Эстәлеккә күсергә

Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы
Тыуған көнө

1939

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы-ның Миәкә районы Әбеш ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

журналист, шағир, прозаик

Наградалары һәм премиялары

Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы (1939, Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылы) — журналист, совет-партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008).

Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы 1939 йылда Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылда һәләк була[1].

Түләк Сәтәй-Бөрйән мәктәбендә 4 класты тамамлағас,Әлшәй районының Балғажы ауылында, артабан Никифар ауылы мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Дүрт йыл Совет армияһында хеҙмәт итә. Аҙаҡ «Миәкә» совхозында — элемтәсе, Илсеғол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай (1968). Университетта уҡыған саҡта йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. Ғәрәп, фарсы телдәре менән ҡыҙыҡһына. Ғирфановты университетта башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент итеп эштә ҡалдыралар (1968—1969), әммә әсәһе үлеп киткәндән һуң, ул тыуған яҡтарына ҡайта[2].

1969—1971 йылдарҙа Сафар урта мәктәбендә директор булып эшләй, 1971—1975 йылдарҙа — район мәғариф бүлеге мөдире. 1975—1980 йылдарҙа — Миәкә районы «Октябрь» гәзите мөхәррире, Түләк Хәбибрахман улы ижади эшкә сума, республика гәзит-журналдарында шиғыр һәм хикәйәләрен баҫтыра. «Яралы хаттар» исемле тәүге китабы донъя күрә. «Октябрь» гәзитен йөкмәткеле, уҡымлы итеү өсөн бар тырышлығын һала. 1980—1992 йылдарҙа партияның Миәкә район комитетында бүлек мөдире вазифаһында, 1992—1995 йылдарҙа райисполком рәйесе, Ҡаран ауыл Советы башлығы. 1995—1997 йылдарҙа — Ҡаран урта мәктәбе директоры. Яңы мәктәпте төҙөү һәм асыу өсөн бик күп көс һала. Яңы мәктәп 1996 йылдың 10 декабрендә асыла. Яңы мәктәптең беренсе директоры итеп Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы тәғәйенләнә[2]?[1].

Ошо йылдарҙа районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән ҡыҙыҡһына. Мәғрифәтсенең тыуыуына 150 йыл тулыуға әҙерлек барышында Түләк Ғирфанов ғалимдар Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов менән хеҙмәттәшлек итә. Туҡһанбайҙа Аҡмулланың йорт-музейын төҙөү ҙә, аҙағыраҡ Аҡмулла премияһын булдырыу ҙа Т. Ғирфановтың ҡатнашлығында үтә[2],[3].

Тыңғыһыҙ урындарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, ижадтан айырылмай, очерктары, хикәйәләре республика баҫмаларында, «Октябрь» һәм «Аҡмулла төйәге» район гәзиттәрендә донъя күреп тора.

«Яралы хаттар» («Раненые письма»), «Яҡты тандар» («Светлые зори», авторҙар коллективы), рәссам Афған Әхмәровтың тормошо һәм ижады тураһында документаль повесть «Любовь свою оставляю людям», «Формула хлеба» һәм башҡа китаптар авторы[1].

БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почетлы грамотаһы менән бүләкләнгән. I Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы делегаты (июнь 1995). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008)[4].

  • [1] Ғүмер заяға үтмәне
  • [2] Гирфанов Туляк Хабибрахманович
  • [3] Туляк Гирфанов стал лауреатом премии имени Акмуллы
  • [4] Гирфанов Туляк Хабибрахманович
  • [5] Выпуск от 2014-07-20 09:30:03. Поэт, писатель Туляк Гирфанов