Ҡытай юане

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юань  (баш.)

圓 / 人民幣  (ҡыт.), 圆 / 人民币  (ябайл. ҡыт.)
Yuán / Rénmínbì  (пиньинь) Yuan Renminbi  (ингл.) Yuan Ren-Min-Bi  (фр.)

Юани КНР (серия 2005 года)
ҠХР юандәре (2005 йылғы серия)
Кодтар һәм символдар
 ISO 4217  кодтары CNY (156)
Символдар ¥ • 元 • 圆 • 圓
Әйләнеү территорияһы
Эмитент КНР ҠХР
Сығарылма һәм параллель берәмектәр
Кәсерле Дзяо (110)
Фень (1100)
Әйләнештәге тәңкәләр һәм банкноталар
Тәңкәләр 1, 2, 5 фень, 1 һәм 5 дзяо, 1 юань
Банкноталар 1, 5, 10, 20, 50, 100 юань
Валюта тарихы
Хроника Юань (Халыҡ банкы доллары) (CNX[a 1])

Юань (женьминьби) (CNY)

Тәңкәләр һәм банкноталар етештереү
Эмиссия үҙәге Ҡытай Халыҡ банкы
www.pbc.gov.cn
2016 йылдың 23 ноябренә курсы
100 һум = 10,77 CNY
1 USD = 6,893 CNY
1 EUR = 7,308 CNY
1 GBP = 8,546 CNY
100 JPY = 6,218 CNY
Курстар ХВФ, ЕҮБ  һәм РФ ҮБ мәғлүмәттәре нигеҙендә бот тарафынан яңыртыла
Инфляция  2014 йылда
Инфляция 1,8% (апрель)
  1.  ISO 4217 коды булып тормай, ләкин стандартта телгә алына
Юань на Викискладе

Юа́нь (Rénmínbì) (трад. ҡыт , ябайл.  , пиньинь: Yuán) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының хәҙерге осор аҡса берәмеге,  женьминьби (ябайл. ҡыт. 人民币, пиньинь: Rénmínbì, тура тәржемәһе: «халыҡ аҡсаһы», ҡыҫҡартмаһы RMB) хаҡын баһалау өсөн ҡулланыла. Донъяның төп резерв валюталарының береһе, ХВФ-тың махсус хоҡуҡлы валюталар «кәрзиненә» инә[1].  Валютаның ISO 4217 стандартындағы халыҡ-ара яҙылышы — CNY.

Бер юань — 10 дзяонан  (角), үҙ сиратында улары 10-ар фэндән (分) тора. Мәҫәлән,  3,14 юань 3 юань 1 дзяо 4 фень (三元一角四分) тип әйтелә. Дзяо һәм фень һүҙҙәре 10−1 һәм 10−2 тигән унлы префикстарҙы ла белдерә. Әйләнештә  1, 2, 5 фэнь, 1 һәм 5 цзяо, 1 юань номиналлы тәңкәләр йөрөй.

Эмиссия институты — Ҡытай Халыҡ банкы (1948 йылдың 1 декабрендә ойошторолған).

1994 йылдан 2005 йылдың июленә тиклем юань 8,28:1 алмашыу курсы менән АҠШ долларынаныҡ бәйле була. 

Ҡытайҙың автономиялы райондарында (Гуанси-Джуан, Монгол, Синьдзян-Уйғыр һәм Тибет) рәсми тел булған дүрт телдәге (джуан, монгол,  уйғыр, тибет) яҙыуҙар ҡытай банкноталарының бөтәһендә лә бар [2].

Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторында Ҡытайҙың милли валютаһы былай тип атала:

  • Ҡытай юане (26.12.1994— 01.01.2001),
  • Ренминби юане  (01.01.2001— 01.02.2007),
  • Женьминьби юане (01.02.2007— 2009),
  • юань (2009 йылдан әлегә тиклем).

