Эстәлеккә күсергә

Ғәрәп ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәп ихтилалы
Рәсем
Урын Хиджаз[d] һәм Сирия[d]
Ваҡиға ваҡыты октябрь 1918
Башланыу датаһы июнь 1916
Тамамланыу датаһы октябрь 1918
 Ғәрәп ихтилалы Викимилектә

Яҡын көнсығышта төрөктәргә ҡаршы ихтилал (ғәр. الثورة العربية‎ Al-Thawra al-`Arabīya) — 1916—1918 йылдарҙа Яҡын Көнсығышта бойондороҡһоҙ ғәрәп дәүләттәрен барлыҡҡа килтергән азатлыҡ хәрәкәте.

Йәш төрөк инҡилабынан һуң, 1908—1909 йылдарҙа Ғосман империяһы һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа тарый. Был юғалтыуҙарҙы (шул иҫәптән территориаль юғалтыуҙарҙы) ҡаплатырға тырышып, йәш төрөктәр тыйылғыһыҙ рәүештә пантюркизмды пропагандалай һәм хатта улар ҡолатҡан Ғәбделхәмит Икенсегә ҡарағанда ла көслөрәк итеп империяла аҙсылыҡ булған этник төркөмдәрҙе эҙәрлекләүгә тотона. Ошо факторҙар йоғонтоһо аҫтында империяла йәшәгән ғәрәптәрҙең иң әүҙем төркөмдәре ғосмансылыҡтан әкренләп милләтселеккә, йәғни Истанбул менән лояль хеҙмәттәшлектән ғәрәп үҙенсәлектәрен өҫтөн күреү кәйефтәренә күсә бара. 1905 йылда Сүриәнән килгән эмигрант Нәжиб Азури Парижда «Ғәрәп ватаны лигаһы» манифесын баҫтырып сығара. Ундә түбәндәге юлдар бар:

Ғәрәптәр үҙҙәренең милли, тарихи һәм этнографик йәһәттән бер төрлө булыуҙарын таный һәм, бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөү маҡсаттында, тамыры серегән ғосман ағасынан айырылырға теләй.

Нәжиб Азури Ғосман империяһының ғәрәп провинциялары нигеҙендә, Ғәрәп Азияһы сиктәрендә һәм «Көнбайыштың гуманлы мәғрифәтле милләте» ярҙамы менән бойондороҡһоҙ дәүләт булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған панғәрәптәр төркөмөнә ҡарай. Башҡа төркөмдәр ҙә була — мәҫәлән, Европала уҡыған йәштәр (Франция «Йәш Ғәрәбстан» йәшерен йәмғиәтен ойоштора) «баҫып алыу ҡурҡынысы ниндәй державанан янауына ҡарамаҫтан», айырылып сығыу өсөн сығыш яһай.

Беренсе донъя һуғышы алдынан Ғәрәп ярымутрауындағы хәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман властары теоретик яҡтан ҡарағанда бөтә Ғәрәбстан ярымутрауын контролдә тота, әммә ғәмәлдә уларҙың бының өсөн етерлек аҡсалары ла, әҙерлекле кадрҙары ла, ғәскәре лә булмай. Шуға күрә Ғәрәбстандың иң эре ҡалаларында урынлашҡан ғосман пашалары һәм гарнизондарының, башлыса, күҙәтеү менән генә сикләнеп, ҡағиҙә булараҡ, низағ тыуған осраҡта урындағы феодалдарға һөҙөмтәле ҡаршы тороуҙы булдырыу өсөн мөмкинлектәре булмай.

Шығыйҙарҙың Йәмәнда идара иткән зейди мәзһәбе имамы Яхья Хәмит әт-Дин 1911 йылдағы килешеү нигеҙендә киң автономия менән асыҡтан-асыҡ файҙалана. Ул ғосмандарҙың ярҙамына иҫәп тота, сөнки көньяҡтағы сиктәрҙә 1839 йылда уҡ Йәмәндең көньяғын, эре Аден порты менән бергә, баҫып алған инглиздәр, ә төньяҡта — имам Яхъянан яр буйындағы Тихама өлкәһен даулап алған Асир әмирлеге хакимы Мөхәммәт Али әл-Иҙриси менән дошмашлаша. Ғосмандар Асир әмирен бер нисә тапҡыр «урынына ултыртырға тырышып» ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшә алмай.

Джиддәлә ғосман пашаһына башлыса Хижәздә йәшәгән төрөктәр буйһона, шул уҡ ваҡытта ғәрәптәр Мәккә шәрифе юрисдикцияһы аҫтында була. 1908 йылда Мәҙинә менән Маанды тоташтырған Хижәз тимер юлы асылыуға бәйле ғосмандарҙың был төбәктәге йоғонтолары көсәйә.

