Дирариҙәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Дирариҙәр (ғәр. الضرارية; рус. Дирариты) — исламда юҡҡа сыҡҡан мөтәкәллим мәҙһәбе, Дирар ибн Ғәмер һәм Хафис әл-Фардтың эйәрсендәре
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар фекерҙәре «бөлгөнлөк» (тәғтил) идеяһы менән тап килгән һәм нимә Аллаһтың асылын Үҙенән башҡа бер кем дә белмәй, тик Үҙе генә белә тип һанаған. Мосолман асылында ҡиәмәт ваҡытында йәннәткә эләкһә Аллаһты күрә ала торған алтынсы тойғо йәшеренгән тип инанғандар.
Рафидиҙәрҙән айырмалы рәүештә, улар Пәйғәмбәр үлгәндән һуң — Аллаһтың бойороғо өммәт ижмәһе аша бара, башҡаса түгел тип ышана; йәғни, фекер алышҡан мәсьәлә буйынса абруйлы шәхестәрҙең (фаҡиһтарҙың) килешеүе, берҙәм фекере йәки ҡарары өҫтөнлөк итә.
Сөнниҙәрҙән айырмалы рәүештә, улар имамлыҡ хакимиәтендә ҡорайыштар һәм һашимиҙар булыуы мотлаҡ тип һанамай[1][2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Смирнов А. В. Биобиблиографический словарь // Логика смысла: Теория и её приложение к анализу классической арабской философии и культуры. — М.: Языки славянской культуры, 2001.
- ↑ Ихван ас-Сафа': между ал-Кинди и ал-Фараби // Ишрак : ежегодник исламской философии . 4. Главный редактор Янис Эшотс. Издательская фирма «Восточная литература». 2013. ISBN 978-5-02-036543-8.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ихван ас-Сафа': между ал-Кинди и ал-Фараби // Ишрак : ежегодник исламской философии . 4. Главный редактор Янис Эшотс. Издательская фирма «Восточная литература». 2013. ISBN 978-5-02-036543-8.
- Смирнов А. В. Биобиблиографический словарь // Логика смысла: Теория и её приложение к анализу классической арабской философии и культуры. М.: Языки славянской культуры. 2001.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |