Яхин Рөстәм Мөхәмәтхажи улы
Яхин Рөстәм Мөхәмәтхажи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 16 август 1921 |
Тыуған урыны | Ҡазан, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 23 ноябрь 1993 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d] |
Һөнәр төрө | композитор, пианист, музыка педагогы |
Эшмәкәрлек төрө | фортепианное выступление[d][1], музыкаль белем[d][1], сочинение музыки[d][1] һәм музыкальная композиция[d][1] |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Әүҙемлек урыны | СССР[1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Ойошма ағзаһы | СССР Композиторҙар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Яхин Рөстәм Мөхәмәтхажи улы Викимилектә |
Яхин Рөстәм Мөхәмәтхажи улы (16 август 1921 йыл — 23 ноябрь 1993 йыл) — совет, татар композиторы, пианист, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәм Мөхәмәтхажи улы Яхин 1921 йылдың 16 авгусында Ҡазан ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Музыка менән ун өс йәшендә шөғөлләнә башлай. Ҡыҫҡартылған срок буйынса (өс йыл ярым) П. И. Чайковский исемендәге 1-се Ҡазан балалар музыка мәктәбен тамамлай (уҡытыусыһы А. В. Чернышева).
Мәктәп уҡытыусылары кәңәше буйынса 1937 йылда Мәскәүгә күсә, унда Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге музыка училищеһында уҡый (фортепиано класы, уҡытыусыһы А. Г. Руббах), әммә һуғыш башланып, уҡыу туҡтатылып тора.
Ауырыу сәбәбе буйынса (операциянан һуң) Ҡазанға ҡайта, унда бер ни тиклем ваҡыт татар радиокомитетында пианист — концертмейстер булып эшләй. Ошо осорҙа тәүге композициялар ижад итә башлай.
1942 йылда Ҡыҙыл армия сафына алына[2]. Һуғыш осоронда зенит-артиллерия дивизияһында уҡсы булып хеҙмәт итә, ә һуңынан ПВО Мәскәү фронты йыр һәм бейеү ансамблендә пианист-аккомпаниатор була (1942—1945).
1950 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлай (композиция класы, уҡытыусыһы В. А. Белый, һуңынан Ю. А. шапорин һәм махсус фортепиано буйынса уҡытыусыһы В. М. Эпштейн). Ҡазанға ҡайта һәм 1950—1952 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһында композициян һәм камера ансамбле дәрестәрен алып бара.
Беренсе татарпианист-солисы булараҡ билдәле, концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә.Күп йылдар дауамында композитор һәм пианист булараҡ гастролдәр менән йөрөй, Советтар Союзы ҡалалары буйлып үҙ әҫәрҙәрен башҡара. Башҡа авторҙар музыкаһын да башҡара. 1968 йылда Финляндияға концерт менән бара, 1977 йылда Югославия Халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнаша.
Симфоник концерттарҙа солист булараҡ дирижерҙар Г. Столяров, В Павлов (Болгария), Г. Рождественский, Н. Факторович, Ф. Мансуров, А Фридлендлер, Н. Рахлин һәм башҡалар менән ҡатнаша.
Уның әҫәрҙәрен А. Огнивцев, А Ведерников, А Днишев, Р. Джаманова, А Кривченя, Е. Серкебаев, Г Туфтина, Н. Поставничева һәм башҡалар башҡара.
Татарстан Республикаһының дәүләт гимны авторы.
21 йырҙар һәм романстар, инструменталь музыка, клавир фортепиано клавир концерттары йыйынтыҡтары нәшер ителгән.
1948 йылдан — СССР Композиторҙар Союзы ағзаһы. Бер нисә тапҡыр РСФСР һәм Татар АССР-ы Композиторҙар союзы идаралығы ағзаһы итеп һайлана.
1993 йылдың 23 ноябрендә Ҡазанда вафат була. Яңы Татар биҫтәһе татар зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Тазетдинова Хәлимә Зәкир ҡыҙы (1923—2004). Балалары юҡ.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981)[3]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1986)
- Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1959)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почет Билдәһе» ордены (1957)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы(1945)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
- В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы юбилей миҙалы (1970)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1982)
- «СССР Ҡораллы көстәренә — 70 йыл» миҙалы (1988)
- «Фронтовик 1941—1945» билдәһе.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт (1951)
- кантаталар: «Урал» (К. Даян һүүҙәре, 1949), «Иҙел» (Р. Харис һүҙҙәре)
- камера-инструменталь ансамблдәре: фортепиано һәм скрипка өсөн соната (1948) һәм поэмалар (1954), виолончель һәм фортепиано өсөн элегия, скрипка өсөн — «Һүҙһеҙ йыр», «Боронғо көй»
- фортепиано өсөн тауыш менән: 400-гә яҡын йыр һәм романстар (шуларҙың 13 төрлө конкурс премияларына һәм дипломдарына лайыҡ була), шул иҫәптән «Мин һине онота алмайым» (М. Ноғман һүҙҙәре., 1949), «Күңелгә яҙ килде» (Г. Насретдинова һүҙҙәре), «Шағир» драматик монологы (ҒТуҡай һүҙҙәре, икеһе лә — 1951), «Тулҡын» (М. Йәлил һүҙҙәре), «Моабит зинданында» вокаль циклы (М. Йәлил һүҙҙәре, 1955—1956), «Осма, һандуғас» (Г. ЗәйнәшеваҺүҙҙәре, 1968), «Көҙгө көйҙәр» М. Ғәлиев һүҙҙәре, 1976), «Аҡ елкән» (М. Ноғман һүҙҙәре, 1978), «Ҡояшлы ямғыр» вокаль циклы (Р.. Харис һүҙҙәре, 1980). Һуғыш ваҡытында яҙған йырҙары: «Зенитсылар маршы», «Мәскәү хаҡында йыр», «Ислә, иптәш», «Кңңеллерәк, взвод» һәм башҡалар.
- фортепиано өсөн: соната, сюита (4 өлөш) (1941—1948), «Вальс-экспромт», пьеса (20-нән ашыу).
- халык йырҙарын эшкәртеү
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө Ҡазан музыка мәктәбе Р. Яхин исемен йөрөтә.
- Ҡазанда бер урамға Яхин исеме бирелгән
- Ҡазанда, Оло Ҡыҙыл урамында, Ҡазан консерваторияһы бинаһы ҡаршыһында Рөстәм Яхинға һәйкәл ҡуйылған.
- 2003 йылда Р. Яхин исемендәге I Халыҡ-ара ; 2007 йылда — II Халыҡ-ара конкурсы камера йырсылары һәм концертмейстерҙары конкурсы уҙғарылды.
Р. Яхин исемендәге Халыҡ-ара камера йырсылары һәм концертмейстеры конкурсы лауреаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев Владимир Михайлович — концертмейстеры премия лауреаты (2007), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, филармония музыкаль-әҙәби лекторийы художество етәксеһе, опера йырсыһы (бас).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 16 августа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Ҡазанда тыуғандар
- 23 ноябрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Ғабдулла Туҡай премияһы лауреаттары
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусылары
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат пианистары
- Рәсәй пианистары
- СССР пианистары
- Алфавит буйынса пианистар
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат композиторҙары
- Рәсәй композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар