Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы
Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 июль 1928 |
Тыуған урыны | Ҡарасайылға, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 20 февраль 2009 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Одесса, Украина |
Ерләнгән урыны | Ново-Городское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эш урыны | Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d] |
Уҡыу йорто | Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (7 июль 1928 йыл — 20 февраль 2009 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәзим Мөхәмәтйән улы Яҡупов 1928 йылдың 7 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — татар.
Тыуған ауылында 7 класс тамамлап, 1942 йылдан «Күмәк» колхозында эшләй. 1944 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөгә күсә, унда экспедитор, өлкән техник булып эшләй.
1948 йылдан Совет Армияһында, шул уҡ йылдарҙа ВКП(б) ағза итеп ҡабул ителә. 1951 йылда Львов хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай.
Танк батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары капитан Н. М. Яҡупов 1956 йылдың көҙөндә Совет ғәскәрҙәренең Көньяҡ төркөмө составында, рәсми рәүештә «контрреволюцион фетнәне баҫтырыу» тип аталған, венгр ваҡиғаларында ҡатнаша.
Совет ғәскәрҙәренең Венгрия Халыҡ Республикаһындағы Көньяҡ төркөмө составындағы 33-сө механизацияланған гвардия дивизияһы 71-се танк полкының танк батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары капитан Нәзим Яҡупов алыштарҙың береһендә штурмлау төркөмө менән етәкселек итә, хәрби бурысына һәм хәрби антына тоғро ҡалып, шәхсән үҙе фетнәселәр штабына барыр юлда ҡамасау булған дошмандарҙың йәшерен ҡоралдарын юҡ итә. Ҡаты яраланған булыуына ҡарамаҫтан, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй.
Төрлө госпиталдәрҙә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң, 1956 йылда капитан Н. М. Яҡупов. — запаста. 1962 йылда Одесса дәүләт университетының тарих факультетын тик яҡшы баһаларға ғына тамамлай, кафедра менән етәкселек итә. Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты профессоры, яҙыусы-тарихсы, отставкалағы подполковник Н. М. Яҡупов һуңғы көндәренә тиклем Одесса ҡалаһында йәшәй.
2009 йылдың 20 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумы указы менән18 декабрҙә 1956 йылдың 18 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, капитан Нәзим Мөхәмәтйән улы Яҡуповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 10809) тапшырыла.
- Ленин ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, Богдан Хмельницкий (Украина) ордены менән бүләкләнгән.
- СССР-ҙың Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының «Яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе менән, СССР-ҙың һәм Украина Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары, Украина Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
- Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Львов ҡалаһында гетман Петр Сагайдачный исемендәге Ҡоро ер ғәскәрҙәре академияһының (элекке Львов Юғары хәрби-сәйәси училищеһы) биләмәһендә Н. М. Яҡуповтың бюсы урынлаштырылған.
- Башҡортостандың Кушнаренко районында Герой уҡыған мәктәп бинаһында Н. М. Яҡуповҡа Мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университетының төп корпусында (Дворян урамы, 2)[2] Яҡуповҡа Мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Н .М. Яҡупов исемен Кушнаренко районындағы ауылдарҙың береһе — район үҙәге Кушнаренко йөрөтә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Весну принесли на знамёнах. 2-е изд. — Одесса, 1984.
- Революция и мир (Солдатские массы против империалистической войны, 1917 — март 1918 гг.) — М.: Мысль, 1980.
- Ленинская стратегия мира. — Киев: Общ-во «Знание» УССР, 1986.
- Первый Верховный главнокомандующий [О Н. В. Крыленко]. — Киев: Общ-во «Знание» УССР, 1989.
- Н. Яҡупов. М полководец Трагедияһы. — М.: Фекеренсә, 1992. — 349 б. — 20 000 дана — ISBN 5-244-00525-1.
- На южном фланге фронта/Подвиг Одессы (в соавторстве с В. П. Щетниковым). — Одесса, 2004.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Мемориальный сайт Н. М. Якупова
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2009)(Тикшерелгән 19 ноябрь 2009)
- 7 июлдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 20 февралдә вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Украинала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Тарих фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР подполковниктары
- КПСС ағзалары
- 1956 йылғы Мадьяр ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусылар
- Кушнаренко районында тыуғандар