Bloomberg агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, SWIFT  системаһында халыҡ-ара әйләнештә  2013 йылдың майынан 2014 йылдың майына тиклем юань өлөшө 1,47 процент (бер йыл элек — 0,84 процент) тәшкил итә. Шуның менән бергә АҠШ доллары өлөшө (шул уҡ ваҡыт киҫемендә) — 42 процент, евро — 32 процент, Рәсәй һумы — 0,35 процент[3].

Банкноталары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980 йыл өлгөһөндәге банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980 йыл [4] серияһы
Һүрәтләнеше Номиналы Үлсәмдәре (мм) Төп төҫө һүрәтләнеше Сығыу (модификацияланыу) датаһы Әйләнештән сығыу датаһы
Алғы яғы Артҡы яғы Алғы яғы Артҡы яғы
1 цзяо 115 x 52 Һары, йәшел Һулда — гаошань халҡы вәкиле; уңда  — манджур халҡы вәкиле ҠХР гербы 1988 йылдың 17 сентябре
2 цзяо 120 x 55 Йәшел Һулда — буи халҡы вәкиле; уңда — корей этносы вәкиле ҠХР гербы 1979 йылдың 6 майы
5 цзяо 125 x 58 Миләүшә Һулда мяо халҡы ҡыҙы; уңда — джуан халҡы ҡыҙсығы  ҠХР гербы 1983 йылдың 2 майы
1 юань 140 x 63 Ҡыҙыл Яо (һулда) һәм дун (уңда) халыҡтары ҡатын-ҡыҙҙары Бөйөк Ҡытай диуары 1981 йылдың 27 майы
2 юань 145 x 63 Йәшел Һулда — и халҡы ҡыҙҙары, уңда  — уйғыр ҡыҙы   Наньшань тауы
1983 йылдың 1 апреле
5 юань 150 x 70 Ҡыҙыл-һары Һулда  — хуэй этник төркөмө вәкиле, уңда  — тибет ҡатын-ҡыҙы Янцзы 

йылғаһы

1984 йылдың 12 июле
10 юань 155 x 70 Көлһыу-зәңгәр Һулда —  монгол ир-аты, уңда — хань халҡы вәкиле Эверест

тауы

1978 йылдың 30 июне
50 юань 160 x 77 Һары Профессор, крәҫтиән ҡыҙ һәм эшсе Хуанхэ

йылғаһындағы Хукоу 
шарлауығы

1974 йылдың 16 майы 
100 юань 165 x 77 Миләүшә  «Бөйөк поход» ҡатнашыусылары һулдан уңға:

Джу Де, Лю Шаоци, Джоу Эньлай, Мао Дзедун

Бөйөк поход башланған урын 1974  йылдың 16 майы

 1999—2005 йыл өлгөһөндәге банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йыл серияһы
Һүрәтләнеше Номиналы (юань) Үлсәмдәре (мм) Төп төҫө Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу йылы
Алғы яғы Артҡы яғы Алғы яғы Артҡы яғы
1 130 x 63 Зәйтүн Мао Цзэдун Сиху күле 2004
5 135 x 63 Миләүшә Мао Цзэдун Тайшань тауы 2002
10 140 x 70 Зәүгәр Мао Цзэдун Янцзы
йылғаһындағы өс һикәлтә
2001
20 145 x 70 Көрән Мао Цзэдун Гуйлинь
пейзажы
2000
50 150 x 70 Йәшел Мао Цзэдун Потала һарайы 2001
100 155 x 77 Ҡыҙыл Мао Цзэдун Пекиндағы Халыҡ съездар һарайы  1999
2005 йыл серияһы
Һүрәтләнеше Номиналы (юань) Үлсәмдәре (мм) Төп төҫө Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу йылы
Алғы яғы Артҡы яғы Алғы яғы Артҡы яғы
5 135 x 63 Миләүшә Мао Цзэдун Тайшань

тауы

2005
10 140 x 70 Зәңгәр Мао Цзэдун Янцзы

йылғаһындағы өс һикәлтә

2005
20 145 x 70 Көрән Мао Цзэдун Гуйлинь

пейзажы

2005
50 150 x 70 Йәшел Мао Цзэдун Потала һарайы
2005
100 155 x 77 Ҡыҙыл Мао Цзэдун Пекиндағы Халыҡ съездар һарайы 2005

Валюта курсы режимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылға тиклем юандең сит ил валюталарына ҡарата курсы башлыса стерлинг фунты, шулай уҡ Гонконг доллары аша билдәләнә.  1974 йылдың авгусынан юанде АҠШ долларына һәм башҡа валюталарға ҡарата валюта кәрзине базаһында көн һайын котировкалау индерелә. 

