Эстәлеккә күсергә

Эжен Ионеско

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эжен Ионеско
франц. Eugène Ionesco
рум. Eugen Ionescu
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Румыния
Тыуған ваҡыттағы исеме рум. Eugen Dimitri Ionescu[2]
Тыуған көнө 26 ноябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][3]
Тыуған урыны Слатина[d], Румыния[4][3]
Вафат булған көнө 28 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][5][3] (84 йәш)
Вафат булған урыны XIV округ Парижа[d], Париж, Франция[3]
Ерләнгән урыны Монпарнас зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Родика Ионеско[d]
Туған тел Румын теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле, Румын теле һәм инглизсә
Һөнәр төрө драматург, шағир, әҙәби тәнҡитсе, автор дневника, иллюстратор, художник-график
Эшмәкәрлек төрө сәнғәт башҡарыу төрҙәре[d], әҙәби эшмәкәрлек[d][6], драма[d][6] һәм шиғриәт[6]
Биләгән вазифаһы seat 6 of the Académie française[d][7]
Уҡыу йорто Бухарест университеты[d]
Carol I National College[d]
Fraţii Buzeşti National College[d]
Колледж Святого Саввы[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1994[8]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Транснациональная радикальная партия[d]
Сәнғәт йүнәлеше Абсурд драмаһы[d] һәм дадаизм[d]
Ойошма ағзаһы Румын академияһы[d], Француз академияһы[d][7], Патафизика коллежы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Бавария сәнғәт академияһы[d], Азатлыҡтар Европаһы өсөн интеллектуалдар комитеты[d] һәм Берлин сәнғәттәр академияһы[d][4]
Йоғонто яһаусы Сэмюэл Беккет, Франц Кафка[9], Альфред Жарри[d], Караджиале, Ион Лука[d], Тристан Тцара[d] һәм Урмуз[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре academie-francaise.fr/le…
Хеҙмәттәре тупланмаһы Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[10]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Эжен Ионеско Викимилектә

Эжен Ионеско (франц. Eugène Ionesco, үҙенең исеме Эуджен Ионеску, рум. Eugen Ionescu; 26 ноябрь 1909(19091126) — 28 март 1994) — румын сығышлы француз драматургы, эстетик абсурдизм йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (абсурд театры), XX быуат театр авангардының күренекле классигы.

Француз академияһы ағзаһы (1970 йылдан), Румын академияһы ағзаһы (2009 йылдан, үлгәндән һуң)[11].

Ионеско Эжен 1909 йылдың 26 ноябрендә Слатинда (Румыния) тыуған. Сабый сағында уҡ ата-әсәһе уны Парижға алып киткәндәр. Француз теле уның беренсе теленә әүерелә. Ионеско үҫмер сағында ғаиләһе менән Румынияға ҡайта. Бухарест университетының француз бүлегенә уҡырға инә. Әҙәбиәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлағанда ул шиғырҙарҙы француз һәм румын телдәрендә яҙа, шулай уҡ «Юҡ!» тигән бик ҡыйыу памфлет ижад итә. Памфлет дадаистарҙың нигилистик йүнәлешендә яҙыла, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың берҙәмлеген күрһәтеп, башта өс румын яҙыусыһын тәнҡитләй, һуңынан уларҙы уҡ күккә сөйөп маҡтай.

«Таҙ башлы йырсы» (La cantatrice chauve, 1950), исемле тәүге пьесаһында Ионеско аҡылдан яҙған донъяны, «ысынбарлыҡтың юҡҡа сығыуын» һүрәтләй. Артабан был пьеса артынан «Дәрес» (La leçon, 1951), «Ултырғыстар» (Les chaises, 1952), «Яңы өйләш» (Le nouveau locataire , 1953), «Киләсәк — йомортҡаларҙа» (L’Avenir est dans les œufs, 1957, «Эскерһеҙ үлтереүсе» (Tueur sans gages, 1959), «Мөгөҙморон» (Rhinocéros, 1959), «Һауа йәйәүлеһе» (Le pieton air de l', 1962), «Король вафат була» (Le roi se meurt, 1962), «Аслыҡ һәм Сарсау» (La soif et faim la , 1964), «Макбетт» (Macbett, 1972), «Кеше чемодандар менән» (1975) һәм «Үлеләр араһында сәйәхәт» (Le voyage chez les morts, 1980) пьесалары донъя күрә. Шулай уҡ Ионеско «Яңғыҙ» (Le solitaire, 1974) романын һәм бер нисә балалар китаптары серияһын яҙа.

