Эстәлеккә күсергә

Хәмбәлиева Әлфиә Сәйәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әлфиә Хәмбәлиева битенән йүнәлтелде)
Хәмбәлиева Әлфиә Сәйәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 2 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Силәбе, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәмбәлиева Әлфиә Сәйәр ҡыҙы (2 февраль 1960 йыл — 3 июль 2013 йыл) — опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).

Әлфиә Сәйәр ҡыҙы Хәмбәлиева 1960 йылдың 2 февралендә Силәбе ҡалаһында тыуа.

1981 йылда Воронеж сәнғәт институтына уҡырға инә (профессор И. Уткина класы).

1984 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына күсә — 1987 йылда уны «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса тамамлай (Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Г. Ғәлимуллина класы).

1989 йылдан алып 1994 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй, ә 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында опера труппаһы солисы.

1996 һәм 2000 йылдарҙа төрки телле халыҡтарҙың «ТӨРКСОЙ» опера музыкаһы фестивалендә Төркиәлә һәм Кипрҙа (Мерсин ҡалаһында) ҡатнаша.

Әлфиә Хәмбәлиева 2013 йылдың 3 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Төп партиялары:

  • Аида (Джузеппе Верди, «Аида»)
  • Аҡсәскә, Миңлебикә (З. Исмәғилев, «Аҡмулла»)
  • Әминә (З. Исмәғилев, «Салауат Юлаев»)
  • Икенсе ханым (В. А. Моцарт, «Тылсымлы флейта»)[3]
  • Домна Сабурова (Н. Римский-Корсаков, «Батша кәләше»)
  • Зәлифә (З. Исмәғилев, «Ҡаһым-түрә»)
  • Ҡарасәс (З. Исмәғилев, «Урал Илселәре»)
  • Леонора (Дж. Верди, «Трубадур»)
  • Лиза (П. Чайковский, «Ҡарға дама»)
  • Мими (Дж. Пуччини, «Богема»)
  • Сантуцца (П. Масканьи, «Ауыл намыҫы»)
  • Татьяна (П. Чайковский, «Евгений Онегин»)
  • Ярославна (А. Бородин, «Кенәз Игорь»)

Дирижерҙар А. А. Людмилин, Ф. Ш. Мансуров менән эшләй

Концерт репертуары: Б. Бриттен «Хәрби реквием».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вокалсыларҙың М. И. Глинка исемендәге XVI Халыҡ—ара конкурсында II премияһы лауреаты (Өфө) (1995);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996).