Эстәлеккә күсергә

Щербатов Фёдор Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Щербатов Фёдор Фёдорович
Герб
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 март (1 апрель) 1731
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 август 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Атаһы Фёдор Андреевич Щербатов[d]
Әсәһе Аграфена Александровна Прозоровская[d]
Хәләл ефете Анна Григорьевна Мещерская[d]
Балалары Дарья Фёдоровна Щербатова[d], Щербатов, Александр Фёдорович[d] һәм Анна Фёдоровна Щербатова[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Ете йыллыҡ һуғыш һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Георгия III степени

Кенәз ЩербатовФ едор Федорович (1729—1791) — Пугачев ихтилалы уртаһында хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы.

Кенәз Федор Федорович Щербатов сығышы буйынса кенәз нәҫеле Щербатовтарҙан; тайный советник кенәз Федор Андреевич һәм княгиня Прозоровская Аграфена Александровнаның (элекке императрица Анна Иоанновнаның кәмитсеһе) улы, 1729 йылда тыуа. Ата-әсәһе йортонда бик һәйбәт тәрбиә ала, 1740 йылда паж булып хеҙмәткә инә һәм дүрт йылдан поручикка дрәжәһенә күтәрелә.

Ете йыллыҡ һуғышта бер нисә алышта бик уңышлы ҡатнаша, 1757 йылда — полковник , 1761 йылда — бригадир һәм 1762 йылда генерал-майор итеп үрләтелә.

1766 йылда хәрби коллегияһын һайлана. 1767 йылда яңы Уложение проектында ҡатнаша, үҙенең туғаны М. М. Щербитов менән юғары дворянлыҡ өҫтөнлөктәрен яҡлай.

Төркиә менән һуғышта Щербатов граф Панин етәкселегендәге икенсе армияға дежур генералы итпәп тәғәйенләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Изге Анна ордены менән бүләкләнә.

1771 йылдың июнь айында айырым корпус башында Арабат ҡәлғәһен яулап ала, Щербатов генерал-поручик чинына лайыҡ була, шулвй уҡ 1771 йылдың 11 июлендә 3 класс Изге Георгий хәрби ордены (32-се һанлы) менән бүләкләнә.

Шул уҡ йылдың июлендә Керчь, Еникале һәм Таманде яулап ала. Кенәз Долгоруков килеп еткәнгә тиклем Ҡырым ярымутрауын тәртиптә тотоп тора.

1773 йылда ауырыуы арҡаһында Рәсәйгә ҡайта, әммә ғаиләһенә барып етеп өлгөрмәй, Пугачев болаһын баҫтырыуға ебәрелгән генерал Бибиков уны саҡыртып ала

Башта Щербатовҡа Ҡаҙандағы ғәскәрҙәрҙе етәкләргә бойорола, Бибиковтың вафатынан һуң уны баш командующиә вазифаһында алыштыра. Был вазифала батшабикә уны 1774 йылдың 1 майында раҫлай. Уның алдында бик ҡатмарлы бурыстар ҡуйыла: губерналағы бөтә эштәрҙе күҙ уңында тоторға, кәрәк саҡта губернаторҙарға хәрби ярҙам күрһәтергә, уларҙың ғәмәлдәрен бер-бере№енә тап килтерергә, төрлө юлдар менән башҡорттарҙан Пугачевты тотоп биреүҙе талап итергә.

Урындағы тәртип һәм көрәштең шарттары менән таныш булмаған Щербатов губернаторға ышанып, эштәрҙе үҙ яйына һала, Ҡаҙанда урындағы командаларҙы ғына ҡалдырып, үҙенең ғәскәрҙәре менән Ырымбурға табан китә.

Пугачев генерал Михельсондан ҡасыуға өлгәшә, Щербатов ышанып ҡалдырған командаларҙы тар-мар итә, шулай итеп, быға тиклем булмаған уңышҡа тарый. Щербатов Ҡаҙандағы хәлде тотоҡландыра алмай. 22 июндә ғәскәрҙәр менән килеп еткәндә Ҡаҙан бөтә яҡтан да үртәлгән була. Пугачев Волга аша сығып, алпауыт крәҫтиәндәрен һәм урыҫ булмаған халыҡты үҙенең яғына ауҙара. Бола Волга буйын тулыһынса ялмап ала.

Императрица Екатерина 1774 йылдың 24 июлендә Щербатовты вазифаһынан бушата, хеҙмәттән отставкаға ебәрелә, баш ҡалаларҙа йәшәҙән мәхрүм ителә

Отставканан һуң Башино имениеһында йәшәй. Ғүмеренең аҙағында ғына Щербатовтан йәбер алына. 1791 йылдың 31 авгусында вафат була.

1761 году княжна Мария Александровна Бекович-Черкасскаяға өйләнә (1762 йылда вафат була), ҡатыны Дарья ҡыҙы тыуғандан һуң атаһы йортона ҡайта. Икенсе ҡатыны — Анна Григорьевна Мещерская (1729—1791). Был никахтан бер улы, ике ҡыҙы була. Улы Александр федорович хәрби хеҙмәттә була, урыҫ — фарсы һуғышында, итальян, швед походтарында, 1805 йылғы кампанияла, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм сит ил походтарында ҡатнаша.

  • Щербатов, Федор Федорович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.Ҡалып:ВТ-РБС+
  • Степанов В. С., Григорович П. И. В память столетнего юбилея императорского Военного ордена Святого великомученика и Победоносца Георгия. (1769—1869). СПб., 1869