Ғилми йәмғиәт
Ғилми йәмғиәт | |
Өлөшләтә тура килә | фәнни ойошма[d] |
---|---|
Ғилми йәмғиәт Викимилектә |
Ғилми йәмғиәт — академик фән ғалимдарын, фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән белгестәрҙе берләштереүсе һәм уларҙың эшмкәрлегенә булышлыҡ итеүсе ирекле ойошма[1][2]. Ғилми йәмғиәттәрҙә ағзалыҡ бөтәһе өсөн дә асыҡ йәки үҙ квалификацияһын раҫлаған кешеләр өсөн генә сикләнгән булыуы ихтимал. Ғилми йәмғиәт ағзаһы булыу хоҡуғы ҡайһы бер осраҡта һайлау аша ғына бирелә[3].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми йәмғиәттәрҙең күпселеге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеге, ҡағиҙә булараҡ, фәнни тикшеренеүҙәрҙең, аҫмаларҙың яңы һөҙөмтәләрен күрһәтеү һәм тикшереү өсөн даими конференциялар үткәреү йәки билдәле бер фәнни дисциплинала ғилми журналдарҙы нәшер итеү менән бәйле. Ҡайһы бер фәнни ойошмалар үҙ ағзаларының дәүләт йәки дәүләт-ара мәнфәғәтендәге эшмәкәрлеген көйләүсе һөнәри ойошма булараҡ эшләй. Фәнни академияларҙан айырмалы рәүештә, Ғилми йәмғиәттәр табиптарҙы, сәйәхәтселәрҙе, яҙыусыларҙы һәм башҡа гуманитар фән вәкилдәрен берләштереүсе, үҙ вәкәләттәре буйынса фәнде популярлаштырыусы берекмәләр булып тора[4].
Иң боронғо ғилми йәмғиәттәр, атап әйткәндә, Sodalitas Litterarum Vistulana (яҡынса 1488 йылда асылған); Дея Линчеяның Милли академияһы (1603 йылда асылған), Француз академияһы (1635 йылда асылған), Леопольдина (1652 йылда асылған), Лондон король йәмғиәте (1660 йылда асылған).
19-сы быуаттың икенсе яртыһында Тарихи Башҡортостан биләмәһендә тәүге ғилми йәмғиәттәр: Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге, Өфө табиптары йәмғиәте (1882), Ырымбур ғилми архив комиссияһы барлыҡҡа килгән. 20-се быуат башында Урындағы төбәкте өйрәнеү йәмғиәте (1908), Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, Истпарттың Башҡортостан бүлексәһе, Табиптарҙың ғилми йәмғиәте (1923), Тәбиғәт һәм тарих белемен таратыу буйынса Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1924) ойошторола.
Ғилми йәмғиәттәр дөйөм мәнфәғәттән сығып төҙөлгән, мәҫәлән, Америка фән үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы, йәки билдәле бер фән өсөн үҙенсәлекле, мәҫәлән Modern Language Association, Башҡортостан Республикаһының медицина ғилми йәмғиәттәре[5], йәки айырым тикшеренеүҙәр өлкәһе өсөн үҙенсәлекле, мәҫәлән, Лондондың Король энтомология йәмғиәте, булыуы мөмкин.
Ҡайһы бер йәмғиәттәр билдәле бер тема йәки фән менән шөғөләнгәндәргә ағзалыҡты иғәнә түләгән осраҡта ғына тәҡдим итә.
Башҡортостандың ғилми йәмғиәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. В. Докучаев исемендәге тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1957 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Биология институтында урынлашҡан. Рәйестәре: С. Н. Тайсинов (1957 йылдан), Ф. Х.Хәзиев (1977 йылдан)
- Бөтә Рәсәй ветеринария патологоанатомдары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе. 1960 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт аграр университетында урынлашҡан. Рәйестәре: Л.Н.Судзиловский (1960 йылдан), У.Ғ.Ҡадиров (1971 йылдан), Е.Н.Сковородин (2001 йылдан).
