Ғажрәдиҙәр
Уҡыу көйләүҙәре
Ғажрәдиҙәр | |
Кем хөрмәтенә аталған | Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд |
---|---|
Нигеҙләүсе | Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд |
Ғажрәдиҙәр (ғәр. عجاردة; рус. Аджради́ты) — хәрижиҙәрҙең уртаса фирҡәләренең береһе, нәждәттәрҙән айырылып сыҡҡандар.
Нигеҙ һалыусыһы — Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирҡәгә нигеҙ һалған Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд нәждәттәргә ҡаршы сығыш яһаусылар араһында була. Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд яғына күсеп, Систәнгә китеп бара[1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Әбд әл-Кәрим ибн Ғәжрәд башта Әбү Бәйһәс яҡлы була, әммә һуңынан унан баш тарта һәм үҙенең тәғлимәтен булдыра[2].
Ғажрәдиҙәр фирҡәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғажрәдиҙәр фирҡәһе төрлө һорауҙарҙа айырым фекер йөрөткән ваҡ секталарға: сәлтиҙәр, мәймүниҙәр, хәмзиҙәр, хәләфиҙәр, әтрәфиҙәр, шөғәйбиҙәр, хәзимиҙәр төркөмдәренә тарҡала[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Аджрадиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |