Эстәлеккә күсергә

Ғәссәниҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәссәниҙәр
ғәр. الغساسنة
Герб
Нигеҙләү датаһы 220
Ҡатнашыусы Осада Алеппо[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Jabiyah[d]
Идара итеү формаһы монархия
Ҡулланылған тел Ғәрәп теле һәм доклассический арабский язык[d]
Башланыу датаһы 220
Тамамланыу датаһы 638
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 638
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Христианлыҡ
 Ғәссәниҙәр Викимилектә

Ғәссәниҙәр (ғәр. الغساسنةӘл-Ғәсәсинә йәки الغسانيون Әл-Ғәссәсийүн) — боронғо Ғәрәбстанда хакимлыҡ иткән династия .

Был династияны ҡайһы берҙә ҡанбабаларының исеме менән Али Жәфнә тип тә атайҙар. Улар Йемендан төньяҡҡа табан күсенеп Рим империяһы сиктәрендә төпләнә. Ғәссән йылғаһы буйында урынлашҡанлыҡтан, уларҙы Ғәссәни тип атайҙар.

Ғәссәниҙәр батшаһы Арета Жәбәл улының башняһы

636 йылға тиклем Көнсығыш Фәләстиндә (Иордания) хакимлыҡ иткәндәр. Левантта төпләнеп, Ғәссәниҙәр әкренләп ғәрәп батшалығын Салихиҙарҙы бөтөрә, Византия империяһының клиент-дәүләте булып, улар менән бергә фарсы Сәсәниҙәргә һәм уларҙың ғәрәп вассалдары Ләхмиҙәргә ҡаршы һуғыша[1][2].

Ғәссәниҙәр ерҙәре рим биләмәләрен урындағы ҡәбиләләрҙең һөжүменән һаҡлаған буфер зонаһы булып тора.

529 йылда император Юстиниан I Әл-Харис ибн Жәбәлде Сүриә һәм Фәләстин хакимы тип иғлан итә, ғәрәптәр өсөн — батша, византийҙар өсөн патриций титулы бирә.

Ғәссәниҙәр Яковит православие сиркәүенә ҡарай.

Батшалыҡ Византия тарафынан 585 йылда юҡҡа сығарыла, әммә 629 йылда, мосолмандарҙан ҡурҡыу арҡаһында, тергеҙелә. Левантты мосолмандар баҫып алғандан һуң бик аҙ ғәссәниҙәр мосолман булып китә; дәүләттең күпселек халҡы христиан булып ҡала һәм хәҙерге Иордания, Фәләстин, Израиль, Сүриә һәм Ливан сиктәрендә мәлкит һәм Сүриә общиналарына ҡушыла[3].

  1. Saudi Aramco World: The Kind of Ghassan. Barry Hoberman. http://www.saudiaramcoworld.com/issue/198302/the.king.of.ghassan.htm {{{2}}}. Accessed 31 January 2014.
  2. bury, john. History of the Later Roman Empire from the Death of Theodosius I. to the Death of Justinian, Part 2. — courier dover publications.
  3. Bowersock, G. W.; Brown, Peter; Grabar, Oleg. Late Antiquity: A guide to the Postclassical World. — Harvard University Press.