Уның пьесаларындағы ситуациялар, характерҙар һәм диалогтар ысынында кәндәлек ысынбарлыҡҡа түгел, төштөң образдарына һәм ассоциацияларына эйәрә. Ҡыҙыҡ, көлкөлө парадокстар, клише, әйтемдәр һәм башҡа һүҙ уйындары ярҙамында тел ғәҙәти мәғәнәләренән һәм ассоциацияларҙан тайпыла. Уның пьесалары урам театрынан, цирк клоунадаһынан, Ч. Чаплиндың, Б. Китондың, ағалы-ҡустылы Маркстарҙың фильмдарынан, антик комедияһынан һәм урта быуат фарсынан барлыҡҡа килә — уның драматургияһының сығанаҡтары күп кенә жанрҙарҙа, сәхнә жанрҙарында ғына түгел — мәҫәлән, улар лимериктарҙа һәм «шендирлауҙа»[12], П. Брейгельдең "Мәҡәлдәр"ендә һәм У. Хогарттың парадоксаль һүрәттәрендә ята. Типик ысул — актерҙарҙы үҙ эсенә йолоп алырҙай әйберҙәрҙе өйөү, әйберҙәр йәшәй башлай, ә кешеләр йәнһеҙ әйберҙәргә әйләнәләр. «Ионеско циркы» — уның иртә драматургияһына ҡарата йыш ҡулланылған термин. Шул уҡ ваҡытта, ул үҙенең сәнғәтен тик ситләтеп кенә сюрреализм менән бәйле булыуын таный[13], күпкә ихласыраҡ — дадаизм менән.

La Huchette театры

Эжен Ионеско, мин үҙемдең ижадым менән донъяға трагик ҡарашты сағылдырам, тип ныҡыша. Уның пьесалары индивидуумдар ике аяҡлы булмағандар һымаҡтар ғаиләһе вәкилдәренә әйләнеү ҡурҡынысы аҫтында булған йәмғиәтте хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалай («Мөгөҙморон», 1965[14]), — аноним үлтереүселәр һәптәнләп йөрөгән йәмғиәт ҡурҡынысынан («Эскерһеҙ үлтереүсе», 1960), бөтәһе лә даими рәүештә реаль һәм трансцендент донъя ҡурҡыныстары менән уратылған саҡта («Һауа йәйүлеһе», 1963[15]). Драматургтың «Эсхатологияһы»  — донъя һуғышы ҡыйынлыҡтарынан һәм ауыр кисерештәрҙән тулыһынса төҙәлгән йәмғиәттең интеллектуаль, ижади вәкилдәр өлөшөнөң, «шөрләгән пятидесятниктарҙың» донъяға ҡарашындағы үҙенсәлеклелеге[16]. Ҡаушап ҡалыу тойғоһо, айырымланыу, уратып алған битарафлыҡ һәм рациональ гуманистик ихтыяждан догматтарға эйәреү кәрәклеге һиҫкәндерә, ябай кешене ошо баҙнатһыҙ ғәмһеҙлектән сығарыу теләген тыуҙыра, яңы бәләләрҙе юрарға мәжбүр итә. Швоб-Фелих әйтеүенсә, бындай ҡараш күсеш осоронда барлыҡҡа килә, «тормош тойғоһо тетрәнгән саҡта»[17]. Э. Ионеско пьесаларында сағылдырылған шом ниндәйҙер бер сәйер ҡылыҡ, туҙға яҙмаған фантазия һәм ғәҙәти булмаған, эпатаж башватҡыс тип ҡабул ителде Ионесконың әҫәрҙәре репертуарҙарҙан алына. Әммә ике тәүге пьесаһы — «Таҙ башлы йырсы» (1948, антипьеса) һәм «Дәрес» (1950) — һуңыраҡ сәхнәлә яңыртыла, һәм 1957 йылдан алып күп йылдар дауамында һәр кис һайын Париждың иң бәләкәй залында — Ла Юшетта — барҙылар. Ваҡыт үтеү менән әлеге жанр аңлашыла башлай, әммә ғәҙәти булмағанлығы өсөн түгел, ә сәхнә метафораһының ышандырырлыҡ теүәллеге арҡаһында.

