Шәрипов Әхсән Шәрифғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәрипов Әхсән Шәрифғәле улы битенән йүнәлтелде)
Шәрипов Әхсән Шәрифғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 август 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Шишмә, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 март 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт юридик университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены

Шәрипов Әхсән Шәрифғәли улы (17 август 1927 йыл — 14 март 2004 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхсән Шәрифғәли улы Шәрипов 1927 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Шишмә ауылында тыуған. Юғары белемле, 1957 йылда Мәскәү юридик институтын тамамлай.

1941 йылда Балтас районы «Осҡон» («Искра») колхозында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай. Куйбышев 1950—1952 йй. Куйбышев юридик мәктәбендә уҡый. 1952—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Ҡыйғы район судында халыҡ судьяһы булып эшләй. 1959 йылда Ҡыйғы районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана.

Ә. Ш. Шәрипов етәкселегендә колхоз туғыҙынсы биш йыллыҡтағы (1971—1975) гектарынан 18 центнер уңыш күрһәткесен унынсы биш йыллыҡта (1976—1980) — гектарынан 27 центнерға тиклем күтәрҙе. Был райондағы башҡа хужалыҡтарҙың уртаса күрһәткесенән 9 центнерға күберәк. Дәүләткә 19,5 мең тонна йәки, планды 2 тапҡырға арттырып, икмәк һатыла. 1980 йылда гектарынан 28 центнер ашлыҡ йыйыла, план 143 процентҡа үтәлә.

Ә. Ш. Шәрипов етәкселегендә малсылыҡта ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшелә. 1980 йылда һәр һыйырҙан 3000 килограмм һөт һауылып алына. Һәм был 10-сы биш йыллыҡтың тәүге йылына ҡарағанда 480 килограмға күберәк. 439 Эре мөгөҙлө малдарҙың уртаса тапшырыу ауырлығы 439 килограмға, сусҡаларҙың ауырлығын — 104 килограмға тиклем еткерелә. Һөт әҙерләү планы ваҡытынан алда — 1980 йылдың 1 июленә, ит планы — 20 авгусҡа, йомортҡа буйынса — дүрт йыл эсендә үтәлә. 1980 йылда колхоздың килеме 600 мең һум тәшкил итә, был 1976 йылға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк була.

Производство һәм социаль-мәҙәни ҡоролмалар төҙөүгә 4,2 миллион һум аҡса бүленә, шул иҫәптән социаль объекттарға — 685 мең. Колхоз ярҙамы менән колхозсылар өсөн йыл һайын 20-25 торлаҡ йорт төҙөлә.

Ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур уңыштары һәм 1980 йылда, унынсы биш йыллыҡтың йомғаҡлау йылында, дәүләткә иген һәм игенселектең башҡа продуттарын һатыуҙа социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәгәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 23 февраль Указы менән Ә. Ш. Шәриповҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1987 йылда пенсияға сыға.

Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты.

2004 йылдың 14 мартында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

У. кооперативтары. Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Калинин геройына мемориаль таҡтаташ асылды.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6</nowiki>.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с.. науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Каргапольцев. Шарипов Ахсан Шарипович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 14 июль 2016.