Ҡара мөхәббәт (телесериал)
Бесконечная любовь | |
төр. Kara Sevda | |
Жанр | |
---|---|
Сценарист |
Озлем Йылмаз |
Режиссёр |
Хиляль Сарал |
Ролдәрҙә |
Бурак Озчивит |
Композитор |
Тойгар Ышыклы |
Ил | |
Сезон |
2 |
Серий |
74 (список серий) |
Производство | |
Продюсер |
Керем Чатай |
Төшөрөү урын | |
Сериялар оҙонлоғо |
120—150 минут |
Студия |
Ay Yapım |
Трансляция | |
Телеканал | |
Экрандарҙа | |
Хронология | |
Һылтанмалар | |
Сайт | |
IMDb |
5133998 |
Ҡара мөхәббәт Викимилектә | |
«Ҡара мөхәббәт» (төр. Kara Sevda) — киҫкен сюжетлы драма жанрындағы төрөк телесериалы. Экрандарҙа 2015 йылдың 14 октябрендә күрһәтә башлайҙар. Финал серияһы 2017 йылдың 21 июнендә Star TV телеканалында күрһәтелә. Рәсәйҙә сериалдың премьераһын тамашасылар 2018 йылдың 27 авгусында «Русский бестселлер» каналында ҡаранылар. 2020 йылдың 16 ноябренән сериал «Романтичное» телеканалында дубляждың билдәле актерҙары ҡатнашлығында яңы тауыш менән трансляцияланды. Шулай уҡ 2022 йылдың 7 февраленән 30 сентябренә тиклем «Ю» телеканалында ҡуйылды.
Башта сериал «Хыял баҡсаһы» (тур. Düş Bahçesi) тип атала. Әммә актриса Зеррин Текиндор һәм режиссер Волкан Коджатюрк араһындағы конфликт арҡаһында сериал төшөрөүҙән туҡтатылып тора. Һуңынан Волкан Коджатюрк составты ташлап китә. Уның урынына режиссер Хиләл Сарал алына. Ә сериалдың исеме «Kara Sevda» тип үҙгәртелә.[1]
«Kara Sevda» төрөк теленән тәржемә иткәндә, «мөхәббәттең юғары дәрәжәһе, бик көслө, бар нәмәне үҙ эсенә алған илерткес тойғо» тигәнде аңлата. Шуға күрә лә Ay Yapim продюсер компанияһы сериалдың исемен инглиз теленә «Endless Love» тип тәржемә итә. Башҡорт телендә ул «Сикһеҙ мөхәббәт» тип тәржемә ителә. Сериалдың күп кенә серияларында ла сикһеҙлек билдәһенә баҫым яһала.[2]
2020 йылдың ноябрендә сериал more.tv, 2021 йылдың декабренән сериал wink.ru онлайн-сервистарында трансляциялана.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күрһәтеләсәк тарих икеһе ике төрлө тормошта йәшәгән егет менән ҡыҙ тураһында. Уларҙың береһе - бай, икенсеһе - фәҡир. Был икәүҙең хатта уртаҡ таныштары ла юҡ. Әммә бер көн килеп улар бер-береһен яңылыш ҡына күреп ҡалалар. Ошо күрешеү икеһенең дә яҙмышын кинәт үҙгәртә. Шулай итеп, яңы мөхәббәт тарихы барлыҡҡа килә. Ғашиҡтарҙың ҡауышыуына барыһы ла - дуҫтары ла, ата-әсәләре лә ҡаршы сыға. Тик был ғына мөхәббәт көсөн еңә алмай. Нихандың тормошонда нисек тә булһа уны үҙенеке итергә теләгән яуыз ир бар. Ялғанлыҡ һәм яуызлыҡ менән ул ике йәш йөрәкте айыра. Әммә Нихандың йөрәген күптән Кемал яулап алған була. Араларындағы юлдар, ҡаршылыҡтар, фажиғәләр осрауға ҡарамаҫтан улар бер-береһен ихлас яратыуын дауам итә. Улар саф хистәрен йылдар, һынауҙар аша үткәрергә тейеш.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Актер | Ролдәрҙә |
