 66. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 26). — ISBN 978-5-85270-363-7.
- Антал Гидаш. Шандор Петефи. — (Серия ЖЗЛ) — М.: Молодая гвардия, 1960.
- Дюла Ийеш. Шандор Петефи. — М.: Художественная литература, 1972. — 496 с.
- Парнов Е. Витязь чести. Повесть о Шандоре Петёфи. — М.: Политиздат, 1982. — 432 с. (Серия «Пламенные революционеры»)
- Дьердь Шпира. Четыре судьбы: к истории политической деятельности Сеченьи, Баттяни, Петефи и Кошута 2016 йыл 6 декабрь архивланған./ пер. с венг. — М.: Прогресс. 1986.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шандор Петёфи Викиөҙөмтәлә | |
Шандор Петёфи Викикитапханала | |
Шандор Петёфи Викимилектә |