Әбйәлилов Талип Салауат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбйәлилов Талип Салауат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Тәрәнкүл (Силәбе өлкәһе)[d]
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Әбйәлилов Талип Салауат улы (рус. Абжалилов Талип Салаватович) (1902-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Талип Салауат улы Әбйәлилов 1902 йылда Силәбе өлкәһе Ҡаракүл (хәҙер — Октябрьский) районының Тәрәнкүл ауылында тыуған.

1941 йылдың 1 сентябрендә БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. Ҡыҙылармеец Талип Салауат улы яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә, 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы була[2][3].

1945 йылдың 18 ғинуарында һәм 15 февралендә күрһәткән батырлығы тураһында командиры:

« Иптәш Әбйәлилов Т. С. 76-миллиметрлы пушкалар батареяһының иң тәжрибәле һәм ҡыйыу ездовойҙарының береһе. 18 ғинуарҙа Томашув һәм Калиш ҡалалары өсөн барған алыштарҙа дошмандың көслө артиллерия уты аҫтында боеприпастарҙы ваҡытында килтереп еткереп, хәрби бурысты үтәргә ярҙам итте. 15 февралдә, дошман беҙҙең подразделениелар араһына килеп инеп, ауыр хәл тыуғанда, батареяларҙың ут подразделениеларын (ОП) тиҙ арала боеприпас менән тәьмин итеү маҡсатында, Әбйәлилов, пулемёт һәм автоматтарҙың көслө уты аҫтында иңенә һалып 7 йәшник снаряд ташыны һәм хәлде көйләргә ярҙам итте[3] »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбйәлилов Талип Салауат улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм Силәбе өлкәһе Октябрьский районы Тәрәнкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]