- Рәсәй Федерацияһы Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1961 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында урынлашҡан. Рәйестәре: С. Р.Әлибаев (1961 йылдан), С. Ш. Йыһаншин (1966 йылдан), Р. М. Арыҫланов (1967 йылдан), М.М.Ҡужаҡов (1970 йылдан), Р. В.Әлмөхәмәтов (1971 йылдан), К. Ш.Әхиәров (1976 йылдан).
- Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге Рус ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1964 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт университетында урынлашҡан. Рәйестәре: Г. В. Заблуда (1964 йылдан), Р.Ғ.Миңлебаев (1970 йылдан), А. Р. Ишбирҙин (2009 йылдан).
- Рәсәй минералогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1969 йылда ойошторола. Өфө ҡалаһы, Геология институтында урынлашҡан. Рәйестәре: А. А. Малахов (1969 йылдан), Г. Н. Пшеничный (1978 йылдан), Д. Е. Савельев (2003 йылдан), С. Г. Ковалёв (2008 йылдан).
- Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге академик К. И. Скрябин исемендәге Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1972 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт аграр университетында урынлашҡан. Рәйестәре: Х. В.Әйүпов (1972 йылдан), Ғ.З.Хәзиев (1987 йылдан), Р.Ғ.Фазлыев (2009 йылдан).
- Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге Вавилов генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1974 йылда ойоштороған. Өфө ҡалаһында, Биология институтында урынлашҡан. В. Х. Хангилдин (1974 йылдан), Р. Н. Чураев (1995 йылдан).
- Рәсәйҙең Ирекле иҡтисади йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе. 1982 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институнда урынлашҡан. Рәйестәре: Ә.Х.Мәхмүтов (1982 йылдан), А. Н. Дегтярёв (2005 йылдан).
- Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге Рәсәй үҫемлектәре физиологтары йәмғиәтенең Өфө бүлексәһ. 1991 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында, Биохимия һәм генетика институтында урынлашҡан. Рәйестәре: Г. Р.Ҡоҙаярова (1991 йылдан), И. Й. Усманов (1999 йылдан), Ф. М. Шакирова (2007 йылдан).
- Рәсәй гуманистик йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 2000 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында урынлашҡан. Рәйесе: В. С.Хәзиев (2000 йылдан).
- Рәсәй мәғарифы психологтары федерацияһының Башҡортостан Республикғаһындағы төбәк бүлексәһе. 2003 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында урынлашҡан. Р. М. Фәтихова (2003 йылдан).
- Рәсәй Философтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе. 1981 йылда СССР Философтары йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола. Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Рәйестәре: Ф. Б. Садиҡов (1981 йылдан), Б. С.Ғәлимов (1992 йылдан).
- Башҡортостан Республикаһы төҙөүселәренең ғилми-техник йәмғиәте.
- Д. И. Менделеев исемендәге Башҡортостан химиктары союзы. 1943 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Союз химия йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе булараҡ ойошторолған, 2013 йылда ябылған. Рәйестәре: А. С. Бергман (1943 йылдан), И. А. Хризман (1944 йылдан), Д. Л. Рахманҡолов (1979 йылдан), У. Б. Имашев (1992 йылдан), Р. С.Мөсәүиров (1995 йылдан).
