Шершни (ҡасаба)
Шершни | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d] |
Халыҡ һаны |
2513 кеше (1970)[1], 3000 кеше (1977)[2], 3000 кеше (1983)[3], 2327 кеше (1995)[4], 2762 кеше (2002)[5] |
Шершни — Силәбенең үҙәк районында, ҡаланың көнбайыш өлөшөндәге микрорайон.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба биләмәһе — көнсығыштан Мейәс йылғаһы, көньяҡтан — Шершни һыуһаҡлағысы быуаһы, төньяҡтан Төньяҡ-Көнбайыш биҫтәһенең аҙ ҡатлы төҙөлөштәре менән сикләнә. Шершни менән Силәбенең төньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк өлөштәре араһында ҡала эсе автобус маршруттары булдырылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаға XVIII быуаттың 2-се яртыһында (1784 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1737-лә[6]) Силәбе ҡәлғәһенән күсенеп сығыусылар тарафынан нигеҙ һалына, 1795 йылда[7] Даниил Шерстнёв (Шершнёв) казак ҡасабаһы булараҡ архив документтарында иҫкә алына.
1810 йылдан алып Шершни ҡасабаһы янында старателдәр һибелмә алтын сығара башлаған. Ҡасабанан көнбайыштараҡ Алтын тау урынлашҡан, унда 1843-1935 йылдарҙа шахта ысулы менән алтын сығарғандар, ә һуңынан шахталарҙы Сталин репрессиялары ҡорбандарын ерләү өсөн файҙаланғандар[8].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә, Силәбе ҡасабаһынан бүленеп сыҡҡан был боронғо торамаға атама тәүге булып күсенгән Шершнев тигән кешенең фамилияһы буйынса бирелгән тип яҙа[9][10].
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала Рәсәй Фәндәр академияһы Урал федераль аграр ғилми-тикшеренеү үҙәге филиалыУрОРАН — Көньяҡ Урал Балыҡсылыҡ һәм картуфсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты урынлашҡан.
Ҡасабанан йыраҡ түгел уның менән бер исемле Шершни һыуһаҡлағысы төҙөлгән[11].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михалев Сергей Михайлович (1947—2015) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры, РСФСР</a>-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1970 года (урыҫ) — Челябинск: 1971. — 196 с.
- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1977 — Силәбе: 1978. — 186 с.
- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1983 года — Силәбе: 1983.
- ↑ Административно-территориальное деление Челябинской области по состоянию на 1 июня 1997 года (урыҫ) — Челябинск: 1997. — 263 с.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Мой район Центральный (24 сентябрь 2007). Дата обращения: 5 март 2008. 2011 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ Топонимика Челябинской области . Дата обращения: 5 март 2008. 2006 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ [www.geocaching.su/?pn=101&cid=3121 TR/3121 Мемориал «Золотая гора»] (13 сентябрь 2007).
- ↑ Шершни, поселок, железнодорожная станция, поселок, территория города Челябинска. Старинное поселение, возникшее в 1784—1795 гг. как выселок из Челябинской крепости. Называется по фамилии первопоселенца Шершнева. — Шувалов Шершни// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.
- ↑ Е. Клавдиенко. Шершневское море . pochel.ru (17 ғинуар 2014). Дата обращения: 23 апрель 2019.