Эстәлеккә күсергә

Ғафаров Фәйзи Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафаров Фәйзи Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Уральск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (37 йәш)
Вафат булған урыны Успенская, Матвеево-Курганский район[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Ҡаҙан хәрби училищеһы[d]
Хәрби звание Майор

Ғафаров Фәйзи Ғәли улы (15 май 1906 йыл — 8 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 294-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары. Майор[1].

1906 йылда Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Уральск ҡалаһында (ҡайһы бер документтарҙа Зеленовский районы Кушкуй ауылында) тыуған. 1920 йылда Уральск губернаһында Войкин партизан отрядында аҡтарға ҡаршы көрәшә. Армияға тиклем типографияла наборщик булып эшләгән. Ҡыҙыл Армияға 1924 йылдың 1 октябрендә алына. 1927 йылдың 1 сентябрендә Ҡазандағы татар-башҡорт хәрби училищеһын икенсе разряд буйынса тамамлай. 1930 йылдан төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт итә. 1939 йылдың 30 ноябрендә Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Ҡаратүбә РВК военкомы итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 31 авгусынан капитан Ғафаров 79-се кавалерия дивизияһының 233-се кавалерия полкында штаб начальнигы, һуңыраҡ полк командиры урынбаҫары.

1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары. 1942 йылдың 10 июлендә майор Гәрәй Нафиҡов батырҙарса һәләк булғандан һуң Герасим Фондеранцев тәғәйенләнгәнсе полк менән етәкселек итә[сығанаҡ 1258  көн күрһәтелмәгән]. 1942 йылдың 9 сентябрендә уға майор званиеһы бирелә. Документтарҙа 1943 йылдың 8 февралендә (ҡайһы бер документтарҙа 23 февралдә дошман тылына рейд ваҡытында) һәләк булған тиелә. Һәләк булған урыны: Украина ССР-ы, Ворошиловград (хәҙерге Луганск) өлкәһе, Успенский районы, Успенская станцияһы[2]. Успенская станцияһы хәҙерге Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Матвеево-Курган районы Авило-Успенка ауылындағы станция, ул Украина менән Рәсәй араһындағы сиктә урынлашҡан.

1943 йылдың 8 (23?) февралендә Луганск өлкәһендә һәләк булған.

Ҡатыны Ғафарова Мәрфуға Фәиз ҡыҙы, Ҡазан ҡалаһында йәшәгән.