Ғорурлыҡ (фильм, 2014, Иордания)
Ғорурлыҡ | |
Атамаһы | Theeb |
---|---|
Жанр | приключенческий фильм[d][1][2][3] һәм фильм-драма[d][2][1][4][…] |
Ил |
Бөйөк Британия Иордания Катар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре |
Әҫәр яҙылған тел | Ғәрәп теле һәм инглизсә |
Нәшер ителеү ваҡыты | 4 сентябрь 2014[5] һәм 19 март 2015[5] |
Режиссёр | Наджи Абу Новар[d][6][2][7][…] |
Кинооператор | Вольфганг Талер[d] |
Композитор | Джерри Лэйн[d] |
Таратыусы | Netflix[d] |
Место действия | Иордания |
Место съёмок | Иордания |
Оҙайлылыҡ | 100 Минут[8] |
Соотношение сторон | 2,35:1[d][8] |
Төҫ | төҫлө[d] |
Оценка критиков | 97%[9], 7.6/10[9] һәм 80/100 |
Таратыу форматы | Видео по запросу[d] |
Рейтинг ClassInd | 14[d][10][11] |
Рейтинг фильма CNC (Франция) | без возрастных ограничений[d][12] |
Рейтинг ICAA | не рекомендуется детям младше 12 лет[d][13] |
Рейтинг Kijkwijzer | 12[d][14] |
Рейтинг Медиасовета | для детей от 15 лет[d][15] |
Происходит в типе места | Сүллек |
«Ғорурлыҡ» (ғәр. ذيب) — 2014 йылда британ-иордан режиссёры Нәджи Әбү Нувар төшөргән тарихи драма, бер нисә ғәрәп иле менән Бөйөк Британия фильмы. Төп геройы — бәләкәй генә бәҙәүи малайы, уға Вади-Рам тигән ҙур сүлдә йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Фильмда ваҡиғалар Беренсе донъя һуғышының Яҡын Көнсығыштағы хәрби хәрәкәттәре осоронда, хакимлыҡ иткән Ғосман империяһына ҡаршы Бөйөк ғәрәп ихтилалынан һуң бара. Фильмда Иорданияның көньяғында йәшәгән бәҙәүи ҡәбиләләренән профессиональ булмаған актёрҙар уйнай, картинаның жанрын «бәҙәүи вестерны» тип йөрөтәләр. Картиналағы төп темаларҙың береһе — өлкәнәйеү темаһы.
Фильмдың премьераһы 2014 йылдың 4 сентябрендә 71-се Венеция халыҡ-ара кинофестивалендә «Горизонттар» программаһында була, унда Әбү Нувар иң яҡшы режиссура өсөн призға лайыҡ була. Картина 88-се церемонияла сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға тәҡдим ителә, Иордания фильмдары өсөн был беренсе тапҡыр була. BAFTA премияһының 69-сы церемонияһында «Ғорурлыҡ» инглиз телендә булмаған иң яҡшы фильм номинацияһындағы премияға тәҡдим ителә, унда Нәджи Әбү Нувар менән Руперт Ллойд британ сценарисы, режиссеры йә продюсерының иң яҡшы дебюты өсөн номинацияһында BAFTA премияһы менән бүләкләнәләр[16].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ховейтат ҡәбиләләр конфедерацияһының бәҙәүиҙәре үҙҙәрендә ҡунаҡ ҡабул итә: уларға британ офицеры менән уның ғәрәп тәржемәсеһе килгән. Ҡунаҡтарға урындағылар араһында оҙатып йөрөүсе кәрәк. Ул инглиз офицерын хәүефһеҙ юл буйлап бараһы урынына оҙатып ҡуйырға тейеш. Юл тулы юлбаҫарҙар, шуның өсөн ул бик хәүефле. Ә юлбаҫарлыҡ итеүсе төркөмдәр, Хижәз тимер юлы асылғандан һуң эшһеҙ ҡалып, хәҙер юлдарҙа әҙәм талау менән йән аҫраған кешеләрҙән тора. Күптән түгел вафат булған шәйех Хөсәйендең улы оҙатыусы итеп ҡуйыла. Уның кескәй ҡустыһы сәфәрселәр артынан һиҙҙертмәй генә эйәрә сыға һәм уларҙы төнгөлөккә туҡтаған урындарында ҡыуып етә. Юлсылар хәҙер малайҙы кире ҡайтарып ебәрә алмай, шуға үҙҙәре менән алып китергә мәжбүр була. Баланы ваҡытһыҙ өлкәнәйергә мәжбүр иткән юл ошонан башлана ла инде.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жәсир Әйд әл-Хвиетат — Зиб