Көнсығыш Ғәрәбстан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1899 йылда уҡ Бөйөк Британия, урындағы шәйех Мөбәрәк менән йәшерен килешеү төҙөп, Кувейтта үҙ хакимлығын урынлаштыра. Унан алдараҡ ул Бахрейн, Катар, Оман һәм Әбу-Дәбиҙе үҙенә буйһондорған була. Көнсығыш ғәрәп яр буйҙарында нығынғас, инглиздәр сәғүдиҙәр һәм рәшидиҙәр феодал ырыуҙарының үҙ-ара низағына әүҙем йоғонто яһай башлай.

Нәждән ҡыуылған сәғүҙиҙәр был әмирлектә үҙҙәренең власын ҡайтарырға тырыша һәм Кувейттың ярҙамынан файҙалана. Төньяҡ Ғәрәбстан әмирлеге Джәбәл-Шаммарҙы ҡулдарында тотҡан рәшидиҙәр, ғосмандар ярҙамында Нәжде ҡул аҫтында тоторға тырыша. 1902—1914 йылдарҙа Әбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Нәждә үҙ династияһы власын тергеҙеп кенә ҡалмай, ә рәшидиҙәргә бик ҙур еңелеүҙәр килтерә, үҙ дәүләте биләмәләрен киңәйтә һәм Ғәрәбстандың көнсығышында ғосмандарҙың йоғонтоһон күпкә кәметә. Урыҫ дипломаттары мәғлүмәттәре буйынса, 1912 йылға Көнсығыш Ғәрәбстандың баш ҡалаһы Әр-Риядта «төрөк чиновниктары ла, һалдаттары ла» булмай. Сәләфилек сәғүҙиҙәрҙең рухи байрағы була. 1913 йылға ибн Сәғүд Әл-Һасаның яр буйҙарындағы өлкәһен һәм, 1911 йылдан алып Мәккә һәм Мәҙинәгә сәләфиҙәрҙе индермәгән Хижәз менән низағта үҙ мәнфәғәттәрен нығытып, бер нисә мөһим ҡәлғәне баҫып ала.

Беренсе донъя һуғышы башында Ғәрәбстан йылда инглиздәр менән шундай уҡ килешеү төҙөрүгә ҡамасаулай алмай.ярымутрауындағы хәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибн Сәғүд 1914 йылдың майында уҡ Ғосман империяһы менән дуҫлыҡ һәм союздашлыҡ тураһында килешеү төҙөй, әммә был уға 1915 йылда инглиздар менән шундай уҡ килешеү төҙөүгә ҡамасауламай. Ғәмәлдә ул һуғыш мәлендә тегеләре яҡлы ла, былары яҡлы ла булмай, ә битарафлыҡ сәйәсәтен һаҡлай, үҙе иһә үҙ дәүләтен булдырыу һәм күршеләре, уға буйһонмаған ҡәбиләләр менән тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә.

Рәшидиҙәр Джәбәл-Шаммарҙағы һуғышта ғосман империяһын яҡлай.

Имам Яхья хәрби хәрәкәттәр барышына асыҡтан-асыҡ ҡыҫылмай, ләкин ғәмәлдә һуғыш башланыу менән Британияның Аден гарнизонына ҡамауҙа тотҡан ғосмандарға төньяҡ Йәмәндең ҡайһы бер ҡәбиләләре менән ярҙам итә.

Инглиздәр Әсир хакимы Мөхәммәт Али әл-Идриси менән ғосмандарға ҡаршы берлектә һуғыш хәрәкәттәре алып барыу тураһында килешә. Әммә Әл-Иҙриси аҡса һәм ҡорал алғандан һуң инглиздәргә ярҙам итмәй, ә 1915—1916 йылдарҙа баш бирмәгән тау халҡы менән һуғыша.

Инглиздар үҙҙәренең Мысырҙағы юғары комиссары Мак-Магон аша Мәккә шәрифе Хөсәйен бән Али менән бик оҙайлы һөйләшеүҙәр алып бара. 1915 йылдың октябрендә Мак-Магон Хөсәйенгә, тик Ливан, Сүриәнең көнбайышы, Ғәрәбстандың көньяғы һәм көнсығышынан тыш, Азиялағы бөтә ғәрәп дәүләттәренең батшаһы итеп танырға вәғәҙә бирә.

1916 йылдың 8 июнендә шәриф Хөсәйен ихтилалды башлай. Уның 50 мең кешеһе, ә бына мылтығы ни бары 10 мең генә була. Ҡыҙыл диңгеҙҙе контролдә тотҡан Антанта флот ярҙамында, 10 июндә ғәрәптәр Джиддә портына һөжүм итә, һәм 16 июндә ғосман гарнизондары баш һала. Сентябрь аҙағына ғәрәптәр яр буйындағы бер нисә ҡаланы ала, әммә Мәҙинәгә туранан-тура һөжүмде төрөктәр 1916 йылдың октябрендә кире ҡаға.