Медицина өлкөһендәге ғилми йәмғиәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- йәғиәттәр
- Башҡортостан Республикаһының дерматовенерологтары йәмғиәте. 1930 йылда ойошторолған,
- Рәсәй акушер‑гинекологтар йәмғиәтенең Баршҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе. 1936 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының неврологтары йәмғиәте. 1936 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының кардиологтары йәмғиәте. 1965 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының иммунологтары йәмғиәте. 1986 йылда ойошторолған,
- Төбәк‑ара дәлилләү медицина белгестәре йәмғиәтенең бүлексәһе. 2003 йылда ойошторолған,
- ассоциациалар
- Башҡортостан Республикаһының хирургтары ассоциацияһы. 1934 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының офтальмологтары ассоциацияһы. 1936 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының фтизиатрҙары ассоциацияһы. 1938 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының оториноларингологтары ассоциацияһы. 1946 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының терапевтары ассоциацияһы. 1953 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының радиологтары ассоциацияһы. нурҙар ҡулланып диагноз ҡуйыусылар һәм терапевтар; 1954 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының травматологтары ассоциацияһы. 1966 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы. 1966 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының онкологтары ассоциацияһы. 1973 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының балалар хирургтары ассоциацияһы. 1991 йылда ойошторолған,
- Рәсәй перинаталь медицинаһы белгестәре ассоциацияһы бүлексәһе. 1995 йылда ойошторолған,
- Рәсәй педиатрҙары союзы" ойошмаһының республика бүлексәһе. 1996 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының стоматологтарыы ассоциацияһы. 1996 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының аллерголог‑иммунологтар ассоциацияһы. 1996 йылда ойошторолған, юрилик ойошма 1999 йылда теркәлгән
- Башҡортостан Республикаһының наркологтары ассоциацияһы. 1998 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының ашығыс медицина ярҙамы эшселәре ассоциацияһы. 1999 йылда ойошторолған,
- Рәсәй медецина лаборатор диагностика ассоциацияһы бүлексәһе. 1999 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының мануаль мед.. 1999 йылда ойошторолған,
- Башҡортостан Республикаһының тергеҙеү медицинаһы табиптары, физиотерапевтары, дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы ассоциацияһы. 2002).
Ғилми-техник йәмғиәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда 20 быуат уртаһында СССР-ҙы ғилми-техник йәмғиәттәренең Башҡортостан өлкә бүлексәләре ойошторола. 1974 йылда улар Башҡорт АССР‑ның Ғилми һәм инженер йәмғиәттәре союзына берләштерелә. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Ғилми һәм инженер ойошмалары союзы тип атала[6].
- СССР машиналар эшләү сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1944 йылда ойошторолған,
- СССР И. М. Губкин исемендәге нефть һәм газ сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1944 йылда ойошторолған,
- СССР Г. М. Кржижановский исемендәге энергетиктар һәм электр техникаһы сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1947 йылда ойошторолған,
- СССР ауыл хужалығы ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1951 йылда ойошторолған,
- СССР урман сәнәғәте һәм урман хужалығы ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1952 йылда ойошторолған,
- СССР еңел сәнәғәтә ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1957 йылда ойошторолған,
- СССР аҙыҡ‑түлек сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1957 йылда ойошторолған,
- СССР коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1957 йылда ойошторолған,
- СССР автомобиль транспорты һәм юл хужалығы ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1957 йылда ойошторолған,
- СССР он‑ярма, ҡатнаш мал аҙығы етештереү һәм элеватор сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1960 йылда ойошторолған,
- СССР полиграфия, нәшриәттәр һәм китап һатыу ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1961 йылда ойошторолған,
- СССР А. С. Попов исемендәге радиотехника, электроника һәм элемтә ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1961 йылда ойошторолған,
- СССР металлургия сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә бүлексәһе, 1974 йылда ойошторолған,
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәнни берләшмә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғилми йәмғиәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ The Environmental Studies Association of Canada - What is a Learned Society? Дата обращения: 10 май 2013. Архивировано из оригинала 29 май 2013 года. 2015 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Learned societies & academies . Дата обращения: 10 май 2013. Архивировано 3 июнь 2014 года. 2014 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ Большая советская энциклопедия
- ↑ Медицина ғилми йәмғиәттәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғилми-техник йәмғиәттәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Общества // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ғилми йәмғиәттәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Медицина ғилми йәмғиәттәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ғилми-техник йәмғиәттәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Куликов С. И. Деятельность общественных научно‑технических объединений Башкортостана. Уфа, 1991.