Эстәлеккә күсергә

Ҡырғыҙстанда транспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырғыҙстанда транспорт
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
 Ҡырғыҙстанда транспорт Викимилектә
Бишкәк-2 тимер юл станцияһы

Ҡырғыҙстанда транспорттың бөтә төп төрҙәре: һауа, тимер юл, автомобиль, торба транспорты бар. Ысыҡ-Күлдә суднолар йөрөй.

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙстан тимер юлдарының оҙонлоғо 2006 йылда 470 км тәшкил итә, 2012 йылда 424 км ғына ҡала[1]. Тимер юл транспортына йөк әйләнешенең яҡынса 3 проценты тура килә. 2000 йылдар башына хәрәкәт итеү составы иҫкергән, 2500 йөк вагоны, 450 пассажир һәм 50 локомотив иҫәпләнә[2]. Ташыу менән «Ҡырғыҙ темир жолу» дәүләт компанияһы шөғөлләнә.

Илдең тимер юл селтәре тарҡау линияларҙан тора. Айырым линиялар илдең төньяғын Ҡаҙағстан тимер юлдары һәм илдең көньяҡ райондарын Үзбәкстан тимер юл селтәре менән бәйләй. Башҡа тимер юл линиялары Ҡырғыҙстандың көньяҡ-көнбайыш райондары буйлап үтә, илдең эре сәнәғәт һәм тораҡ пункттарын Фирғәнә үҙәне[2] менән тоташтыра.

1996 йылдан алып Ҡытай — Ҡырғыҙстан — Үзбәкстан тимер юлын («CKU») төҙөү мөмкинлеге тикшерелә[3].

Автомобиль транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙстанда автомобиль транспорты ҙур роль уйнай, Уға пассажирҙар ташыуҙың 99,8 проценты һәм йөк әйләнешенең 95 проценты тура килә. 2000 йылдар башына автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 40 мең километр тәшкил итә, шуларҙың 17 мең километры ҡаты япмалы.

570 км оҙонлоғондағы E010 шоссеһы Ош һәм Бишкәк (Фирғәнә һәм Чуй үҙәндәре) ҡалаларын тоташтыра. Ул Тянь-Шань аша үтә. Был автомобиль юлы буйлап йөрөү түләү билдәләнгән (2011 йылда ғәмәлдә була). Юл буйлап Тёо-Ашуу (3586 м, 3200 метр бейеклектә оҙонлоғо 2,5 км булған туннель үткәүел аҫтынан төҙөлә), Отмёк (3330 м) һәм Ала-Бель үткәүелдәре (3391 м) урынлашҡан.

Илдә 11 аэропорт бар, улар барыһы ла «Манас халыҡ-ара аэропорт» структураһына ҡарай. Аэропорт селтәре дәүләт тарафынан контролдә тотола, ул компания өлөшөнөң яҡынса 77,5 процентына эйә. Манас халыҡ-ара аэропорты һәм баш ҡала аэропорты илдең иң ҙуры булып тора. Ош халыҡ-ара аэропорты ҙурлығы буйынса икенсе урында тора һәм Урта Азияның халыҡ тығыҙ йәшәгән төбәгендә, Фирғәнә үҙәнендә урынлашҡан. Ысыҡкүл халыҡ-ара аэропорты әһәмиәте буйынса өсөнсө урында тора, әммә даими осоштар йәйге осорҙа, 2-3 ай дауамында башҡарыла. Аэропорт Ысыҡкүл буйындағы курорт зонаһында урынлашҡан. Ҡалғандары — урындағы аэропорттар, улар эске авиабәйләнеште хеҙмәтләндерә.

Илдә 13 авиакомпания теркәлгән, пассажирҙар өсөн 6, ҡалғандары йөк һәм авиация эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Даими пассажирҙар ташыуҙы 3 милли (Avia Traffic Company, Air Manas, һәм Tez Jet) һәм 13 сит ил авиакомпанияһы (Aeroflot, Turkish Airlines, Ural, S7, Air Asians, China Southern, Uzbekistan Airways һәм башҡалар) башҡара. Авиакомпаниялар илде донъяның 11 иленә 30 ҡала менән бәйләй (2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Төп йүнәлештәре — Рәсәй Федерацияһы, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, БДБ илдәре, Ҡытай. Ҡырғыҙстандың Европа ҡалаларына туранан-тура рейстары юҡ, сөнки EASA ҡырғыҙ авиалинияларын осош хәүефһеҙлеген, ә Ҡырғыҙстан авиация властары тейешле күҙәтеүҙе тәьмин итә алмай тип иҫәпләй һәм ҡырғыҙ авиалинияларын «ҡара исемлеккә» (safety list) индерә.

2019 йылдың ғинуарында Ҡырғыҙстан Президенты Ҡырғыҙ Республикаһының илдең Һауа кодексына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы Законына ҡул ҡуя. Был закон сит ил авиакомпанияларына «һауаның 5-се дәрәжәләге азатлығы» хоҡуғы (ил аша пассажир һәм йөк ташыу өсөн транзит осоштар яһау һәм өсөнсө илдәргә бер яҡлы тәртиптә барыу хоҡуғы) бирә.

Торба үткәргес транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең территорияһында Бохара — Ташкент — Бишкәк — Алматы һәм Майлуу-Суу — Джлал-Абад — Ҡара-Суу — Ош магистраль газ үткәргестәре урынлашҡан. Торба үткәргес транспорты өлөшөнә йөк әйләнеше 1,5 % тура килә.

  1. Киргизия: проблемы перспективного развития железнодорожной сети (28 май 2012). Дата обращения: 11 декабрь 2014.
  2. 2,0 2,1 Киргизия: проблемы перспективного развития железнодорожной сети (28 май 2012). Дата обращения: 11 декабрь 2014.
  3. Рахимов Кубатбек Калыевич. Строительство транскыргызской железной дороги ― Чуй - Фергана‖. Дата обращения: 11 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2014 года.