Эстәлеккә күсергә

Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Субыл, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы сопрано[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы ( 12 март 1965 йыл17 апрель 2022 йыл ) – йырсы (сопрано), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһы солист-вокалисы (1995-2022), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2008).

Гүзәл Кашшаф ҡыҙы Үлмәҫҡолова 1965 йылдың 12 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Иҫке Субыл ауылында ижад яратыусы, музыкаль, күп балалы ғаиләлә тыуған. Нәҫелдәре – педагог һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре династияһы. Ағаһы – ауылда имам, алты ҡыҙ туғаны бар. Атаһы — ҡурайҙа, әсәһе мандолинала уйнай. Силәбе өлкәһендә бәйгелә ғаилә коллективы менән ҡатнашып, Гран-при ала. Бала сағынан йыр ярата. биш йәшендә аккордеонда уйнарға өйрәнә. Силәбе педагогия училищеһын тамамлай, һуңыраҡ пединститутта ситтән тороп уҡый. Педагогия училищеһынан һуң тыуған ауылы мәктәбендә эшләй. Силәбелә уҡығанда Нәзифә Хәбибуллина ойошторған татар-башҡорт йыры ансамблендә солист булараҡ ҡатнаша. Яҡташтары профессор Дамир Жәүәт улы Вәлиев тауышын оҡшатып, уға Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә. Музыка белеме булмаһа да, уны Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә икенсе курсҡа алалар. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәт кафедраһын тамамлай (профессор Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина классы) [1]. Уҡыу йылдарында уҡ «Яҙғы көйҙәр-95» башҡорт йыры конкурсы лауреаты була. 1995 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһына музыкаль-әҙәби лекторий солисы булып эшкә урынлаша. Үҙенең концерттарында Көнбайыш европа илдәре һәм урыҫ композиторҙарының классик әҫәрҙәрен, романстар, халыҡ йырҙарын, композиторҙарың әҫәрҙәрен, балалар өсөн йырҙар, рус, сит ил, татар һәм башҡорт композиторҙары йырҙарын башҡара. Республикала уҙған байрам сараларында, төрлө юбилей кисәләрендә ҡатнаша. Рәсәй концерт берләшмәләре союзы ағзалары – Россия филармониялары директорҙары алдында сығыш яһап, юғары баһа ала.

2016 йылда Олег Митьяев фонды тарафынан Силәбе өлкәһенең билдәле шәхестәре бүләкләнгән «Яҡты үткәндәр» Халыҡ премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырыла. Мәскәү, Волгоград, Ырымбур, Йошкар-Ола, Силәбе . ҡалаларында сығыш яһай. Ике тапҡыр Төркиәлә башҡорт милли сәнғәтен тәҡдим итә һәм республика сәнғәт оҫталары менән Словакияға, Аланияға бара [2].

2022 йылдың 17 апрелендә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Иҫке Субыл ауылында ерләнә [3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яҙғы көйҙәр-95» башҡорт йыры конкурсы лауреаты (1995);

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика конкурсы лауреаты (1997);

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2008)

Ҡыҙы Земфира, ейәндәре