Эстәлеккә күсергә

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйхетдинов Ғимай
Фәсхетдин улы
Тыуған ваҡыты

21 июнь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Ҡыҙылъяр ауылы

Үлгән ваҡыты

6 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (39 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1935—1937, 1941—1945

Хәрби звание
Өлкән лейтенант
Өлкән лейтенант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы (21 июнь 1913 йыл — 6 сентябрь 1952 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының батарея командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944)[2].

Ғимай Фәсхетдин улы Шәйхетдинов[3]. 1913 йылдың 21 июнендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[4] Ҡыҙылъяр ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. 1935 йылда Өфө урман-техник техникумын тамамлай. 1942 йылда коммунистар партияһына инә. Армияға саҡырылғанға тиклем Иглин урман хужалығында эшләй[2]. Артабан, 1935—1937 йылдарҙа, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1937 йылдан алып — Нуриман район комитеты ҡарамағындағы Башосоавиахимдың рәйесе. Нуриман районы райвоенкоматы тарафынан 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ленинград артиллерия училищеһына уҡыуға йүнәлтелә, училищены 1943 йылда тамамлай. 1944 йылдың 9 ғинуарынан алып — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 2-се Украин фронты 4-се гвардия армияһы 41-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, 89-сы гвардия артиллерия полкында батарея командиры була. 1945 йылда, һуғыштан ҡайтҡандан һуң, Нуриман районында төрлө вазифаларҙа эшләй: башта элекке эш урынында Башосоавиахимдың рәйесе вазифаһын башҡара, 1950 йылдан — Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы мөдире[2].

Башҡорт АССР-ның Юғары Советы депутаты (2-се саҡырылыш) итеп һайлана.

1952 йылдың 6 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында ерләнә.

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә. 89-сы гвардия артиллерия полкы батареяһы командиры гвардия лейтенанты Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы Корсунь-Шевченко операцияһы барышындағы алыштарҙа айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә[5]. 1944 йылдың 17 февралендә Украин ССР-ының Журжинцы ауылы тирәһендә Шәйхетдинов етәкселегендәге батарея орудиелар уты менән дошман һөжүмдәрен кире ҡаға, батарея яугирҙары ҡулдарына автоматтар алып, дошманды ҡамауға алалар, 250-нән ашыу һалдатты юҡ итәләр һәм позицияларҙы һаҡлап ҡалалар[2], [4].

Советтар Союзы Геройы исеме Ғ. Ф. Шәйхетдиновҡа 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Геройҙың исеме уның тыуған ауылындағы урамға бирелгән[9]

— Батарея артиллеристарының батырлыҡ күрһәткән урынында һәйкәл ҡуйылған[2]

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 381—382 биттәр
  3. Герой Советского Союза Шайхутдинов Гимай Фасхутдинович. «Герои страны». Дата обращения: 26 февраль 2013. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2013 года.
  4. 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 54, л. 51, 52).
  5. 5,0 5,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 6)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Башкирская энциклопедия — Шайхутдинов Гимай Фасхутдинович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2018)
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..