Э. Ионеско иғлан итә: «Социалистикмы — юҡмы, реализм ысынбарлыҡтан ситтә ҡала. Ул тарайта, төҫһөҙләндерә, боҙоп күрһәтә уны… Кешене бәләкәсәйгән һәм алыҫайған перспекттивала кәүҙәләндерә. Хәҡиҡәт беҙҙең хыялдарҙа, уйыбыҙҙа… Эштең асылы тик мифта ғына…»[18]

Ул театр сәнғәтенең асылына әйләнеп ҡайтырға саҡыра. Иң яраҡлы булып уға боронғо ҡурсаҡ театры спектаклдәре күренәләр, улар, ысынбарлыҡ тупаҫлығын, гротесклығын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн, дөрөҫлөккә оҡшамаған, тупаҫ карикатура образдарын тыуҙыралар. Драматург специфик театр булараҡ яңы театрҙың берҙән-бер үҫеш ихтималлығын примитив гротеск сараларын тап гипертрофиялы ҡулланыуҙа, шартлы театр ысулдарын һуңғы сиктәге «ҡанһыҙ», «түҙә алмаҫлыҡ» формаларҙа, комик һәм трагик «пароксизмында» күрә. Ул «ярһыу, тыйылғыһыҙ» театрҙы булдырырға ынтыла — ҡайһы бер тәнҡитселәр ҡылыҡһырлауынса — «һөрән һалыу театрын». Ошо уҡ ваҡытта, Э. Ионеско баштан уҡ үҙен иҫ китерлек һәләтле әҙәбиәтсе һәм сәхнә белгесе итеп таныта. Уға ғәҙәттән тыш күҙаллау көсө менән ниндәй булһа ла театраль ситуацияларҙы «куренерлек», «тойорлоҡ» итеп кәүҙәләндереү өсөн һис шикһеҙ оло талант бирелгән[16].

