Эстәлеккә күсергә

Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 21 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны Вандлиц[d], Барним[d], Бранденбург, Германия
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улы (рус. Альмухаметов Кутдус Ависович; 1912 — 21 апрель 1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се кавалерия полкының сапёр-емертеү взводы отделениеһы командиры. Гвардия өлкән сержанты[1][2].

Ҡотдос Ауис улы Әлмөхәмәтов 1912 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Балтай ауылында тыуған.

1941 йылдың авгусында БАССР-ҙың Ҡандра (башҡа мәғлүмәт буйынса: Туймазы) районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия старшинаһы Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 62-се кавалерия полкының айырым сапёр-емертеү взвод отделениеһы командиры була.

1943 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем, 1943 йылдың 18 сентябренән 1944 йылдың 16 ғинуарына тиклем немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә гвардия өлкән сержанты Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улының һәм ул етәкләгән сапёр-емертеү взводының көн һайын күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы 1944 йылдың 23 ғинуарында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән билдәләнә.

Командование Әлмөхәмәтовты ҡыйыу командир һәм үҙ эшенең оҫтаһы тип таный. Дошман ҡалдырған территорияны уның взводы иң тәүҙә разведкалай һәм миналарҙан таҙарта, һәм 4 ай буйы хәрәкәт итеү осоронда полкта минанан ҡорбандар булмай. Бынан тыш, «иптәш Әлмөхәмәтов» дошман уты аҫтында команда күҙәтеү пункттары төҙөй, һәм шуның менән штабтың тулы ҡанлы эшмәкәрлеген тәьмин итә.

Замостье тораҡ пункты янындағы һуғышта Әлмөхәмәтов үҙенең отделениеһы менән 2 сәғәт эсендә һуғыш яланынан 180 минаны зарарһыҙландыра һәм полк поразделениеларының алға уңышлы хәрәкәтенә булышлыҡ итә[2].

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыр алдынан, 1945 йылдың 21 апрелендә, һәләк була. Германияла, Вандлиц ҡасабаһында ерләнгән[2].[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлмөхәмәтов Ҡотдос Ауис улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Туймазы районы Балтай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.