Ҡалҡан (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалҡан тауБашҡортостан Республикаһы Учалы районы Ҡалҡан ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 663 м, оҙонлоғо 2,6 км, төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ‑көнсығыш яҡ өлөшө — 1 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы һәм урта ордовик дуниттарынан һәм серпентиниттарынан тора. Көнсығыш битләүенең ландшафты утрау рәүешендәге ҡарағай һәм себер ҡарағасы урмандары булған тауболон далаларынан, көнбайыш битләүе — ҡарағасҡарағайҡайын урмандарынан тора.

Атамаһының килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пётр Рычков «Топография Оренбургская» тигән китабында бына нимә тип яҙа: Ҡалҡан башҡорттоң ҡалған тигән һүҙенән яһалған (ҡалған, Урал артында тороп ҡалған)[1]:

Яикъ вершину имьетъ за Уралскими горами на Сибирской дорогъ, въ Купаканской волости, изъ горы называемой Калганъ Тау, что значитъ: Крайняя или Остальная гора въ Уралъ
Сія река изстари разделяетъ Башкирцовъ съ Киргисъ Кайсаками


Яйыҡ, Себер даруғаһы, Ҡыуаҡан волосына ингән, Ҡалҡан-тауҙа баш ала. Ҡалҡан — тороп ҡалған, йәки иң ситке тау тигән мәғәнә бирә.
Йылға борон замандарҙан уҡ башҡорттарҙы ҡырғыҙ ҡайсаҡтарҙан (ҡаҙаҡ) айырып (Бүлеп) тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рычков Пётр Иванович: «Топография Оренбургская» СПб., 1762 стр.223—224

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]