Шлюхин Николай Матвеевич
Шлюхин Николай Матвеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1914 |
Тыуған урыны | Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 ноябрь 1992 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шлюхин Николай Матвеевич (24 декабрь 1914 йыл, Ырымбур губернаһы — 29 ноябрь 1992 йыл, Ишембай) — СССР нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Матвеевич Шлюхин Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Новотроицк ауылында тыуған (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы).
Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың көньяғында 40 нефть ятҡылығы асылған һәм бырауланған, яңы төр забой двигателдәре файҙаланыуға тапшырылған, юғары тәрәнлектәге быраулауҙың турбина ысулын үҙләштергән. Н. М. Шлюхин етәкселеге аҫтында быраулау һәм вышка монтаж эштәрен селтәрле планлаштыру буйынса индустриаль алым индерелә.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педагогия, һуңынан Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай[1]. Ишембай промыслаларында ике йыл эшләй. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем Баҡы промакадемияһында уҡый, ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғас тарҡатыла, шунан һуң Н.М. Шлюхин Ишембайға ҡайта.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936—1974 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһендә: быраулаусы, инженер, торба базалары начальнигы, 1947 йылдан - Ишембай быраулау контораһы директоры, 1968 йылдан - «Башюгнефтеразведка» (Ишембай) тресы идарасыһы урынбаҫары, 1970 йылдан - Ишембай УБР базаһы начальнигы.
Асылған һәм бырауланған нефть ятмалары араһында: Грачевка, Исим, Канчурино, Һарытау һ. б.
Уның етәкселегендә быраулау яйланмаларын ҡаҙан ҡоролмаларынан дизель электр үткәргесенә күсереү, «Уралмаш-3Д», «Уралмаш-5Д» быраулау яйланмаларының яңы төрҙәрен һынау һәм индереү буйынса эш алып барыла, быраулаусылар кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса яңы система индерелә
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин ордены (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1948).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны: Елизавета Михайловна; балалары, Юрий, Борис, Людмила; ейәндәре Александр, Дмитрий, Сергей, Анастасия, Ольга, Ирина.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ШЛЮХИН НИКОЛАЙ МАТВЕЕВИЧ // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 615. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ты вспомни, как все начиналось 2016 йыл 17 май архивланған.
- Н. М. Ризванов. ШЛЮХИН Николай Матвеевич(недоступная ссылка)
- Нефтселәр тырышлығы менән үҫте Ишембай // газ. торатау 23.01.2015 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.ishimbay.ru/novosti/kultura/100-letie-zemljaka.html(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 29 ноябрҙә вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Ишембайҙа вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 3-сө саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Нефтселәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған нефтселәре
- СССР-ҙың почётлы нефтселәре