Эстәлеккә күсергә

Шевелёв Марк Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марк Иванович Шевелёв
Тыуған ваҡыты

11 (24) октябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Үлгән ваҡыты

6 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Хәрби һауа көстәре (ВВС)

Хеҙмәт итеү йылдары

19201971 (өҙөклөктәр менән)

Хәрби звание
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Советтар Союзы Геройы

Ленин ордены Ленин ордены II дәрәжә Кутузов ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
СССР Дәүләт премияһы — 1984

Шевелёв Марк Иванович (24 октябрь 1904 йыл6 октябрь 1991 йыл) — Төньяҡ диңгеҙ юлы Баш идаралығының Поляр авиация начальнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы, авиация генерал-лейтенанты.

Марк Иванович Шевелёв Санкт-Петербургта 1904 йылдың 11 (24) октябрендә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Йәһүд. 1921 йылдан КПСС ВКП (б) ағзаһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1919 йылда Таганрог металлургия заводында эшсе булып башлай. Таганрогтың беренсе комсомолдары иҫәбендә була. 1921 йылда ВКП (б.) сафына инә. 1921 йылда Ленинградҡа китә һәм бәйләнеш юлдары инженерҙары Институтының һауа бәйләнеше факультетына уҡырға инә.

19201921 йылдарҙа, 1928 йылда һәм 1939 йылдан Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһында. Граждандар һуғышы нда ҡатнаша. 1925 йылда Ленинград Тимер юл транспорты инженерҙары институтының һауа бәйләнеше факультетын тамамлай.

Төньяҡ диңгеҙ юлы Баш идаралығының Поляр авиация начальнигы булараҡ, М. И. Шевелёв 1937 йылдың май айында, И. Д. Папанин етәкселегендәге экспедицияны Төньяҡ полюс районында төшөрөү һәм «Төньяҡ полюс-1» фәнни станцияһы өсөн ҡорамалдар ташыу менән оҫта етәкселек итә.

Был заданиены уңышлы үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Шевелёв Марк Ивановичкә 1937 йылдың 27 июнендә, Ленин ордены тапшырып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Махсус айырыу билдәһе булдырылғандан һуң, уға 36-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

1937 йылдың декабрендә ул Төньяҡ Осетиянан СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында М. И. Шевелёв авиация дивизияһы командиры урынбаҫары, алыҫ Авиация хәрәкәте штаб начальнигы (1944 йылдың 18 апрелендә тиклем), һуңынан Красноярск — Аляска һауа трассаһы начальнигы була. 1943 йылдың 25 мартында уға «авиация генерал-лейтенанты» хәрби дәрәжәһе бирелә.

Һуғыштан һуң 1955 йылда, Генераль штабтың Хәрби академияһы ҡарамағындағы Юғары академия курстарын тамамлай. 1971 йылдан алып — отставкала.

19711988 йылдарҙа Төньяҡ диңгеҙ юлының дәүләт инспекторы. 15 юғары киңлек экспедицияһы, шул иҫәптән Мәскәү — Антарктида — Мәскәү осошо етәксеһе. 1977 йылда «Арктика» атом боҙватҡысының Төньяҡ полюсҡа уңышлы үтеп инеүе өсөн стратегик боҙ разведкаһын тәьмин итә.

Мәскәүҙә йәшәй. 1991 йылдың 6 октябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы
  • ике Ленин ордены,
  • 2-се дәрәжәләге Кутузов ордены,
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • миҙалдар.
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984).

Йылға флоты Министрлығы судноһы һәм Екатеринбургтағы урам уның исеме менән аталған.

  • Шевелёв, Марк Иванович. Сайт «Герои страны»
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.