Ылаҡты
Ылаҡты | |
---|---|
Ашкарка? | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 53°35′18″ с. ш. 57°37′25″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ағиҙел |
· Урынлашыуы | 1180 км уң ярына |
· Координаталар | 53°30′18″ с. ш. 57°37′13″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
Район | Белорет районы |
РДҺР | 10010200212111100017195 |
— инеше, — тамағы |
Ылаҡты рус. Ашкарка— Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 1180 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева биргән мәғлүмәт ошолай:
Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[2]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[3]
.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017195
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101719
- Бассейн коды — 10.01.02.002
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит