Әзербайжан келәме музейы
Әзербайжан келәме музейы | |
әзерб. Azərbaycan xalça muzeyi | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Azərbaycan Xalça Muzeyi |
Менеджер/директор | Ширин Меликова[d] |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы |
Урын | Әзербайжан |
Архитектор | Franz Janz[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1967 |
Рәсми сайт | azcarpetmuseum.az/index_… |
Әзербайжан келәме музейы Викимилектә |
[1] Әзербайжан Келәм музейына 1967 йылда нигеҙ һалына, ул донъяла келәмдәрҙе йыйыу, һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса махсуслашҡан беренсе музей була. Тәүге экспозицияһы 1972 йылда Баҡы ҡалаһының боронғо ҡәлғәһе булған Эскешәһәр территорияһындағы Йома мәсетендә асыла. Келәмде Әзербайжандың башҡа традицион сәнғәт төрҙәре менән берлектә күрһәтеп, музей әзербайжан милли мәҙәниәте хазиналығына әйләнә. Уның тупланмаһында 14 000 самаһы келәм, сигеү, кейем, баҡырҙан сүкелгән әйберҙәр, ювелир сәнғәте предметтары, хәҙерге заман быяла, ағас, кейеҙ әйберҙәре бар. Музей әзербайжан келәмен өйрәнеү һәм артабан үҫтереү буйынса ғилми үҙәк булып тора. Ул әзербайжан келәме буйынса халыҡ-ара симпозиумдар үткәреүҙә ҡатнаша. Беренсе симпозиум 1983 йылда Баҡыла ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында үтә. Сираттағы өс симпозиум 1988, 2003 һәм 2007 йылдарҙа була. Быларының һуңғыһы Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында үткәрелә. 2008 йылда, Әзербайжан президенты Илһам Алиев указы менән Келәм музейының хәҙерге бинаһы төҙөлә башлай. 2014 йылдың авгусында уның яңы экспозицияһы асыла.
Төп маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Келәм туҡыу Әзербайжандың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең иң боронғо төрҙәренең береһе булып тора. Әзербайжан территорияһында үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр келәм туҡыу сәнғәтенең бында бик борон замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгәнлеген дәлилләй. Келәм музейы халыҡ-ара күргәҙмәләр, конференциялар, симпозиумдар һәм башҡа саралар үткәреү юлы менән милли сәнғәтте киң билдәле итеү буйынса ентекле эш алып бара.
Музей тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейға Латиф Кәримов 1967 йылдың 1 июнендә нигеҙ һала. Беренсе экспозиция 1972 йылда асыла. Ул саҡта музей Баҡының Эскешәһәр тигән боронғо ҡәлғәле өлөшөндәге Йома мәсетендә эшләй. 1992 йылда ул Музей үҙәгенә (элекке Ленин музейы) күсә, ә мәсет яңынан ғибәҙәт ҡылыу урыны булып ҡала[2].
2008 йылдың 17 майында Баҡыла яңы музейҙың беренсе нигеҙ ташын һалыу тантанаһы була. Тантанала Әзербайжан Республиикаһы президенты Илһам Алиев һәм ЮНЕСКО-ның баш директоры Коитиро Мацуура ҡатнаша. Музейҙың яңы бинаһы төрөп һалынған келәм рәүешендә төҙөлә[3]. Архитекторҙары — Франс Янс һәм Валтер Мари[4].
Музейҙың тупланмаһы донъяның 50-нән ашыу илендә күп тапҡырҙар күрһәтелә, ул илдәр араһында — Бөйөк Британия, Португалия, Голландия, Испания, Италия, Франция; Һиндостан, Иран, Израиль, Төркиә; элекке СССР илдәре, шулай уҡ Куба, АҠШ һәм башҡалар. Келәм музейының тарихы тураһында документаль фильм төшөрөлгән.[5]
Музей тупланмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан келәме һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте дәүләт музейында Губа, Кабала, Ширван, Ҡазах, Тәбриз, Әриван, Гәнжә, Шәки һәм башҡа ҡалалар һәм төбәктәрҙән йыйылған һәм Әзербайжандың күп быуатлыҡ тарихын солғаған ҡиммәтле тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре һаҡлана. Һаҡланмала бронза быуатына ҡараған археологик ҡомартҡылар (ҡара керамика һәм бронза әйберҙәр), XII быуаттың фаянс һауыт-һабаһы, нәфис тегеү өлгөләре һәм XIX быуаттағы милли кейем, металл, ағас, быяла һәм ювелир әйберҙәр, ҡорал, келәмдәрҙең төрлө төрҙәре, милли биҙәктәр һәм сюжеттар төшөрөлгән, халыҡ кәсептәре менән бәйле келәм изделиелары, ховлу (халча, халы, дест халы, гебе), ховсуз (балаҫ, килим, чечим, сумах, шәддә, лади, вәрни, зили), башҡа төрлө келәм әйберҙәре (хуржун, чул, һәйбә, мәфрәш) бар.
