Эстәлеккә күсергә

Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд
Зат ир-ат
Тыуған урыны Балх[d]
Һөнәр төрө дин белгесе
Кемдә уҡыған Әбү Бәйһәс
Йоғонто яһаусы Әбү Бәйһәс һәм Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд

Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд (ғәр. عبد الكريم بن عجرد‎; рус. Абд аль-Кари́м ибн А́джрад) — хәрижиҙәрҙең ғажрәди фирҡәһенә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы.

Ибн Ғажрәд сығышы менән Балхтан (хәҙ. Афғанстан) булған. Тәүҙә бәйһәсиҙәр фирҡәһенә нигеҙ һалыусы Әбү Бәйһәс яҡлы , һуңынан Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд фекерҙәше, һәм, ниһайәт, улар менән ҡараштары айырылып, Хөрәсәндә үҙ тәғлимәтен тарата башлай. Шулай уҡ ибн Ғажрәд нәждәттәр станында булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[1].

Сәғәлибәтиҙәр уны үҙҙәренең имамы тип һанайҙар, әммә был Сәғәләбә менән балалар балиғлыҡҡа еткәс мосолман булып китәме, йәки тыумыштан мосолман буламы тигән мәсьәләлә килешмәй башлағанға тиклем генә дауам итә. Шунан һуң улар уны кафыр тип иғлан итәләр[2].

Ахырҙа Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд Ираҡ наместнигы Ғабдуллаһ әл-Ҡәсри тарафынан ҡулға алына (723738)[3].

  1. Мамиргов М. З. Аджрадиты // Книга исламских сект и вероучений. — М, 2007.
  2. Ибн Тахир аль-Багдади. Аль-Фарк бейна аль-фирак = الفرق بين الفرق. — Каир: Мактаба Ибн Сина. — С. 93.
  3. МУХАММАД ИБН 'АБД АЛ КАРИМ АШ-ШАХРАСТАНИ. ХАРИДЖИТЫ (ХАРИДЖИТЫ, МУРДЖИИТЫ, ВА'ИДИТЫ) // КНИГА О РЕЛИГИЯХ И СЕКТАХ.