Эстәлеккә күсергә

Ҡыяр

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыяр
Ҡыяр
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡабаҡ һымаҡтар
Ғаилә: Ҡабаҡ һымаҡтар
Ырыу: Ҡыяр
Төр: Ҡыяр
Латинса исеме
Cucumis sativus L.
ITIS 22364
NCBI 3659

Ҡыяр (лат. Cucumis sativus) — ваҡ һары сәскәле, еле һабаҡлы, оҙонса йәшелсә биргән баҡса үҫемлеге һәм шуның йәшелсәһе[1]; ҡабаҡтар ғаиләһендәге бер йыллыҡ үлән үҫемлек (Cucurbitaceae), ырыу төрө ҡыяр (Cucumis). Үрмәләп үҫкән һабағының оҙонлоғо 1,5 метрға етә. Июнь—июль айҙарында сәскә ата.

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Һабағы ҡырлы, ябай мыйыҡлы. Япрағы сиратлы, айырсалы, бысҡы ситле. Сәскәһе һары, ике енесле: аталары — 5-әрләп йәки 7-шәрләп тәлгәшкә йәки ҡалҡансаға йыйылған, инәләре — яңғыҙ, һирәгерәк 2—3-әр, япраҡ ҡуйынында. Емеше — төрлө формалағы ҡабаҡ. Емештәре 100—400 орлоҡло йәки орлоҡһоҙ (партенокарпик).

Ҡыярҙы тәү тапҡыр өй янында һиндостанлылар үҫтереп ҡарай. Библияла ул Египет йәшелсәһе тип билдәләнгән. Ҡыяр боронғо гректарға һәм римлыларға ла таныш булған. Урта быуаттарҙа Европала үҫтерелә башлай. Ә Рәсәйгә ул XV быуатта ғына килеп етә. Шул уҡ ваҡытарҙан ул бик танылып, популярлашып китә. Ниндәй ергә төртһәң дә шытып сығыр был йәшелсә ҡабаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Ә ботаниктар фекеренсә ул емеш!

Ул иң түбән калориялы йәшелсә булып иҫәпләнә. 100 грам ҡыяр ни бары 15 ккал аш ҡиммәтенә эйә. Составында май бөтөнләй юҡ, 95-98 проценты һыуҙан тора.

Ҡыяр эс-ҡарын эшмәкәрлеген яҡшырта, организмдағы кире тәьҫирле холестериндарҙы яндыра, таҙарта. Туры эсәктә яман шеш ауырыуына ҡаршы ярҙам итә. Баҡсанан яңы ғына өҙөлгән ҡыяр калий сығанағы булып тора. Калий составы ҡан баҫымын түбәнәйтә, калийҙың һәм һыуҙың күп булыуы бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ҡыярҙы йыш ашау бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта.

Ҡыярҙың витаминдар составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.100 грамм ҡыярҙа 17 мкг К витамины бар. Ул һөйәк туҡымаларын нығыта, нервылар системаһын көйләй.

2. антиоксиданттар

3. бета- һәм альфа-каротин

3.С витамины

4. Зеаксантин

5.Лютеин

Был барлыҡ тәбиғи ҡушылмалар организмды ҡартайыуҙан, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Ҡыяр бик файҙалы йәшелсә. Уны тоҙлаған ваҡытта ла витаминдары тарҡалмай һаҡлана. Тик витаминнар һәм антиоксидантларҙың юғалыуын иҫтән сығарырға ярамай. Ҡыяр файҙалы йәшелсә тип әйтеп уҙҙыҡ, уның тоҙлоһонда шулай уҡ ҡабығын әрсергә кәрәкмәй. Ҡыяр ҡабығында минералдар, клетчатка һәм фитохимик матдәләр бар.

Һулдан уңға: сәскә, емшән, өлгөрөп етмәгән һәм өлгөргән данаһы

Тәбиғәт шарттарында ҡыяр осрамай, йәшелсә булараҡ сәсеп үҫтерелә.

Орлоҡ сәсеп йәки үрсетмә ысулы менән үҫтерелә. Рәтле сәсеү ысулында орлоҡто сәсеү нормаһы 5—8 кг/га (рәт аралары 70—90 см, рәттә үҫемлектәр араһы 10—20 см). 2011 йыл республикала сәсеү майҙаны яҡынса 1,5 мең га, асыҡ грунтта уңдырышлылығы яҡынса 150 ц/га, ябыҡта — 20—30 кг/м² тәшкил итә. Шытымдары барлыҡҡа килгәндән һуң 40—50 көндән (теплица сорттары — һуңыраҡ) сәскә ата, һәм 7—10 көндән емеш бирә. Емешенең составы: 98%‑ҡа тиклем һыу, 1,1—2,5% шәкәр, 0,5—1,1% аҡһым, С, В1, В2 витаминдары, А провитамины, органик кислоталар, микроэлементтар һ.б. Яҡтылыҡ, дым яратыусы, йылыға һәм тупраҡтың уңдырышлылығына талапсан үҫемлек. Төп элгәрҙәре — баклажан, борос, иртә йәки уртаса иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, иртә өлгөрөүсе картуф, ҡуҙаҡлылар, һуған.

Ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырауҙан һәм еүешлектән тыш(парниктарҙа) уларҙың ҡоротҡостары ла етерлек. Шуларҙың иң әүҙеме ҡыуығаяҡ (Heliothrips), ул үҫемлектең һутын һура.Tetrawychus telarius L, һабағының ҡороуына килтереүсе талпан. Ялан лайлалы ҡусҡары ҡарышлауығы тағы ла бернисә төр лайлалы ҡусҡарҙар һәм бөжәктәр япраҡтары менән туҡлана. Ҡартыраҡ үҫемлектәрҙе онло ысыҡ (мучнистая роса) яфалай.Ул бәшмәксектәр ҡыяр япраҡтарын киптерә, төрөнә ҡарап төрлө төҫтәргә буяй.

Антракноз (медянка)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антракноз — ҡыяр өсөн иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Ошо осраҡта йәшелсәнең япраҡтары ҡорой, емештәре серей. Был бәшмәк ауырыуы үҫентеләрҙе бөтөнләй юҡ итергә мөмкин. Уның барлыҡҡа килеүенә ысыҡ менән ямғыр йоғонто яһай. Антракноздың тәүге билдәләре япраҡтарҙа сағыла: уртаһында бәләкәй һары-алһыу йәки көрән таптар барлыҡҡа килә. Һабаҡтар һәм емештәр көрән йәки ҡара ҡутырлы яралар менән ҡаплана. Дымлы һауа торошонда ауырыу арта бара, таптар алһыулана.

Антракнозға ҡаршы саралар:

1. ерҙе тәрән эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартыу;

2. саманан тыш еүешлек барлыҡҡа килеүҙе киҫәтеү;

3.һыуҙы йәшелсәнең төбөнә һибеү, япраҡтарға һыу тейҙермәү;

4.ауырый башлаған япраҡ-һабаҡтарҙы алып ташлау;

5.ҡулланған инструменттарҙың таҙа булыуы . Был саралар ярҙам итмәһә, махсуслаштырылған химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Мәҫәлән, ровраль, эупарен, цинеб, цирам һ.б.

Мозаика — ҡыярҙың вируслы ауырыуы. Йәш япраҡтарҙа төрлө төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Ауырыған япраҡтар бәләкәй балдаҡтар һәм йәшел-һарғылт таптар менән ҡаплана. Артабан ябай мозаика үҫешә.

Ныҡлы зарарланғанда, япраҡтар ҡатып йыйырсыҡлана. Ҡыярҙың үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу һәләте кәмей. Тәүҙә мозаика емеш һабағында барлыҡҡа килә, аҙаҡ бөтөн емештәргә тарала. Ҡайһы ваҡытта йәшелсә аҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, ҡуйы-йәшел урындар һөйәлле кеүек ҡалҡыу була.

Ҡыярҙы вируслы ауырыуҙарҙан һауыҡтырып булмай тиерлек, әммә сирҙең таралыуын киҫәтергә мөмкин.

Бының өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:

1.беренсе ауырый башлаған үҫентеләрҙе юҡҡа сығарыу;

2.күп йыллыҡ сүп үләндәрен юҡ итеү;

3.йәшелсә бетенә (тля) һәм талпанына (паутинный клещ) ваҡытында ҡаршы тороу;

4.ултыртыу алдынан орлоҡто калий перманганаты иретмәһендә (марганцовка) зарарһыҙландырыу;

5.ауырыуға дусар булған үҫентеләргә 10% майһыҙландырылған һөт ҡушымтаһы һибергә.

Ул — бәшмәктән таралған иң зарарлы ҡыяр ауырыуҙарының береһе. Ҡыярҙың ер өҫтө өлөшөн зарарлай, әммә йәшелсәһенә зыяны күберәк. Ауырыу япраҡтарҙа төрлө формалы тимгелдәр менән билдәләнә, күбеһенсә япраҡтар бөрөшә. Һабаҡ һәм япраҡтарында ҡутырлы яралар барлыҡҡа килә, дымлы һауа торошонда улар зәйтүн төҫөнә инә. Емешкә төймәләнеү туҡтай, улар яйлап ҡороп ҡойола. Ҡыяр ҡутырланып үҫә, уңыш кәмей. Тупраҡта был инфекция ике-өс йыл буйы йәшәй. Кладоспориоз ауырыуының беренсе билдәләре күҙгә күренһә, үҫентегә һыу һибеүҙе биш-алты көнгә туҡтатырға, уны 1% бордослы шыйыҡса менән эшкәртергә кәрәк. Ярҙам итмәһә – “Оксихом”ды ҡулланырға.

Башҡортостанда сығарылған сорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Агротехникаһын эшләү буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 1954—61 йылдарҙа Ауыл хужалығы институтында (Л.И.Мансурова) үткәрелә. Ҡыяр бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. Башҡортостанда Декан, Маша сорттары, Дружина, Журавлёнок һ.б. гибридтары ҡулланылышҡа индерелгән.