- Хөсәйен Саламәх әл-Свеилхийен — Хөсәйен
- Хәсән Мутлағ әл-Мараийех — сәйәхәтсе
- Джек Фокс — Эдвард
- Марджи Аудех — оҙатыусы
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильм күпселек тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаһын ала, ҡайһы берҙәре уны «бәҙәүи вестерны» тип атай[17]. Төп ролде башҡарыусының уйыны һәм режиссёрҙың уңышлы дебюты баһалана[18]. Иорданияла «Марсиан» тигән фильмды төшөргәндә булған Мэтт Деймон, "Ғорурлыҡ"тың трейлерын күреп, уның төшөрөлөү сифатына шатлана һәм ғәжәпләнә, уны эшләүселәрҙе маҡтай[19]. Иордания королевалары Нур әл-Хөсәйен һәм Рания әл-Абдулла, фильм «Оскар»ға номинацияланғас, был ваҡиғаға социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сикһеҙ ҡыуаныуын йәшермәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://www.nytimes.com/2015/11/06/movies/review-in-theeb-a-bedouin-boys-brutal-coming-of-age.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 http://www.imdb.com/title/tt3170902/
- ↑ http://www.metacritic.com/movie/theeb
- ↑ http://www.tomatazos.com/peliculas/117400/Theeb
- ↑ 5,0 5,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ http://bbfc.co.uk/releases/theeb-film
- ↑ http://www.allocine.fr/film/fichefilm_gen_cfilm=230605.html
- ↑ 8,0 8,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 9,0 9,1 Theeb (ингл.) — 1998.
- ↑ http://justica.gov.br/noticias/classificacao-indicativa-divulga-faixa-etaria-de-filmes-que-entram-em-cartaz-na-semana-7
- ↑ http://portal.mj.gov.br/ClassificacaoIndicativa/jsps/DadosObraForm.do?select_action=&tbobra_codigo=61048 (порт.) — 1990.
- ↑ http://www.cnc.fr/web/fr/rechercher-une-oeuvre/-/visa/145380
- ↑ http://www.mecd.gob.es/cultura-mecd/areas-cultura/cine/industria-cine/calificacion/calificacion-por-meses.html
- ↑ http://www.kijkwijzer.nl/index.php?id=26&i=243388
- ↑ Датская национальная фильмография
- ↑ 2016 Film Outstanding Debut By A British Writer, Director or Producer . BAFTA. BAFTA. Дата обращения: 27 ноябрь 2018.
- ↑ Ritman, Alex Foreign-Language Spotlight: Jordan's Bedouin Western 'Theeb' . The Hollywood Reporter. Prometheus Global Media (8 декабрь 2015). Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
- ↑ Theeb (2015) . Rotten Tomatoes. Fandango Media. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
- ↑ Matt Damon taken by Jordanian film 'Theeb': "I can't tell you how impressive this is, I really want to watch it" . Al Bawaba (17 март 2015). Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Гордость» (инг.) Internet Movie Database сайтында
- «„Гордость“» (англ.) на сайте Box Office Mojo
- «Гордость» (англ.) на сайте Rotten Tomatoes
- Официальная страница фильма «Гордость» в социальной сети Facebook