---|---|
Бурак Озчивит | Кемаль Сойдере, инженер, Нихандың ире |
Неслихан Атагөл | Нихан Сойдере, Кемалдең ҡатыны, Дениздың әсәһе. |
Каан Урганджиоглу | Әмир Козджуоглу, Зәйнәптең ире. |
Хазал Филиз Кючюккёсе | Зәйнәп Козджуоглу, Әмирҙең ҡатыны, Кемалдең һеңлеһе. |
Мелиса Аслы Памук | Асу Аладжахан |
Зеррин Текиндор | Лейла Кандарлы |
Орхан Гюнер | Хюсеин Сойдере |
Зейно Эраджар | Фехиме Сойдере |
Неше Байкент | Вильдан Сезин |
Кюршат Алныачик | Ондер Сезин |
Барыш Алпайкут | Озан Сезин |
Рюзгяр Аксой | Тарык Сойдере |
Чагла Демир | Бану Сойдере |
Али Бурак Джейлан | Туфан Канер |
Бурак Серген | Галип Козджуоглу |
Керем Алышык | Айхан Кандарлы |
Гёкай Мюфтюоглу | Салих |
Угур Арслан | Зехир (Фикрет) |
Эрхан Алпай | Хакан Тандур |
Эдже Мюдессироглу | Зехра Тоскан |
Эдже Яшар | Эда |
Берк Гюнешберк | Шафак |
Орал Озер | Мехмет |
Метин Джошкун | Хаккы Аладжахан |
Нихан Ашыджы | Ясемин |
Акан Башак | Эфсане |
Ипек Бюйюкакин | Пелин |
Бедир Тасдемир | Месут |
Элиф Озкул | Сема |
Мирка Бучак | Карен |
Рыза Леки | Танер |
Айшен Инджи | Мюжгян Козджуоглу |
Бетюл Асчиоглу | Нурсен |
Сахин Генч | Саллабаш |
Гекмен Байрактар | Гюрджан Авалы |
Гизем Караджа | Мерджан Йылмаз |
Барыш Кислак | Адем |
Серкхат Мидият | Боран |
Арвен Берен Кушатман | Дениз Сойдере, Кемаль менән Нихандың ҡыҙы. |
Трансляциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил | Телеканал | Трансляция датаһы |
---|---|---|
Косово Республикаһы | RTV 21 | 7 апрель, 2016 |
Албания | Jolly HD | 26 май 2016 |
Греция | Mega TV | 12 июнь, 2016 |
Сербия | RTV Pink | 9 ғинуар, 2017 |
Ҡаҙағстан | 31 канал | 27 февраль, 2017 |
Румыния | Kanal D | 20 март, 2017 |
Индонезия | TV One | 15 апрель, 2017 |
Украина | 1+1 | 28 август, 2017 |
Төньяҡ Македония | Sitel TV | 31 ғинуар, 2018 |
Польша | TVP1 | 24 август, 2018 |
Рәсәй Федерацияһы | Русский бестселлер | 27 август, 2018 |
Үзбәкстан | Komilov TV (YouTube channel) | 21 май-август, 2021 |
Үзбәкстан | ZO’R TV | 31 август, 2017 |
2017 йылдың 20 ноябрендә «Ҡара мөхәббәт» сериалы «Йылдың иң яҡшы теленовеллаһы»[3] номинацияһында «Эмми» наградаһын алды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Burak Özçivit’in Düş Bahçesi dizisine büyük şok! (төр.). web.archive.org (6 июль 2020). Дата обращения: 15 июль 2020.
- ↑ Черная любовь — Турецкий сериал . Все о Турции (1 сентябрь 2018). Дата обращения: 15 июль 2020. Архивировано 15 июль 2020 года.
- ↑ ayyapimtv. 2017 International Emmy Telenovela Winner, Kara Sevda Endless Love Turkey (21 ноябрь 2017). Дата обращения: 30 ноябрь 2017. Архивировано 14 ноябрь 2021 года.