Ҡыяр составында 95—97 % һыу һәм бик әҙ генә кимәлдә аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар бар. Ҡалған 3 % каротин, PP, C һәм B витаминдары, шулай уҡ макро- һәм микроэлементтар бар. Шулай уҡ ҡыярҙа бик күп калий бар.

Диетик үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыярҙар ҡатмарлы органик матдәләргә бик бай. Улар кеше организмында мәтдәләр алмашыныуын көйләй. Шулай уҡ улар башҡа аҙыҡтарҙың ашҡаҙанда еңел эшкәртелеүен тәьмин итә. Аппетитты аса, шуға күрә гастрит менән ауырыусы ашҡаҙан әселеге юғары булған кешеләргә һәм ашҡаҙан язваһы менән яфаланғандарға күп ашарға ярамай.

Ҡыяр составындағы калий йөрәк эшсәнлеген һәм бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта.

Тоҙ миҡдары буйынса ҡыяр ҡара торманан ғына ҡалыша. Был тоҙҙар күпселек аҙыҡтар менән организмға килеп кергән, һәм организмды тиҙ ҡартайыуға килтергән әселек ҡатнашмаларын нетралләштерә, бөйөрҙәрҙә һәм бауырҙа кристаллик ҡатнашмалар(таштар) йыйылыуҙы тотҡарлай.Шулай итеп ҡыяр кеше организмы өсөн санитар ролен үтәй.

Ҡыяр — йод сығанағы ла булып тора. Ул кеше организмы тарафынан тиҙ һәм еңел үҙләштерелә. Фәнни тикшеренеүҙәргә ҡарағанда ҡыярҙы күп ашаған кеше ҡалҡан биҙе һәм ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына бирешмәй.

Шулай уҡ ҡыярҙа, башҡа йәшелсәләрһәге кеүек күҙәнәк (клетчатка) бик күп. Күҙәнәк кеше организмында ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, һәм артыҡ холестеринды ҡыуа. Холестериндың күп булыуы организмда атеросклероз, бауыр, бөйөр ауырыуҙары барлыҡҡа килтерә.

Ғәрәп теленән килеп кергән һүҙ خيار.

  • Хәйерсегә ҡыяр бирһәң, кәкре икән, тиер.
  • Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт.
  • Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ, эсе тулы халыҡ

Аҡлы ситса күлмәгемдең

Биҙәге ҡыяр-ҡыяр.

Туғаным менән һөйләшеп

Ҡасан телдәрем туяр

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Лукашенконың тыуған төйәгендә,Шклов ҡалаһында 2007 йылда ҡыярға һәйкәл ҡуйылған.

—Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһында ла ҡыяр- туйындырыусы һәйкәле бар.

—Нежин ҡалаһында ла ҡыярҙың Нижинский сортына һәйкәл ҡуйғандар.

—Иранда ҡыяр емеш булараҡ билдәле, уны баҙарҙарҙа емеш-еләктәр менән бергә һаталар.

—Киров өлкәһенең Истобенск ауылында күп йылдар ҡыяр байрамы уҙғарыла. Был ауыл ҡыяр баш ҡалаһы тип йөрөтөлә.

—27 июль Халыҡ-ара Ҡыяр көнө булараҡ билдәләнә. Ошо көн Суздалдә беренсе ҡыяр байрамы ойошторолған булған. Ҡыяр, йәшелсә булараҡ, алты мең йыл самаһы билдәле. Уның тыуған иле Һиндостан булырға тейеш, тип иҫәпләнә, сөнки унда бөгөн дә, ағастарҙы уратып, ҡыярҙың ҡырағай ҡәрҙәштәре үҫә. Ауылдарҙа кәртәләр шуның менән уратылған.

—Ҡасандыр, ҡыяр бик һирәк булған заманда, ҡырыҫ һәм һаран төрөк солтаны Мөхәммәт II үҙенә күстәнәскә ебәрелгән ҡыярҙы кем урлап ашауын белеү өсөн ете вәзирҙең эсен ярырға бойорған.

—Кешенең ҡыярҙы ҡасан махсус үҫтерә һәм ризыҡ булараҡ ҡуллана башлауы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Әммә рәсеме Боронғо Мысыр биҙәктәрендә, Греция стеналарында һүрәтләнеүе уның «оло йәштә» булыуы тураһында һөйләй. Рәсәйгә ҡыяр ХV быуатта Көнсығыш Азия яҡтарынан килеп эләгә.

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)

Ҡыяр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Всё о лекарственных растениях на ваших грядках / Под ред. Раделова С. Ю.. — СПб: ООО «СЗКЭО», 2010. — С. 49—53. — 224 с. — ISBN 978-5-9603-0124-4.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ru:ҡыяр» мәҡәләһе бар


Баҡса культуралары
Ҡарбуз | Ҡауын | Йылан һымаҡ ҡауын | Ашҡабаҡ | Ҡыяр | Патиссон | Ҡабаҡ