Британия хөкүмәте ғәрәптәргә ярҙамға капитан Томас Эдвард Лоуренсты ебәрә, ул декабрь айында Янбуны обороналаусыларға Короллек флоты менән ярҙам итә. Лоуренс ғәрәп лидерҙарын Мәҙинәгә һөжүм итмәйенсә, уның урынына Хижәз тимер юлының эш режимын боҙоуға күндерә, был осраҡта төрөктәрҙең байтаҡ ҡына көсө шул юлды төҙөтеүгә йүнәлтеләсәге билдәле булыуын аңлата.

1917 йылдың 3 ғинуарында Фейсал ибн Хөсәйен 5100 һыбайлы дөйә, 5300 пехота һалдаты, 4 тау пушкаһы, 10 пулемет һәм 380 йөк тейәгән дөйә менән Ҡыҙыл диңгеҙ буйынан төньяҡҡа әл-Вәджидә ҡалаһына юллана. Ә был ваҡытта төрөк гарнизоны, көньяҡтан һөжүм көтөп, ҡаланы обороналауға әҙерләнә, 917 йылдың 23 ғинуарында 400 ғәрәп һәм 200 инглиз морягынан торған десант ҡалаға төньяҡтан һөжүм итә. 36 сәғәттән һуң гарнизон баш һала, төрөктәр, Мәккәнән сигенеп, оборона өсөн отошлораҡ булған Мәҙинә янына барырға һәм гарнизонды Хижәз тимер юлы буйлап урынлаштырырға ҡарар итә. Ғәрәптәрҙең ғәскәре 70 мең кешегә тиклем етә, уларҙың 28 меңе мылтыҡ менән ҡоралланған була.

1917 йылда Ауда ибу Тайи ғәскәре менән баш күтәреүселәр яғына күсә, 9 майҙа Лоуренс уларҙы ғосмандарҙың Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы һуңғы порты — Акабаны штурмлауға йүнәлтә. 6 июлдә, аяуһыҙ алыштан һуң ҡала яулап алына. Әммә был еңеү һөҙөмтәһендә Мысырҙан Фәләстанға һөжүм итеүсе инглиз ғәскәренең уң флангыһы асыла. Бынан һуң ғәрәптәр, генерал Алленбиҙың һөжүменә ярҙам итеп, төрөк ғәскәрҙәре сафына һәм элемтә сараларына зыян килтергес һөжүмдәр яһай.

Акабаны алғас, Антантаның келәттәренән ғәрәптәрҙе һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү юлға һалына, ғәрәп ғәскәрҙәренә техник белгестәр килә, инглиз авиацияһы ла ғәрәптәр мәнфәғәтендә эшләй; ә ғәрәп ғәскәрҙәре, үҙ сиратында ваҡ һөжүмдәр тактикаһын ҡулланып, төрөк ғәскәрҙәренең ҙур майҙанда таралып урынлашыуын тәьмин итә, генерал Алленби ғәскәренә разведка мәғлүмәттәрен еткереп тора.

1918 йылдың сентябрендә Алленби Мегиддо эргәһендәге алышты планлаштырғанда ғәрәп партизандарына мөһим роль үтәүҙе йөкмәтә. Антанта көстәре төрөк-герман сафтарына һөжүм иткәндә ғәрәптәр ғосмандар тылындағы өс тимер юлын да сафтан сығара, шулай итеп, төрөктәр ярҙам да ала алмай һәм сигенергә лә юл тапмай.

1918 йылдың 30 сентябрендә дөйәләргә атланған ғәрәптәр Дамаск ҡалаһына барып етә һәм ҡалала йәшәгән ғәрәп милләтселәренең ғәрәп ихтилалы флагын күтәреүҙәрен күрә. Икенсе көнөнә ҡалаға Австралия еңел кавалерияһы инә.

Ғосман империяһының ҡолауы ғәрәптәрҙә, Бөйөк Британия Хөсәйенгә биргән вәғәҙәләрен үтәр, тигән илююзия тыуҙыра. Шул хәбәрҙе көтөп, Хөсәйен ибн Али, Ғосман империяһының элекке ғәрәп провинцияларын үҙ ҡулы аҫтына берләштереүгә дәғүә итеп, үҙен корлль тип иғлан итә. Әммә хатта Ғәрәбстан сиктәрендә лә ул быны эшләй алмай, ә башҡа төбәктәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөйөк Британия менән Франция, Сайкс-Пико килешеүенә ярашлы, был төбәктәрҙе үҙ-ара бүлешеп алыуҙы өҫтөн күрә. Хөсәйен Хижәз короле булып ҡала һәм 1919 йылда Нәждға һуғыш аса һәм еңелә. 1919 йылда ибн Сәғүд Джәбәл-Шамарҙы, 1922 йылда — Әсирҙе, ә 1924 йылда Хижәзде баҫып ала, һәм 1927 йылда Нәжд һәм Хижәз короллеген иғлан итә, 1932 йылда ул Сәғүд Ғәрәбстаны үҙгәртелә.

  • Лоуренс Аравийский, «Семь столпов мудрости».
  • «История Востока» в 6 томах. Т.V «Восток в новейшее время (1914—1945 гг.)» — Москва: издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2006. ISBN 5-02-018500-0