Мәймүниҙәр
Уҡыу көйләүҙәре
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәймүниҙәр (ғәр. ميمونية — мәймүниәт; рус. Маймуниты) — Хәрижиҙәрҙең «иң сик» тараф сектаһы. Нигеҙ һалыусыһы — Мәймүн ибн Хәлид.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам ғалимдары был сектаны исламдан сыҡҡан тип иҫәпләй. Әл-Хөсәйен әл-Кәрәбиси хәрижиҙәр тураһындағы китабында мәймүниҙәрҙең ҡыҙҙарының ҡыҙҙары һәм ағай-апайҙарының балаларының ҡыҙҙары менән никахҡа инергә рөхсәт ителгән тип иҫәпләүҙәре хаҡында бәйән ителә. Әл-Ҡәғәби һәм әл-Әшғәри хәбәр итеүенсә, мәймүниҙәр Йософ сүрәһен бары тик мөхәббәт тарихы ғына тип ҡараған[1]. Мәймүниҙәр шулай күп илаһтарға табыныусыларҙың балалары ожмахта булыр тип иҫәпләгән.
Мәймүн ибн Хәлид ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙ һалыусыһы Мәймүн ибн Хәлид ғажрәди булған, әммә уларҙан түбәндәге ҡараштар менән айырылып торған:
- кеше ихтыяр иркенә эйә
- ғәмәл кеше ижады һәм кеше уны барлыҡҡа килтереүсе
- ғәмәлде башҡарыу мөмкинлеге ғәмәлдән алда һ. б. тора.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Мамиргов М. З. Аджрадиты 2015 йыл 17 февраль архивланған. / Книга исламских сект и вероучений, М., 2007 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Маймуниты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |