Ҡураз
Ауыл | |
Ҡураз татар. Кураз | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 85549 |
Почта индексы |
423650 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ҡураз (Әтәс) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Песәй ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡураз (Әтәс)— байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[1]. Ырымбур губернаһы Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә, 1805 йылдан Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.
1840 йылда мәсет теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан —Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Бөндөж районы, 1931 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 208 йән аҫаба башҡорт; 1816 йылда — 134 аҫаба башҡорт һәм 6 керҙәш башҡорт; 1834 йылда — 125 аҫаба башҡорт һәм 10 керҙәш башҡорт; 1850 йылда — 346 аҫаба башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән Йәнәй улусы Бәзәкәй түбәһенең аҫаба башҡорттарынан[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәли Чуриев — 1806—1807 йй. Наполеон Францияһына ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 51—52. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.