Эстәлеккә күсергә

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйхетдинов Ғимай
Фәсхетдин улы
Тыуған ваҡыты

21 июнь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Ҡыҙылъяр ауылы

Үлгән ваҡыты

6 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (39 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1935—1937, 1941—1945

Хәрби звание
Өлкән лейтенант
Өлкән лейтенант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин орденыҠыҙыл Йондоҙ ордены

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы (21 июнь 1913 йыл — 6 сентябрь 1952 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының батарея командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944)[2].

Ғимай Фәсхетдин улы Шәйхетдинов[3]. 1913 йылдың 21 июнендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[4] Ҡыҙылъяр ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. 1935 йылда Өфө урман-техник техникумын тамамлай. 1942 йылда коммунистар партияһына инә. Армияға саҡырылғанға тиклем Иглин урман хужалығында эшләй[2]. Артабан, 1935—1937 йылдарҙа, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1937 йылдан алып — Нуриман район комитеты ҡарамағындағы Башосоавиахимдың рәйесе. Нуриман районы райвоенкоматы тарафынан 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ленинград артиллерия училищеһына уҡыуға йүнәлтелә, училищены 1943 йылда тамамлай. 1944 йылдың 9 ғинуарынан алып — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 2-се Украин фронты 4-се гвардия армияһы 41-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, 89-сы гвардия артиллерия полкында батарея командиры була. 1945 йылда, һуғыштан ҡайтҡандан һуң, Нуриман районында төрлө вазифаларҙа эшләй: башта элекке эш урынында Башосоавиахимдың рәйесе вазифаһын башҡара, 1950 йылдан — Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы мөдире[2].

Башҡорт АССР-ның Юғары Советы депутаты (2-се саҡырылыш) итеп һайлана.

1952 йылдың 6 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында ерләнә.

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә. 89-сы гвардия артиллерия полкы батареяһы командиры гвардия лейтенанты Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы Корсунь-Шевченко операцияһы барышындағы алыштарҙа айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә[5]. 1944 йылдың 17 февралендә Украин ССР-ының Журжинцы ауылы тирәһендә Шәйхетдинов етәкселегендәге батарея орудиелар уты менән дошман һөжүмдәрен кире ҡаға, батарея яугирҙары ҡулдарына автоматтар алып, дошманды ҡамауға алалар, 250-нән ашыу һалдатты юҡ итәләр һәм позицияларҙы һаҡлап ҡалалар[2], [4].

Советтар Союзы Геройы исеме Ғ. Ф. Шәйхетдиновҡа 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Геройҙың исеме уның тыуған ауылындағы урамға бирелгән[9]

— Батарея артиллеристарының батырлыҡ күрһәткән урынында һәйкәл ҡуйылған[2]

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
  2. 1 2 3 4 5 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 381—382 биттәр
  3. Герой Советского Союза Шайхутдинов Гимай Фасхутдинович. «Герои страны». Дата обращения: 26 февраль 2013. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2013 года.
  4. 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 54, л. 51, 52).
  5. 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 6)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Башкирская энциклопедия — Шайхутдинов Гимай Фасхутдинович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2018)
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..