Шәйхисламов Вәли Шәйхислам улы
Уҡыу көйләүҙәре
Шәйхисламов Вәли Шәйхислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Йөннө, Йөннө ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәйхисламов Вәли Шәйхислам улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйхисламов Вәли Шәйхислам улы 1903 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы Йөннө ауылында тыуа[1]. Ҡыҙыл Армия сафына Илеш районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Бөйөк Ватан һуғышында 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 62 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[1][2].
Хәрби ҡаһарманлыҡ эшләгән көндәре: 1945 йылдың 24-25 апреле (1945 йылдың 1 июнендә иғлан ителгән 4/н һанлы бойороҡ)[1][2].
Наградалау документында ошондай юлдар яҙылған[1]:
Гвардия ҡыҙылармеецы 3 эскадрон пулемет тачанкаһы ат тотоусыһы Шәйхисламов Вәли Метлов ауылында нығынған дошман төркөмөн юҡ иткәндә, 1945 йылдың 24 апреленән 25 апреленә ҡарай төндә, дошман уты аҫтында ваҡытында пулемет менән тачанканы алғы һыҙыҡҡа алып сыға, ә аҙаҡ ышыҡ урында аттарын йәшерә, патрон таҫмаһының хәрби әҙерлеген тикшерә. Бынан тыш, хәрби хәлдең ауыр шарттарында үҙенең аттарын һаҡлап ҡала ала, уларҙы яҡшы тәрбиәләй һәм аҙыҡ менән тәьмин итә. |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)[1].
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Память народа. Шайхисламов Вали Шайхелисламович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Шайхисламов Вали Шайхисламович 2021 йыл 7 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Шайхисламов Вали Шайхелисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ШАЙХИСЛАМОВ Вали Шайхесламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шайхисламов Вали Шайхисламович 2021 йыл 7 июнь архивланған.