«Таҙ башлы йырсы», Noctambule, 1950
А. Дюрер, Мөгөҙморон, гравюра, 1515 йыл

Парадокс театры вәкиле булараҡ Эжен Ионеско, Беккеткеүек, телде боҙмай — уларҙың эксперименты каламбурҙарға ҡайтып ҡала, телдең структураһын улар емермәй. Һүҙ менән уйын («вербаль эквилибр») — берҙән-бер маҡсат түгел. Уларҙың пьесаларында телмәр асыҡ ишетелешле, әммә геройҙарҙың фекерәү эҙмә-эҙлекһеҙ булып күренә. Көндәге айыҡ фекерлелек логикаһы композицион саралар аша көлкө итеп күрһәтелә. Был пьесаларҙа бик күп аллюзиялар, ассоциациялар, уларҙы төрлөсә аңлап була. Пьеса ситуацияның күп үлсәмле ҡабул итеүен күрһәтә , уның объектив интерпретацияһын юл ҡуя. Ҡайһы бер тәнҡитселәр бындай һығымталарға яҡынса ғына киләләр, әммә улар поляр булыуы ихтимал һәм ышандырырлыҡ дәлилдәр менән иҫбатлана, һәр хәлдә үрҙә әйтелгәндәр тәүге пьесалағы күренештәр менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа инә. Уға Ионеско «тел фажиғәһе» өҫтәмә исемен осраҡлы бирмәй, һис шикһеҙ, ул бында уның бөтә нормаларын емерергә маташыуына ишара яһай: эттәр, бетсәләр, йомортҡалар, вакса һәм аҙаҡҡы сәхнәлә күҙлек тураһындағы аҡылға һыймаған фразалар айырым һүҙҙәрҙең, хәрефтәрҙең мығырлауына һәм мәғәнәһеҙ тауыштар бәйләнешенә ишаралай. «А, е, и, о, у, а, е, и, о, а, е, и, у»,— тип яуап бирә уға героиня. Спектаклдең телгә ҡарата емергес функцияһына Ж.-П. Сартр иғтибарын йүнәлтә. Әммә ионеско үҙе бындайыраҡ тар, шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән йыраҡ тора — был, дөрөҫөрәге, ысулдарҙың береһе генә, ҡағиҙәнән ситкә сығып, консерватив театрҙың ""демонтажлауына булышлыҡ иткән принципты раҫлаусы «сикте», эксперименттың сиген күрһәтеү. Дрматург, уның һүҙҙәренсә, «абстракт театрҙы, саф драманы» ижад итергә көсәнә. Тематикаға ҡаршы, идеологияға ҡаршы, сойреализмға ҡаршы, буржуазияға ҡаршы… Яңы азат театрҙы табырға. Йәғни, ысынбарлыҡты иҫәпкә алмаған фекерҙәрҙән азат ителгән, фәҡәт ул ғына ихлас тикшеренеү ҡоралы булырлыҡ, ваҡиғаларҙың йәшерен мәғәнәһен табырлыҡ һәләткә эйә булған театрҙы[16][19].

«Таҙ башлы йырсы» (1948, Ноктамбюль театрында тәүге тапҡыр ҡуйыла — 1950) пьесаһы геройҙары — өлгөлө экономистар. Штамптар менән сикләнгән уларҙың аңы фекер йөрөтөүҙең үҙ-үҙлеген күрһәтә, ҡайһы берҙә ул фәнгә оҡшаш, әммә эстән яңылыш фекер тыуҙыусан, улар үҙ-ара аралышыуҙан мәхрүм. Уларҙың дәғүәләре тик формаль рәүештә логикаға тап килә, һүҙ теҙмәләре уларҙың телмәрен сит телде ныҡлап өйрәнгән саҡтағы эс бошорғос, күңелһеҙ ятлауға оҡшаш. Ионесконы, уның һүҙҙәренсә, пьесаларяҙыуға инглиз теле буйынса занятиялар этәрә. «Мин ҙур тырышлыҡ менән күрһәтмәнән алыған фразаларҙы күсереп яҙа инем. Уларҙы иғтибар менән уҡыған саҡта, мин инглиз телен түгел, ә иҫ киткес хәҡиҡәттәрҙе танып белдем: аҙна ете көн икәнлеген, мәҫәлән. Быларҙы мин элек тә белә инем. Йәки: „иҫән аҫта, ә түбә өҫтә“, быны ла мин белә инем, әммә, күрәһең, етди рәүештә был хаҡта уйланмағын, йәки онотҡанмындыр, әммә был миңә, ҡалғандары кеүек, һис шикһеҙ ҙә һәм шул уҡ ваҡытта дөрөҫ тә күренде». Был кешеләр —манипуляциялар өсөн материал, улар агрессив өйөр резнансына әҙерҙәр. Смиттар һәм Мартендар — Ионесконың артабанғы драматургик тәжрибәһенең мөгөҙморондары.

