Һөнәрселәр сиркәүе
Иҫтәлекле урын | |
Синагога ремесленников
| |
300px | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Станиславский урамы, 106 |
Конфессия | Иудаизм |
Бина тибы | сиркәү |
Архитектура стиле | готика |
Төҙөлөшө | {{{Начало строительства}}}—1901 йылдар |
Бөгөнгө хәле | емерелгән |
Һөнәрселәр сиркәүе — Дондағы Ростовтағы синагога. 1901 йылда төҙөлгән, 1942 йылда янған.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дондың түбән яғында йәһүдтәр XIX быуаттың тәүге тиҫтәһендә күренә башлаған.. Был 1836 йылда Дондағы Ростовта яҡынса 8100 кеше йәшәгән, шулар араһында 73 йәһүд булһа,10 йылдан һуң улар 289-ға еткән. Йәһүд йәмғиәте уларҙың Көнбайыш Украинанан, Белоруссиянан һәм Литванан Рәсәйгә күсеп килеүе араһында барлыҡҡа килгән. Рәсәй империяһы ҡанундары буйынса йәһүдтәрҙең йәмғиәте йорттарының һаны утыҙға тулһа - ғибәҙәт ҡылыу йорто, һикһәнгә етһә сиркәү (синагога) төҙөргә хоҡуҡлы булған.
1891 йылда Дондағы Ростовта йәһүд һөнәрселәренең Хоҙайға табыныу йәмғиәте барлыҡҡа килгән. 1894-1901 йылдарҙа был йәмғиәт үҙенең дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн Я. К. Башмакова вариҫтарының Казан тыҡрығындағы бер ҡатлы 24-се (хәҙерге Гәзит тыҡрығындағы 28-се һанлы) йортон арендаға алып, ғибәҙәт ҡылған.
1894 йылда төҙөлөш подрядсыһы Абрам Моисеевич Геронимус Ростовта Почта урамы (хәҙер Станиславский урамы,106 һанлы йорт) менән Казан тыҡрығы (хәҙерге Гәзит тыҡрығы, 28 һанлы йорт) киҫешкән урында утар һатып алған. 1901 йылда ул бында йәһүд һөнәрселәр йәмғиәте өсөн кирбестән ғибәҙәт ҡылыу йорто төҙөгән. Йорттоң үлсәме - 16,75 х 16,25 x 3,35. метр. Биналарҙың дөйөм майҙаны - яҡынса 323 кв. метр. Бина ике ҡатлы, ослайып торған ҡыйыҡлы итеп, готика стилендә һалынған. 1904 йылда А. М. Геронимус был йортто йәһүд һөнәрселәр йәмғиәтенә бүләк иткән. 1905 йылғы йәһүдтәр погромы ваҡытында йорт янған. Ремонттан һуң йортта ғибәҙәт ҡылыуҙар дауам иткән. 1913 йылда Дон ғәскәре өлкәһенең дини эштәр буйынса Департаменты Һөнәрселәр йәмғиәтенә был дин йортон А.М.Геронимустан хәйергә алырға рөхсәт биргән.
Йорт граждандар һуғышы йылдарында снаряд төшөүҙән зыян күргән, шулай ҙа бирешмәй, һаҡланып ҡалған. 1936 йылда был ғибәҙәтхана Дондағы Ростовта ғәмәлдә булған берҙән-бер йәһүд сиркәүе булған. 1942 йылдың июлендә йорт тулыһынса тиерлек янған, бары тик көнсығыштағы стенаһы ғына зыян күрмәгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йорт тергеҙелмәгән. Хәҙер уның урынында Добрыня аҙыҡ магазины тора.
Йорттоң бары тик революцияға тиклем төшөрөлгән фотоһы ғына һаҡланып ҡалған.
Дин башлыҡтары [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылдарҙа Һөнәрселәр ғибәҙәт ҡылыу хәсидтәр йәмғиәтенең раввины Иошуа-Эшель Авраам Хаимович Земский булған. Төрлө ваҡытта йәһүд йәмғиәтенең рәйестәре - Я. М.Лельчук, Угольников, һ. б.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Главная хоральная синагога (Ростов-на-Дону)