1994 йылдан Ҡытай властары юань курсын 1 доллар = 8,27 юань кимәлендә бикләп ҡуя. Ләкин һуңғы ваҡытта Ҡытай юане курсты либералләштереүҙе талап иткән  ЕС илдәре, Япония һәм айырыуса АҠШ-тың көсәйә барыусы баҫымы аҫтында ҡала. Улар фекеренсә, юань курсы түбәнәйтелгән, һөҙөмтәлә Ҡытай тауарҙары өҫтәмә конкурентлы өҫтөнлөккә эйә. АҠШ-тың Ҡытай менән сауҙалағы кире сальдоһы 2004 йылда 162 млрд доллар тәшкил итә.

 2005 йылдың 21 июлендә Ҡытай юанде  долларға бәйләүҙән баш тарта  һәм милли валютаның курсын  2 процентҡа күтәрә.

Ошо мәлдән алып юань курсы уның валюта кәрзиндәренә ҡарата торошона ҡарап билдәләнә башлай: «стандарт» (SDR) кәрзингә — АҠШ доллары, евро, британ фунты, япон иенаһы; һәм «индивидуаль» кәрзингә (сауҙа партнерҙарының валюталары) — Рәсәй һумы, Австралия, Канада һәм Сингапур долларҙары, Тайвань  баты һәм Көньяҡ  Корея вонаһы. 

Ҡытай эксперттары [кого?] фекеренсә, валюталар кәрзиненә бәйләү  юань курсын донъя иҡтисади конъюнктураһына һиҙгерерәк итә, шул уҡ ваҡытта илдең финанс системаһы тотороҡлолоғона ла хәүеф тыуҙырмай. 2008 йылдың июленә юань курсы яйлап 21,6 процентҡа тиклем нығый.

Бөтә донъя банкы баһаһына ярашлы, 2003 йылда юандең һатып алыу һәләте яҡынса 1 доллар = 1,8 юань була.

2015  йылдың 30 ноябрендә ХВФ-тың Башҡарма советы юанде ХВФ-тың хисаплашыу берәмеге булған SDR резерв валюталары  кәрзиненә индерергә ҡарар итә. Шәхсән юань әлегә донъя резерв валютаһы тип һаналмай, был статусҡа еткәнсе ныҡ үҫергә кәрәк, сөнки, эксперттар берлеге фекеренсә,  валюта ил сиктәре аша барған сауҙала әүҙем файҙаланылһа һәм үҙәк банктар резервтарында өлөшө юғары булһа ғына, ул донъя валютаһына әйләнә. Тағы бер мөһим нәмә  — валютаның финанс кризисы ваҡытында файҙаланыла алыуы. Әлегә  биш валюта резерв валютаһы статусына эйә, улар SDR кәрзинендә лә бар: АҠШ доллары, евро, стерлинг фунты, иена, швейцар франкы (швейцар франкы был исемлеккә рәсми индерелмәһә лә, ХВФ тарафынан алдынғы илдәрҙең үҙәк банктары резервтары статистикаһында иҫәпкә алына). Был валюталар ирекле конвертациялана, уларҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн ирекле йөҙөүҙәге валюта курстары ҡулланыла. Юань «ирекле файҙаланыуҙағы валюта» (йәғни баҙар тибындағы валюта) түгел, FOREX баҙарындағы сауҙала ҡатнашмай, CLS халыҡ-ара түләү системаһы хисаплашыуҙарында ҡулланылмай, ә алмашыу курсы Ҡытайҙың Халыҡ банкы тарафынан көйләнә, шунлыҡтан юанде резерв валюталары кәрзиненә индереү мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала килә. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]