Яруллин Сибәғәт Әсҡәдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яруллин Сибәғәт Әсҡәдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Туғыҙлы, Арыҫлан ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 апрель 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө баянсы

Яруллин Сибәғәт Әсҡәдулла улы (31.05.1951—10.04.2014) — баянсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлаған. Башҡорт дәүләт филармонияһы баянисы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибәғәт Әсҡәдулла улы Яруллин 1951 йылдың 31 майында БАССР-ҙың Ҡыйғы районындағы Иҙрис ауылы янында урынлашҡан Шүләмә ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ауыл мәктәбендә башланғыс белем алған.

1961 йылда ғаилә Туғыҙлы ауылына күсеп килә. 1967 йылда Туғыҙлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ тыумыштан идеаль ишетеү һәләтенә эйә, гармунда һәм баянда оҫта уйнаған Сибәғәтулла урындағы барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында була[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылда Яруллин Сибәғәтулла Ҡыйғы район Мәҙәниәт йортона баянсы булып эшкә килә. Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү эшендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

1974 йылда Сибәғәт Яруллин Өфө дәүләт филармонияһында концертмейстер-аккомпаниатор сифатында эш башлай. Күренекле йырсы Рамаҙан Йәнбәков менән уңышлы эшләй.

1977 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы культура-ағартыу техникумының[3] халыҡ инструменттары факультетын баян класы буйынса тамамлай, «үҙешмәкәр халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе» һөнәренә эйә була.

1977-1981 йылдарҙа Ҡыйғы район Мәҙәниәт йорто методисы вазифаһында эшләй.

1981 йыл аҙағында ҡабаттан Башҡорт дәүләт филармонияһына килә, һәм унда 35 йыл эшләй. Ижади эшмәкәрлеге дауамында билдәле йырсылар Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Филүс Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Әзхәт Үрәзмәтов һ. б. менән эшләй. Филармония артистары менән бөтә СССР биләмәләрендә була, талантына юғары баһа ала.

Яруллин — импровизатор һәм кәрәкле аккомпаниатор. Музыкант баянсы булараҡ иҫ киткес һөнәри мөмкинлеккә: юғары уйнау техникаһы, яҡшы музыкаль хәтергә, зауыҡҡа эйә була. Уға халыҡсан уйнау манераһы хас, халыҡ мелосын яҡшы белгән, теге йәки был әҫәрҙе башҡарғанда халыҡ фольклорына оҫта таянған.

Эстрада, халыҡ көйҙәрен дә, классик әҫәрҙәрҙе лә, донъя халыҡтары көйҙәрен дә еренә еткереп башҡарҙы. Уның яңғыҙ сығыштарын тамашасы бик яратып ҡабул итте.

1995—2002 йылдарҙа Сибәғәтулла Әсҡәдулла улы «Абаға» эстрада төркөмөнә етәкселек итә. Был төркөм бай репертуарлы үҙенсәлекле сатира һәм юмор театры булараҡ тамашасы күңелен яулай. Сибәғәтулла Әсҡәдулла улы үҙен теләһә ниндәй сәхнә эпизодының лейтмотивын эләктереп алып дауам итеүсе виртуоз-импровизатор булып танылды.

Яруллин Сибәғәт популяр артистом Фәдис Ғәниев, халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар Мөхәммәт Иҙрисов һәм Зөлфиә Ҡудашева һәм Азамат Тимеров менән тығыҙ бәйләнештә эшләне.

Яруллин Сибәғәт Әсҡәдулла улын хөкүмәт концерттарына һәм байрам сараларына саҡырылды. Мәскәүҙә ойошторолған «Һабантуй» байрамдарында ҡатнашты.

Уның ижади биографияһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Ҡыйғы муниципаль районы, «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайттарында сағылдырыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт Грамотаһы (1989)[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]