Әммә үҙе Э. Ионеско «Таҙ башлы йырсы» пьесаһын ғәҙәти «буржуазияға ҡаршы сатира» булараҡ күргән «тәнҡитсе ғалимдарға» ҡаршы сыға. Уның ниәте күпкә «универсаллерәк». Уның фекеренсә, «ваҡ буржуа» — «социаль мөхиттә күренмәҫ булған», «көндәлек тормош механизмына буйһонған», «әҙер идеялар менән йәшәгән» һәр кем. Пьеса геройҙары —ниндәй синыфҡа һәм йәмғиәткә ҡарауға ҡармаҫтан конформистик кешелеклек[19].

Э. Ионеско пьесаларында парадокс логикаһы абсурд логикаһына әүерелә. Башта ҡыҙыҡ уйын кеүек күренгән пьеса М. Сервантестың «Ике лығырлаҡ» пьесаһын хәтерләтә ала ине, әммә Ионеско пьесаһы үҙенең бөтә үҫеше менән тамашасыны рухи векторҙан бөтөнләй мәхрүм ителгән Ultima Thule деформацияланған арауығына ылыҡтыра. Күҙ алдында пәйҙә булған фантасмагорияға шаһит булыусыларға «ғәҙәти үҙаң» ориентирынан тайпылмаҫҡа тырышырға ҡала.

Француз тәнҡитсеһе Мишель Корвен яҙа:

…бушлыҡ тип исемләнгән тауышты үлсәү, телде театр предметы, хатта уның персонажы итеп, ул көлкө тыуҙырһын, механизм һымаҡ эшләһен өсөн, ә шулай булғас, иң баналь мөнәсәбәттәрҙә иҫәрлекте ҡуҙғатһын өсөн Ионеско туҡмай һәм юҡҡа сығара.

«Бурыс ҡорбандары» (1952) персонаждары, властың, хоҡуҡ һаҡлау системаһының теләһә ниндәй бойороҡтарын баш эйеп үтәүселәр — әҙәпле лояль граждандар. Автор ихтыяры буйынса улар метаморфозалар кисерә, уларҙың битлектәре алмашына; геройҙарҙың береһе үҙ туған тейешле кешеһе, полицейский һәм ҡатыны тарафынан бөтмәҫ эҙләүҙәргә дусар ителә, улар уны «бурыс ҡорбаны» итә — эҙләгән кешенең фамилияһын дөрөҫ яҙылыуын эҙләүгә әүерелә. Бурысты үтәү кешене кәмһетә, уның мейеһен серетә, уның хистәрен ябайлаштыра, аңлы кешене автоматҡа, роботҡа, ярымхайуанға әүерелдерә.

Максималь һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн, Эжен Ионеско ғәҙәти фекерләү логикаһына «һөжүм» итә, тамашасыны көтөлгән үҫештең юҡлығы хәленә индерә. Бында ул, урам театры ҡағиҙәләре артынан, ипрвизацияны актерҙарҙан ғына түгел, тамашасынан да талап итә, тамашасы сәхнәләге һәм унан тыш хәлдең үҫешен аптырау тойғоһо менән эҙләй башлай. Ҡасандыр сираттағы эксперимент булараҡ кәүҙәләнгән проблемалар актуаллек сифаттарын ала башлай.

«Бурыс ҡорбандары» пьесаһының концепцияһы осраҡлы түгел. Был пьеса — яҙыусының манифесты, ул уның бөтә булған әҫәрҙәрендә сағылыш таба, 50-60-сы йылдарҙағы драматургтың бөтә теоретик фекерләүе барышы менән раҫлана[16].