Музейҙа келәм һуғыу сәнғәтенең иң боронғо предметы — Тәбриз келәме «Овчулуг»тың фрагменты. Ул XVII быуатҡа ҡарай. Баҡы эргәһендәге Хила ауылында (Әмиржан) туҡылған XVIII быуат келәме «Хила Афшан» да ҡиммәтле экспонат булып тора. Музейҙа һатып йә бүләк итеп тапшырылған ғаилә реликвиялары күп. Улар араһында кейәүҙең кәләшкә бүләге булған 1724 йылғы хуржун, 1727 йылғы чулу (ат япмаһы) бар.
Музей тупланмаһына Шушалағы элекке келәм музейындағы келәмдәр ҙә ингән. Ҡарабах һуғышы барғанда 1992 йыл башында Шуша әрмән ҡамауында ҡала. Келәмдәргә ҙур хәүеф янай, уларҙың юғалыу йә юҡ ителеү ихтималлығы ҙур була. Һирәк осрай торған был артефакттарҙы ҡотҡарыу өсөн Шуша музейы директоры армия автомобилдәрендә 600-ләп келәмде алып сыға. Бөгөн был келәмдәрҙе Баҡы музейында «Янған мәҙәниәт» тигән күргәҙмәлә күрергә була.
2013 йылдың 18 июнендә Чикаго көнсығыш келәме һәм текстиле йәмғиәте ағзаһы Гровер Шильцтың ҡатыны Беверли Шильц музейға иренең шәхси коллекцияһында һаҡланған ике әзербайжан келәмен тапшыра. Улар — Ҡарабахтан «Аждаһа келәме» (XVII быуат) һәм Ширвандан «Сальян хилаһы» (XIX быуат)[6].
-
«Ағажлы» келәме. XIX быуат
-
«Афшан» келәме. XVIII быуат
-
«Сераби» келәме. XVIII быуат
-
«Герис» келәме. XVIII быуат
-
«Ҡасымушағы» келәме
-
«Ҡара Ҡуйлы» келәме
-
«Ханлығ» келәме
-
«Шуша» келәме
-
«Сураханы» келәме. XX быуат башы
-
«Баҡы» келәме
-
«Зили» келәме
-
«Новханы» келәме
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Азербайджанский Музей Ковра. Азербайджанский Музей Ковра .
- ↑ Farida Sadikhova. Carpets Made to Last // Azerbaijan International. — 2000. — № 8.2. — С. 56-59.
- ↑ В основание нового здания Музея ковра в Баку заложен первый камень(недоступная ссылка)
- ↑ Е. Малахова. Баку не сразу строился… (интервью с председателем Государственного комитета градостроительства и архитектуры Азербайджана Аббасом Алескеровым) // «Зеркало». — 6 марта 2010. — № 42. — С. 20-21.
- ↑ Документальный фильм: «Азербайджанский музей ковров»
- ↑ Şəxsi kolleksiyada saxlanılan qədim xalçalarımız ABŞ-dan gətirildi 2013 йыл 23 июнь архивланған. (әзерб.)(азерб.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (әзерб.)(әзерб.) (инг.)(инг.) (рус.)(рус.)
- Достопримечательности Баку — музеи 2013 йыл 29 ғинуар архивланған.
- Музеи Азербайджана — историческая справка
- Музей ковра и народного прикладного искусства им. Л.Керимова 2009 йыл 9 июль архивланған.
- Азербайджанские ковры — тканые сокровища Азербайджана
- Азербайджанские ковры(недоступная ссылка)