Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы

From Википедия
Jump to navigation Jump to search
Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Бурлы ауыл Советы, Ҡормантау ауылы[1]
Вафат булған көнө 30 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (9 февраль 1931 йыл — 30 сентябрь 2007 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Биографияһы[edit | edit source]

Ғабдулхак Әбйәлил улы Халиҡов 1931 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Красноусол районы[2] Ҡормантау ауылында тыуған.

1956 йылда Өфө нефть институтын, 1979 йылда — Удмурт дәүләт университетын тамамлай.

Техник фәндәр докторы, профессор; Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991).

Башҡорт дәүләт университетының гидродинамика кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының минераль сеймалды комплекслы үҙләштереү лабораторияһы етәксеһе, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан йәштәр физика-техник институты генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары белем биреү алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһе ағзаһы.

Хеҙмәттәре[edit | edit source]

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[edit | edit source]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Иҫкәрмәләр[edit | edit source]

Һылтанмалар[edit | edit source]