Эстәлеккә күсергә

Шәриф Сөнчәләй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәриф Сүнчәләй битенән йүнәлтелде)
Шәриф Сөнчәләй
Исеме

Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев

Тыуған көнө

3 ноябрь 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Һарытау губернаһы, Хвалын өйәҙе, Иҫке Мәстәк ауылы[1]

Вафат булған көнө

9 ноябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

педагог, этнограф

Шәриф Сөнчәләй (төп исеме — Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев; 3 ноябрь 1885 йыл, Һарытау губернаһы, Хвалын өйәҙе, Иҫке Мәстәк ауылы — 9 ноябрь 1959 йыл, Мәскәү) — Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы күренекле хеҙмәткәр, этнограф, иҡтисадсы, педагог.

Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сөнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сөнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә Һарытау губернаһының Хвалын өйәҙе[1] Иҫке Мәстәк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сөнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе рус революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сөнчәләй Пермь губернаһының Сәрәш рус-башҡорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылында күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.

Февраль революцияһы ваҡытында Шәриф Сөнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.

1917 йылдың мартында Шәриф Сөнчәләй Өфөгә күсә. Унда революционер Ш. Хоҙайбирҙин, яҙыусылар Ғ. Ибраһимов һәм М. Ғафури менән бергә «дин үә милләт» хаҡына берләшкән башҡорт, татар реакцион көстәренә ҡаршы көрәшә, «Ирек» гәзитен сығара.

Октябрь революцияһынан һуң Шәриф Сөнчәләй төрлө комитеттарҙа эшләй, Өфө губерна Советы эргәһендәге башҡорт-татар комиссариатының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була, ваҡытлы матбуғат биттәрендә буржуаз милләтселәрҙе һәм контрреволюционерҙарҙы фашлай. 1919 йылдың йәйендә Өфө Колчак ғәскәрҙәренән азат ителгәс, ул губернала мәғариф эштәрен әүҙем ойоштороусыларҙың береһе була, Өфөлә һәм ауылдарҙа уҡыу йорттары асыуҙа ҡатнаша, яңыса уҡытыу-тәрбиә эшенең асылын халыҡҡа аңлата, наҙанлыҡты бөтөрөү саралары күрә.

1922—1927 йылдарҙа Шәриф Сөнчәләй Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары, социаль тәрбиә идаралығы мөдире, ғилми-методик үҙәк рәйесе һәм коллегия ағзаһы була. Был осорҙа ул мәктәп, педагогия техникумдары һәм Өфө халыҡ мәғарифы институты уҡытыусыларын, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен үҙ тирәһенә туплай, уларҙың барлыҡ көсөн һәм тырышлыҡтарын уҡытыу-тәрбиә эшенең фәнни-ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтә.

Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатында, фәнни-методик академия үҙәгендә Шәриф Сөнчәләй З. Шакиров, Н. Чижов, Ә. Мансуров, Хөсни Усман, С. Ямалиев менән бергә яңы педагогика һәм методика талаптарына яуап биргән уҡытыу программалары, дәреслектәр һәм башҡа әсбаптар төҙөү буйынса ҙур эш башҡара. 1927 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институтына етәкселек итеүҙе көсәйтеү маҡсатында Шәриф Сөнчәләй был уҡыу йортоноң директоры итеп тәғәйенләнә.

Мәғарифты ойоштороу буйынса бай тәжрибә туплаған Шәриф Сөнчәләй бында эшләгән ике йыл эсендә институтты юғары уҡыу йорто —- Башҡорт дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртеүгә ҙур хеҙмәт индерә. Педагогия институты юғары белемле кадрҙар менән нығытыла, Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттары араһында үҙ урынын ала. Был йылдарҙа Шәриф Сөнчәләй мәғариф, педагогика, иҡтисад, этнография темаларына фәнни-ғәмәли хеҙмәттәр яҙа, балалар баҡсалары эшен ойоштороу мәсьәләһен күтәрә.

1930—1934 йылдарҙа Шәриф Сөнчәләй иҡтисад буйынса коммунистик академия эргәһендәге аспирантурала уҡый. Был уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ул Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтар ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр итеп ҡалдырыла, шул уҡ ваҡытта Мәскәү туҡымалар институтында сәйәси иҡтисад доценты вазифаһын башҡара.

Шәриф Сөнчәләй Башҡортостан тарихы һәм иҡтисады, этнография темалары буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, Мәскәүҙә йәшәгән йылдарҙа (1932—1959) күп ғилми хеҙмәттәр яҙа. Уның айырыуса «Башҡортостан тураһында дөйөм мәғлүмәттәр», «Башҡортостан мәктәптәрендә тыуған яҡты өйрәнеү» тигән хеҙмәттәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 1947 йылда Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сыҡҡан «Этнографические особенности башкир» тигән китабы төрлө мәғлүмәттәргә бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ғалим башҡорт фольклоры, теле буйынса библиография төҙөй, ғилми күҙәтеүҙәр яһау, дөйөмләштереү менән шөғөлләнә.

1938 йылда Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сөнчәләев нигеҙһеҙ эҙәрләүҙәргә дусар ителә, әммә 1956 йылда тулыһынса аҡланып, нахаҡ бәләләр кире алына.

  1. 1,0 1,1 Хәҙер Ульяновск өлкәһе, Иҫке Кулаткы районы.
  • Ергин Ю. В. Ш. Х. Сюнчелей (1885—1959). — Уфа, 2006.