Эстәлеккә күсергә

Мөржиғиҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөржиғиҙәр, әл-мөржиғәт (ғәр. مرجئة‎ — кисектереүсе, көттөрөүсе; рус. Мурджииты) — фани донъяла кешенең хәле тураһында фекерҙе Ҡиәмәт көнөнә тиклем «кисектереп торола» тип һанаған ислам ағымдарының дөйөм атамаһы.

Мөржиғиҙәр, кешенең гонаһ ҡылыуы уның иманына бер нисек тә ҡағылмай, һәм уға зыян килтермәй, тигән фекерҙе яҡлаған.

Шул рәүешле мөржиғиҙәр ауыр гонаһтар ҡылыу кешене исламдан сығара тип раҫлаған хәрижиҙәргә ҡаршы ҡуйыла. Мөржиғиҙәрҙең фекере сөнни тәғлимәткә ҡаршы килә, сөнниҙәргә ярашлы, диндарҙарҙың ғәмәлдәре уларҙың ниәттәренән килә улар тығыҙ бәйләнештә тора һәм шәриғәткә ярашлы башҡарылырға тейеш[1].

Мөржиғилек идеяһын беренсе булып Али ибн Әбү Талиптың ейәне — Хәсән ибн Мөхәммәт ибн Али формалаштыра, ул 690-сы йылдарҙа Әл-Күфәнең һәм Хәлифәлектең башҡа ҡалаларының алисылары яҡлыларға хат менән мөрәжәғәт итә [2]. Хәсән ибн Мөхәммәт Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәне үлтереүселәрҙең ғәмәлдәрен хөкөм итеүҙән баш тарта һәм алисыларҙы Өмәүиҙәр менән компромисс юлына баҫырға саҡыра.

Ул шулай уҡ, Шәһәҙәт әйткән һәр кешене мосолман тип иҫәпләргә кәрәк, тигән фекерен белдерә.

Мөржиғилек тиҙ арала — Ираҡта, унан Хәлифәлектең көнсығыш провинцияларында тарала. «Кисектереп торолоу» идеяһы Өмәүиҙәр идара иткән дәүерҙә актуаль була, ә уларҙың төшөрөлөүе менән ул догматика өлкәһенә күсерелә һәм «иман» төшөнсәһен билдәләүгә бәйле була[2].

  • Прозоров С. М. Ал-Мурджиа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 172. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [556 Мурджииты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Прозоров С. М. К истории мусульманской догматики: мурджииты. — Ислам в истории народов Востока. — С. 19—24.
  • J. van Ess. Das Kitab al-irga' des Hasan b. Muhammad b. al-Hanafiyya. — Arb., 1974.