Бөтә «реалистик» сифаттарға эйә булған характерҙарҙың бер ниндәй эмпирик ысынбарлығы булмауын юрамал шарж итеп күрһәтә. Актерҙар даими рәүештә образдарҙы үҙгәртә, персонаждың манераһын, башҡарыу динамикаһын ҡырҡа үҙгәртеп, бер хәлдән икенсе хәл-торошҡа индерәләр. «Ултырғыстар» (1951) пьесаһында Семирамида бер ҡараһаң, бабайҙын ҡатыны, бер ҡараһаң, әсәһе булып уйнай. «Мин һинең ҡатының, тимәк, хәҙер һинең әсәйең дә» — ти ул иренә, ә ҡарт («ир-егет, һалдат, ошо йорттоң маршалы») уның тубыҡтарына менеп ултыра һәм: «Мин етем, етем…» тип илаулай башлай. «Минең бәләкәсем, минең етемкәйем, етемем минең», — тип Семирамида уны иркәләй. «Ултырғыстар» пьесаһының театраль программаһында автор пьеса идеяһы тураһында ошолай тип әйтә: «Донъя миңә ҡайһы берҙә мәғәнәһеҙ булып күренә, ысынбарлыҡ — реаль түгел булып. Ошо ысынбарлыҡ булмау тойғоһон мин үҙемдең персонаждарым аша бирергә теләнем, улар хаоста аҙашҡан, уларҙың ҡурҡыуҙан, намыҫ ғазаптарынан… һәм тормоштарының абсолют бушлығын аңлауҙан башҡа бер нәмәһе лә юҡ…»[20].

Э. Ионеско драматургияһына ошоға оҡшаш «әүерелештәр» хас. Йә «Бурыс ҡорбандары» героиняһы Мадлена урам буйлап бала менән китеп барған оло йәштәге ҡатын булып күренә, йә ул үҙенең ире Шуберҙың аңы лабиринттарында Малоны эҙләй, уның ярҙамсыһы була һәм бер үк ваҡытта Ионесконы ҡамсылаған Париж театраль тәнҡитселәре рецензиялары менән ағыуланған һәм уны ситтән күҙәтеүсе тамашасы ролендә кәүҙәләндерелә.

Шуберға килгән полиция хеҙмәткәре уны Малоны эҙләргә мәжбүр итә, сөнки Шубер ошо (йәки икенсе берәү) Мало менән таныш булған. Ошо уҡ полиция хеҙмәткәре намыҫты кәүҙәләндергән Шуберҙың атаһы булып күренә. Герой үҙ хәтирәләрендә, өҫтәлдәге ултырғыстар теҙмәһенә менеп, «күтәрелә», ҡолай, пантомимала үҙ хәтер төптәренә төшә һәм ундағы тишектәрҙе «ябыр» өсөн, бик кү икмәк телемдәрен ашай.

Был иҫ киткес клоунада тураһында төрлө аңлатмалар бар. Серж Дубровски, уның артынса Эсслин пьесаны Фрейдизм һәм экзистенциализмдың ҡатнашма формулаһы булараҡ ҡабул итәләр, ә Шуберҙың тарихын — «универсаль» тезис булараҡ: кеше — бер кем түгел, ул ғүмер буйы үҙ-үҙен эҙләү юлында, бөтмәҫ үҙгәреүҙәргә дусар итееп, ул бер ҡасан да ысынбарлыҡ йәшәйеште тап итмәй. Башҡалар «Бурыс ҡорбандары» пьесаһында реалистик һәм психологик театрға уҫал пародияһын сырамыталар. Өсөнсөләр Ионесконың фекерҙәрен бөтөнләй инҡар итергә кәңәш итәләр, сөнки бында ул Фрейдты, Сартрҙы һәм үҙенә пародия яһай күрәәр. ерә, уның реаль йәшәйештән, ысын ваҡыты ла етә. Башҡа күргән «бурыс ҡорбандары» н яуыз реалистик театр психологик һәм парталдар. Өсөнсө тәҡдим Ионеско кәмһеткәндәр, ғөмүмән, фекерен ҡабул итмәй, сөнки ул, бәлки, пародия һәм бында Фрейд, һәм сарлай, үҙен һәм[16].

Жан-Поль Сартр Эжен Ионесконың ижады тураһында:

Ионеско, Франциянан ситтә тыуып, беҙҙең телгә ситтән ҡараған һымаҡ итә. Ул унда дөйөм урындар, торғонлоҡ сағылдыра. "Таҙ башлы йырсы"нан сығып ҡараһаң, телдең абсурдлығы буйынса шул тиклем киҫкен тамаша алаһың, хатта башҡаса һөйләшәһе килмәй. Уның персонаждары һөйләшмәйҙәр, ә жаргон механизмының гротеск йүнәлешендә имитациялай, Ионеско, өндәү, ымлыҡ, ҡарғыш тауыштарын ғына ҡалдырып, француз телен «эстән» бөлдөрә. Уның театры — тел тураһындағы хыял.

Шөкөр, үҙ юлын 1957 йылдағы үҙенең бер хатында драматург данға юлы тураһында ошолай һөйләй: «Парижда минең беренсе пьесамды уйнағанға ете йыл үтеп китте. Пьесаның уңышы бик һңлпән, скандалы ла былай ғына ине. Минең икенсе пьесамдың уңышһыҙлығы бер аҙ көслөрәк ине, скандарлы ла эрерәк. Һәм тик 1952 йылда „Ултырғыстар“ менән бәйле ваҡиғалар башҡасараҡ була башланы. Һәр кис театрҙа пьеса менән ифрат ҡәнәғәтһеҙ 8 кеше ултыра ине, әммә пьеса тыуҙырған ғауға Парижда, бөтә Францияла бик күп кешегә ишетелде, ул немец яғына ла барып етте. Ә минең өсөнсө, дүртенсе, бишенсе…һинеҙенсе пьесаларым барлыҡҡа килгәндән һуң уларҙың уңышһыҙлыҡтары тураһында ғәйәт ҙәр аҙымдар менән тарала башланы. Йән асыуы Ла-Манш аша үтте…Испанияға, Италияға күсте, Германияла таралды, караптарҙа Англияға барып етте…Уңышһыҙлыҡ былай темптар менә барһа, ул триумфҡа әүерелер, тип уйлайым»[21] Эжен Ионесконың геройҙары йыш ҡына дөйөмләштергән, иллюзор күҙаллауҙарҙың ҡорбандары, йыуаш, законға, бюрократик машинаға буйһонған тотҡондар, конформфункцияларҙы башҡарыусылар. Уларҙаң үҙаңы ялған белем, стандарт педагогик ҡараштар, меркантиллек һәм мөнафиҡ әхлаҡ менән имгәнгән. Улар үҙҙәрен ысынбарлыҡтанү ҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылыусан стандарттың хыялдағы именлеге менән айыра[22].

Әҙәбиәт һәм театр ысынында реаль тормоштоң иҫ китмәле ҡатмарлығын сағылдыра ала микән… Беҙ ҡот осҡос дәһшәт аша үтәбеҙ: әҙәбиәт бер ҡасан да тормош һымаҡ ҡеүәтле, киҫкен, көсөргәнешле булғаны юҡ; ә хәҙер инде күптән[23]. Тормоштоң аяуһыҙлығын күрһәтеү өсөн, әҙәбиәт мең тапҡырға ҡатыраҡ, ҡот осҡосораҡ булырға тейеш. Тормошта күп тапҡыр мине ҡәтғи боролош һиҫкәндерҙе… Йыш ҡына эргә-тирәлә яңы нәмәгә тәүбә ҡыла башлайҙар… Философтар һәм журналистар … «ысын тарихи мәл» тураһында бәхәсләшә башлай. Ошо уҡ ваҡытта фекерләүҙең яйлап үҙгәрә барыуын күрәһең. Кешеләр һеҙҙең фекерҙән баш тарта башлау менән, улар менән башҡаса килешеп булмаған саҡта, имәнес затҡа мөрәжәғәт иткән һымаҡ тояһың үҙеңде…[24]
  • «Таҙ башлы йырсы» (La Cantatrice chauve), 1950
  • Les Salutations, 1950
  • «Дәрес» (La Leçon), 1951
  • «Ултырғыстар» (Les Chaises), 1952
  • Le Maître, 1953
  • Victimes du devoir, 1953
  • La Jeune Fille à marier, 1953
  • Amédée ou Comment s’en débarrasser, 1954
  • Jacques ou la Soumission, 1955
  • «Яңы күрше» (Le Nouveau Locataire), 1955
  • Le Tableau, 1955
  • L’Impromptu de l’Alma, 1956
  • «Киләсәк йомортҡаларҙа» (L’avenir est dans les Oeufs), 1957
  • «Хәйләһеҙ үлтереүсе» (Tueur sans gages), 1959
  • "Дүртәү өсөн этюд " (Scène à quatre), 1959
  • Apprendre à marcher, 1960
  • «Мөгөҙлө ҡуңыҙ» (Rhinocéros), 1960
  • «Икәүләп һаташыу» (Délire à deux), 1962
  • «Король үлеп бара» (Le roi se meurt), 1962
  • «Һауа йәйәүлеһе» (Le Piéton de l’air), 1963
  • «Һыуһын һәм аслыҡ» (La Soif et la Faim), 1965
  • «Буш урын» (La Lacune), 1966
  • Jeux de massacre, 1970
  • «Макбетт» (Macbett), 1972
  • «Үлеләр араһында сәйәхәт» (Le voyage chez les morts), 1980
  • L’Homme aux valises, 1975
  • Voyage chez les morts, 1980
  • Nu, 1934
  • Hugoliade, 1935
  • La Tragédie du langage, 1958
  • Expérience du théâtre, 1958
  • Discours sur l’avant-garde, 1959
  • Notes et contre-notes, 1962
  • Journal en miettes, 1967
  • Découvertes, 1969
  • Antidotes, 1977
  • Elegii pentru fiinţe mici, 1931

Романдар, хикәйәләр һәм новеллалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • La Vase, 1956
  • Les Rhinocéros, 1957
  • Le Piéton de l’air, 1961
  • «Фотография полковника» (La Photo du colonel), 1962
  • Le Solitaire, 1973
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Fichier des personnes décédées
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 https://deces.matchid.io/id/xn9HPOltEfe4
  4. 4,0 4,1 Eugène Ionesco // Берлинская академия искусств — 1696.
  5. Eugène Ionesco // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 6,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. 7,0 7,1 Eugène Ionesco // Académie française (фр.)
  8. RKDartists (нидерл.)
  9. http://www.mutualinspirations.org/archive/2014/franz-kafka/
  10. http://www.moma.org/collection/works/16806
  11. Academia Romana (membri). academiaromana.ro. Дата обращения: 28 апрель 2019.
  12. А. Елистратова. Лоренс Стерн
  13. Эжен Ионеско. Есть ли будущее у театра абсурда? 2008 йыл 16 апрель архивланған.
  14. Ионеско Э. Носорог. — Иностранная Литература. № 9. 1965
  15. Ионеско Э. Лысая певица. М. «Известия». 1990
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Т. К. Якимович. Драматургия и театр современной Франции. Киев. Издательство КГУ. 1968
  17. Hans Schwob-Felich, Vjrvjrt. — Französisches Theater der Avantgarde, Albert Langen, Georg Müller, Münhen, s. d.
  18. Eugène Ionesco. Notes et contre-notes. Gallimard. Paris. 1962. P. 4
  19. 19,0 19,1 Eugène Ionesco. Notes et contre-notes. Gallimard. Paris. 1962. P. 161
  20. Eugène Ionesco. Notes et contre-notes. Gallimard. Paris. 1962. P. 165
  21. Eugène Ionesco. Notes et contre-notes. Gallimard. Paris. 1962. P. 201
  22. Театр парадокса. Москва. «Искусство». 1991
  23. Это написано Э. Ионеско в 1950-е годы
  24. Эжен Ионеско — Ионеско Э. Носорог. Пьесы и рассказы. М.: Текст, 1991 («Носорог», «Воздушный пешеход», «Король умирает», «Урок», «Пробел», «Этюд для четырёх», «Гнев», «Орифламма», «Фотография полковника»)