Эстәлеккә күсергә

Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы
Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары
ноябрь 1921 йыл — июль 1922 йыл
Алдан килеүсе: Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы
Дауамсы: Соколов Николай Владимирович
 
Тыуған: 29 сентябрь 1895 (17 сентябрь 1895)({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Иҫке Айыу ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Үлгән: 8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (42 йәш)
?
Партия: РКП(б)

Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы (рус. Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович; 17 (29) сентябрь1895 йыл8 декабрь 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1921—1922).

Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы 1895 йылдың 17 (29) сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иҫке Айыу ауылында тыуған. Шул уҡ ваҡытта башҡа сығанаҡтарға ярашлы, уның тыуған ере — Стәрлетамаҡ өйәҙенең Шәрәй ауылы тип күрһәтелгән[1][2]. Милләте башҡорт[3].

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, подпоручик, полк командиры була. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда большевиктар яғында була.

1921 йылдың ноябренән 1922 йылдың июленә тиклем — Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары.

1925 йылдан Бәләбәй кантоны прокуроры ярҙамсыһы була. Һуңыраҡ Башҡорт дәүләт нәшриәтендә тәржемәсе-мөхәррир булып эшләй.

1937 йылдың 27 июлендә респрессияға тарттырылып, ҡулға алына. 58-2, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителә. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла.

1956 йылдың июлендә аҡланған.

  1. Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991 гг.
  2. Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович(недоступная ссылка) / Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана. Официальный сайт МВД по Республике Башкортостан.
  3. Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович / Книга памяти Республики Башкортостан.