Эстәлеккә күсергә

Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 март 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Көбәк, Таулар ауыл советы, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 14 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Көбәк, Таулар ауыл советы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание Сержант һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы (8 март 1908 йыл — 14 декабрь 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1]

Лоҡман Мәсәлим улы Ғайсин 1908 йылдың 8 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Көбәк ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан алына[2].

62-се гвардия кавалерия полкының 76 миллиметрлы пушкалар батареяһының төҙәүсеһе (тоҫҡаусы) булып хеҙмәт итә. 1942 йылда Курск өлкәһенең «Ҡыҙыл Яр» колхозы өсөн алышта, шулай уҡ 1943 йылда Украина ССР-ның Чернигов өлкәһе Клочково ауылы янындағы яуҙа, 1945 йылда Польшаның Радевишт пунктын һәм Германияның Браденбург ҡалаһы янындағы бәрелештәрҙә үҙенең батырлығы, ҡыйыулығы, тиҙлеге менән башҡаларҙан айырыла. Ике тапҡыр еңелсә яралана. 1946 йылда демобилизациялана һәм тыуған ауылында эшләй. 1988 йылдың 14 декабрендә вафат була, тыуған ауылы Көбәктә ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Награда тураһында документтары[3]