Эстәлеккә күсергә

Ғәли (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәли исем битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Ғәли — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Бөйөк, һөйөклө тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Ғәли Соҡорой (төп исеме — Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 8 ғинуар 1826 йыл (1828 йыл) — 10 декабрь 1889 йыл) — башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир. Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (5 март 1907 йыл — 25 октябрь 1973 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө уҡсылар батальоны командирының сәйәси бүлеге буйынса урынбаҫары Гвардия капитаны[2], Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡол Ғәли (1183—1236 йылдар) — Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и Йософ» ("Йософ китабы"ның) авторы. Сығышы буйынса башҡорттарҙың әйле ырыуынан[1][2] булған, Волга буйы Болғарының Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһын 1233 йылда яҙған.

Муса Ғәли (псевдоним, төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 15 октябрь 1923 йыл — 15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.

Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (Зиганша Асадуллович Галли; урыҫ. ГАЛЛИ Джианшах Эседович; 1894, Булыҡча ауылы, Һарытау губернаһы — 1938) — СССР партия-дәүләт эшмәкәре. Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Ғәлиев Венер Зәйнулла улы (1 июль 1975 йыл) — спортсы. Универсаль алыш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2009) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007).

Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы (18 ғинуар 1911 йыл — 19 июль 1939 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).

Ғәлимов Хәбир Латип улы (5 февраль 1905 йыл — 20 февраль 1996 йыл) — башҡорт опера йырсыһы (драматик тенор). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942).

Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (7 декабрь 1958 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Юность» журналының Валентин Катаев исемендәге һәм Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты.

Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы (192128 октябрь 1943, ) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