Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Тыуған көнө 1881
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы
Вафат булған көнө 1964
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Рәсүлиә
Ғәлиә мәҙрәсәһе

Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов (18811964) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы 1881 йылда Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Яҡтыкүл ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) тыуған.

Ҡыйышҡы ауылындағы, «Рәсүлиә» , «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем алған.

Яҡтыкүл ауылында мөғәллимлек иткән.

1920 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Табын кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиулла Ҡоломбәтов «Иптәшкә», «Үткер балта», «Ялҡау Мотой менән тараҡандар» шиғырҙары, шулай уҡ йырҙар авторы. Сәсәндең әҫәрҙәре коллективлаштырыуға, Бөйөк Ватан һуғышына, әҙәп һәм социаль мөнәсәбәттәргә бағышланғана. Балалар өсөн әкиәттәр һәм Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр яҙа.

Вәлиулла Фәйзулла улы башҡорт фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыя, шул иҫәптән Салауат Юлаев тураһында риүәйәттәр — «Салауаттың ҡатынына йыры», «Боғрахан (Карахан)», уның «Бүгәсәүгә ҡушылып, кушма ирбатырға булып…» ҡобайыры, Аҡмулла шиғырҙарын һәм башҡалар.

Сәсәндең ҡайһы бер әҫәрҙәре һәм ул яҙып алған риүәйәттәре «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелде. Уның әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө юғалған. Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ҡулъяҙмалары РФА Өфө фәнни үҙәгенең Фәнни архивында һаҡлана.

1964 йылда вафат булған, Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында ерләнгән.

Тыуған ауылында барельеф ҡуйылған (2016)[1].

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2-се китап. Өфө, 1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. index.php/component/content/article/8-statya/8382-olomb-tov-v-liulla-f-jzulla-uly

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]