Эстәлеккә күсергә

Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғ. Ғүмәрский битенән йүнәлтелде)
Ғиләж Ғүмәрский
Исеме:

Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы

Тыуған көнө:

1 апрель 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Этекәй ауылы[1]

Вафат булған көнө:

26 ноябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

драматург

Жанр:

пьеса

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт теле

Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы, Ғиләж Ғүмәрский (1 апрель 1890 йыл — 26 ноябрь 1967 йыл) — драматург. 1910 сы йылдарҙан үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштороусы. 1930—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең район-ара бүлеге мөдире. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғиләжетдин Фәсхетдин улы Миңлебаев 1890 йылдың 1 апрелендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Иҫке Этекәй ауылында тыуған.

Ғосмания мәҙрәсәһендә уҡый (1903—07). 1917 йылдан алып Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында төрлө ойошма һәм учреждениеларында эшләй. 1930-37 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең район-ара бүлеге мөдире. 1937 йылда репрессиялана, 1959 йыл аҡлана. 1910‑сы йылдарҙа үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштора, башҡорт һәм татар драматургтарының пьесаларын, үҙенең әҫәрҙәрен сәхнәләштерә.

Уның «Уйламағанда ике никах» комедияһының нигеҙендә сауҙагәр ҡыҙы менән мәҙрәсәнең фәҡир мөғәллименең йәшерен никахы ята. «Һуғышта» драмаһы (икеһе лә — 1917) Беренсе донъя һуғышына арналған. Баҫылмаған «Аталар күҙ йәше», «Көнләшеү» һ. б. пьесалар авторы.

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы.